Балтатау һәм Топортау тауҙары
Балтатау һәм Топортау тауҙары | |
---|---|
урыҫ : ботанический памятник природы, Горы Балта-тау и Топор-тау | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 323,0 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 21 февраль 2013 йыл |
Урынлашыуы | |
52°23′31″ с. ш. 58°21′41″ в. д.HGЯO | |
Балтатау һәм Топортау тауҙары (рус. Горы Балта-тау и Топор-тау) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы биләмәһендәге ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ҡомартҡының майҙаны — 323,0 гектар[1].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбиғәт ҡомартҡыһы Ирәндек һыртының көньяҡ осоноң көнбайыш битләүендә, Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Богачев ауылынан көнсығышҡа табан 4-5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Балтатау һәм Топортау тауҙары Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 21 февралендәге «Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районында тәбиғәт объекттарын һәм комплекстарын республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан итеү тураһында» 49-сы ҡарары менән ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[2]. Балтатау (620,3 м) һәм Топортау (566,4 м) тауҙары айырым сусаҡлыҡтың осонда торған ҡаялы ҡалдыҡ тауҙар рәүешендәге асыҡ күренгән түбәләрҙән ғибәрәт, улар Ирәндек һыртының көнбайыш тау итәктәрендә, уның көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Балтатау менән Топортау битләүҙәренең өҫкө өлөшөндә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ҡарағусҡыл йәшмәләрҙән торған һынлы ҡаялар һәм үҙенсәлекле елгә ашалыу формалары бар. Башҡа төҫтәге һәм төҫмөрҙәге (йәшел, буй һәм башҡалар) йәшмә һирәгерәк осрай. Балтатау түбәһендә йәшмәнән һалынған боронғо ҡурған бар. Тауҙар ағас үҫемлектәренән мәхрүм тиерлек. Бәләкәй ҡайын һәм уҫаҡ сауҡалыҡтары төньяҡ экспозицияларҙа һәм ҡулауыҡтарҙа ғына осрай. Үҫемлектәр донъяһында Урал аръяғы далаларының яҡшы һаҡланған төрлө варианттары өҫтөнлөк итә: петрофитлы далалар, ысын һәм болонло далалар, дала ҡыуаҡлыҡтары. Тау итәгендә тоҙло далаларҙың ҙур булмаған участкаларында Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына ингән Коржинский ҡурйын үләненең һирәк төрө үҫә. Далаларҙа Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән түбәндәге төрҙәре осрай: ҡаты япраҡлы еҙүлән, йомшаҡ ҡылған, йөнтәҫ япраҡлы ҡылған, Залесский ҡылғаны, кәрлә ирис, Карелин астрагалы, урыҫ сыбар сәскәһе, нескә етен үлән, көмөш тәңкәғуҙаҡ, шиңмәҫгөл һәм башҡалар. Тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән баҡыр йылан һәм бесәнсе ҡомаҡ осрай. Һирәк осраған бөжәктәрҙән махаон һәм подалирий күбәләктәре бар. Ҡомартҡы тәбиғәтте һаҡлау һәм фәнни әһәмиәткә эйә[1].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Горы Балта тау и Топор тау . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Постановление Правительства Республики Башкортостан от 21 февраля 2013 года №49 «Об объявлении природных объектов и комплексов памятниками природы республиканского значения в Баймакском районе Республики Башкортостан» . 2021 йыл 19 июнь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Горы Балта тау и Топор тау . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 21 февраля 2013 года №49 «Об объявлении природных объектов и комплексов памятниками природы республиканского значения в Баймакском районе Республики Башкортостан» . 2021 йыл 19 июнь архивланған.