Әрүәкрәз
Әрүәкрәз тауы | |
---|---|
урыҫ Гора Арвякрязь | |
Урынлашыуы | |
53°46′25″ с. ш. 58°19′39″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Әрүәкрәз Викимилектә |
Әрүәкрәз (рус. Арвяк-Рязь; башҡ. Әрүәк-Рәз[1]) — Көньяҡ Уралда, Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы тау. Уралтау һыртының иң бейек түбәһе (1068 м). Белорет ҡалаһынан көньяҡҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Төбәк тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә[2].
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әүрәкрәз исеме таралған ғәҙәт буйынса бирелгән — уның итәгендә ике йылға Әрүәк һәм Рәз (Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдыҡтары) башлана. Башҡорттар был тауҙы шулай уҡ Рәз, йәки Рәз-таш тип атай. Боронғо китаптарҙа Әрүәк һәм Рәзташ атамалары осрай[3].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әрүәкрәз тауы Уралтау һыртының төньяҡ өлөшөндә Белорет ҡалаһынан көньяҡҡа[4], һәм Рысыҡай ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 4,5 км алыҫлыҡта ята[5]. Өҫкө рифейҙың тоҡомдарынан: мазарин свиталары (мусковит‑хлорит‑кварц һәүерташтары) һәм әрүәк свиталарынан (кварцит, гравелит, конгломерат, мусковит‑хлорит‑кварц һәүерташтары) тора. Әрүәкрәз Әрүәк свитаһының стратотибы булып тора.
Тау ослайып, тирә-яҡҡа йыраҡтан күренеп, бик ныҡ бейек булып ҡалҡып тора. Битләүҙәре түбәһендә бик ныҡ текә, яҡынса 30-35° етә. Тауҙың көнбайыш өлөшөндә битләүҙәр тәрән тар тарлауыҡтар менән ҡаялы, көнсығышта — һөҙәк[5]. Итәгендә — дымлы төрлө үләндәр үҫкән болондар, битләүҙәренең өҫкө өлөшөндә — башлыса асыҡ ылыҫлы урмандар[1]. Үҫемлектәрҙең һирәк һәм юғалыусы төрө үҫә: һапһыҙ көкөрт үләне, ҡылсыҡлы аҡтамыр, Гельма минуарцияһы, төньяҡ шиверекия (подольск) үләне, яланғас еҫле сәскә, пермь елбәгәйе, себер умырзаяһы, осҡон-һуған һәм башҡалар. Ҡаяларҙа сапсан ыласын оялай[6]
Әрүәк тауы Белореттан яҡшы күренә һәм ҡала пейзажының биҙәге булып тора. Әрүәкрәз Белорет ҡалаһы халҡының һәм килгән туристарҙың популяр ял итеү урыны[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Арвякрязь // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Ҡалып:JJGN
- ↑ Матвеев А. К. Вершины Каменного Пояса: Названия гор Урала. 2-е изд., перераб. и доп.— Челябинск: Юж.-Урал. кн. изд-во, 1990.
- ↑ Япаров И. М.Арвякрязь//;Башкирская энциклопедия/ гл. ред. М. А. Ильгамов.— Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020.— ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Арвякрязь . Дата обращения: 22 июнь 2020. // Урал. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия.
- ↑ Гора Арвякрязь // ООПТ России