Эстәлеккә күсергә

Ҡараташ (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡараташ (Ҡырҡтытау һырты) битенән йүнәлтелде)
Ҡараташ (тау)
урыҫ :Караташ, горная вершина
Төп мәғлүмәт
Майҙаны1400,0 гектар 
Уртаса бейеклеге1118 м
Нигеҙләнгән ваҡыты12 февраль 1997 йыл 
Урынлашыуы
53°28′21″ с. ш. 58°20′58″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Ҡараташ (тау)
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Ҡараташ (тау)


Ҡараташ (рус. Караташ, горная вершина) — Урал тауҙары системаһының Ҡырҡтытау һыртында урынлашҡан тау түбәһе. 1997 йылдан төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы, һырттың иң бейек нөктәһе.

«Ҡараташ» һүҙе «ҡара таш» тигәнде аңлата. «Тау» ҡушымтаһы вулкан тоҡомдары барлыҡҡа килтергән яланғас таш киҫәктәренең өҫкә сығыуы һөҙөмтәһендә алына.

Тәбиғәт үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбйәлил районы Буранғол ауылынан көньяҡ-көнсығышта 6 саҡрым алыҫлыҡта ята. Бейеклеге — 1118 метр, оҙонлоғо яҡынса 4 саҡрым, формаһы һуҙынҡы. Һырт һәм уның айырмалары ҡаяларҙан тора. Бейеклеге 8-10 метрлы таш ҡаласыҡтарҙан булған, тәрәнлеге 20 метрлы билән менән айырылған 2 түбәнән тора.

Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүҙәре өсөн хас булған ландшафттар сағыштырмаса яҡшы һаҡланған, аҡһыл һоро урман тупрағындағы ҡайы-уҫаҡ урманынан тора. Урман бүлкәтенән өҫтәрәк өлгөрөп етмәгән аҡһыл һоро тупраҡтағы һирәк үлән үҫкән әремле-типсәкле дала зонаһы таралғанБашҡорт энциклопедияһы/ Ҡараташ,тау.

Үҫемлектәре:кавказ күрәне, осҡон, энәле ҡәнәфер, төньяҡ шиверекияһы, Башҡортостан Республикаһының  Ҡыҙыл китабына индерелгән Гельм минуарцияһы, ҡом ҡаҙ үләне, шыма еҫле сәскә, энәле ҡәнәфер һ.б. Түбәһендә ҡарағастар осрай, шул иҫәптән оҙаҡ йылдар йәшәгәндәр ҙә бар. Айырым ҡарағастарҙың йәше 300-гә лә еткән.

Ҡаяларында сапсандар һәм бөркөттәр оя ҡора[1].

Туристар араһында бик популяр урын булып һанала.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы тәбиғәтте һаҡлау, фәнни һәм рекреацион әһәмиәткә эйә.