Һыуосҡан төбәге
Һыуосҡан төбәге | |
---|---|
урыҫ :Хуускан, урочище | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 2041,0 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 12 февраль 1997 йыл |
Идара итеүсе ойошма | БР-ы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы |
Урынлашыуы | |
53°37′29″ с. ш. 58°36′44″ в. д.HGЯO | |
Һыуосҡан, төбәк (рус. Хуускан, урочище) — Ҡырҡтытау һыртының көнсығыш битләүендәге участканан торған тәбиғәт ҡомартҡыһы (1997).
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡтыкүлдән төньяҡ-көнбайышҡа табан 4,5 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан һырт участкаһы. Күсем участка урмансылығына инә. Дөйөм майҙаны — 2041 га. Һырт түбәләренән ҡаялы тарлауыҡ буйлап шарлауыҡтар һикәлтәһе барлыҡҡа килтереүсе Һыуосҡан шишмәһе ағып сыға, уларҙың иң ҙуры 4 м бейеклеккә етә. Ландшафы ҡайын, ҡарағай, уҫаҡ ҡатыш урмандарҙан һәм урман-далаларҙан тора. Тарлауыҡ битләүендә ҡара көртмәле һәм ҡыҙыл көртмәле ҡатыш йәшел мүкле ҡарағайлыҡ, соҡорло урындарҙа йыла һәм ҡарама ағастарының реликт ултыртмалары осрай. Һырттың өҫкө өлөшөндә ҡарт ҡарағастар һәм ҙур булмаған шыршы ағастары үҫә.
Төбәк флораһы үҫемлектәрҙең бик күп һирәк төрҙәрен үҙ эсенә ала: ебәк ҡаҙ үләне, шырт ебәк ҡаҙ үләне, күп һабаҡлы борсаҡ. Гельм минуарцияһы, ебәк ҡаҙ үләне, кавказ күрәне, ҡырҡһабаҡ кәрешкә, Литвинов торна борсағы, шырттөклө еҙүлән Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән[1].
Тәбиғәт ҡомартҡыһы экологик, фәнни һәм рекреацион әһәмиәткә эйә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ООПТ Урочище Хуускан хр. Крыктытау 2023 йыл 25 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һыуосҡан төбәге // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 ғинуар 2022)
- ООПТ Урочище Хуускан хр. Крыктытау 2023 йыл 25 ғинуар архивланған.<