Упҡанкүл (күл, Нуриман районы)
Уҡыу көйләүҙәре
(Упҡанкүл (Нуриман районындағы күл) битенән йүнәлтелде)
Упҡанкүл | |
Упҡанкүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Упҡанкүл Викимилектә |
Упҡанкүл (упҡын һәм күл[1]), ҡайһы берҙә Упҡанныкүл — Башҡортостандың Нуриман районындағы күл, Нимесләр ауылынан 2 километрҙа ята. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965 йылдан) (БАССР Министрҙар Советының 17.08.1965 № 465 ҡарары). Күлдә эндемик — урал һыу сәтләүеге — үҫә, Башҡортостанда ул башҡа бер ерҙә лә осрамай. Бында Ҡыҙыл китапҡа ингән алатыр һыу сәтләүеге бар. Һаҡланыусы зонаның майҙаны — 104,2 квадрат километр.
Яһалышы буйынса күл — Ҡариҙел йылғаһының ҡылыһы. Ҡариҙел йылғаһы үҙәнендә, Упҡанкүл тирәһендә, ҡылы күлдәр бик күп. Һаҙланған ерҙәре бар. Ярҙары ағаслы.
Бөгөлгән рәүешле, оҙонлоғо 2,5 километрға тиклем, киңлеге ~ 100 метр.
2008 йылға тиклем күл буйлатып Байгилде ауыл Советы һәм Нимесләр ауыл Советы сиге үтә[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 17.12.2004 N 126-з «О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан»