Эстәлеккә күсергә

Ҡандракүл (тәбиғәт паркы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡандракүл
Нигеҙләү датаһы 18 ғинуар 1995
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Урын Туймазы районы
Майҙан 5174,6 гектар

Ҡандракүл дәүләт тәбиғәт паркы — Башҡортостан Республикаһы Туймазы районында махсус һаҡланыусы биләмә. Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. Ҡандракүлде һәм уны уратҡан ерҙе үҙ эсенә ала.

Дөйөм майҙаны — 5174,6 гектар[1]. Тәбиғәт паркының 48,9%‑ы урман менән ҡапланған[2].

1965 йылда Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының «Башҡорт АССР-ының тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау тураһында» («Об охране памятников природы Башкирской АССР») ҡарарына ярашлы Ҡандракүл күленә гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелә[3].

Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты 1995 йылдың 18 ғинуарындағы 17-се һанлы «„Ҡандракүл“ дәүләт тәбиғәт милли паркын ойоштороу тураһында» («О создании Государственного природного национального парка „Кандры-Куль“») ҡарарына ярашлы, Ҡандракүлдең уникаль тәбиғәт комплекстарын, хайуан һәм үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һаҡлау, ял һәм туризм ойоштороу өсөн «Ҡандракүл» дәүләт тәбиғәт паркы булдырыла[4].

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 29 декабрендәге 392-се һанлы «„Ҡандракүл“ тәбиғәт паркы тураһында» («О природном парке „Кандры-Куль“»)[5].

Тәбиғәт паркы Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. Парктың төп объекты — Ҡандракүл күле. Күлдең дөйөм майҙаны — 1560 гектар. Ул майҙаны буйынса республикала 2-се урынды биләй (Асылыкүлдән һуң). Ҡандаркүлдең оҙонлоғо — 6,55 км, киңлеге — 2,38 км, һыу күләме — 112,7 миллион м³, уртаса тәрәнлеге — 7,2 м (максималь тәрәнлеге — 15,6 м).

Ҡандракүл өс яҡтан тауҙар менән уратылған: төньяҡтан — Ҡыңар-Ҡаҙған тауҙары, төньяҡ-көнбайышта — Туныйман тауы, көньяҡта — Ҡыҙылтау һәм Гөлбикә тауҙары. Күлдең төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, яр буйынан 1 км самаһы алыҫлыҡта Утрау тип исемләнгән утрау бар. Уның майҙаны 4,5 га, утрау урман-туғайҙар менән ҡапланған[6].

Тәбиғәт паркында киң япраҡлы урман һәм дала зоналары ҡушыла. Бында 450‑гә яҡын үҫемлек төрө иҫәпләнә, шул иҫәптән 10 реликт (гигант бүтәгә, ҙур япраҡлы уймаҡ сәскә, имәнлек айыутабаны, казак артышы, тутыҡ схену, һаҫыҡ биҙгәк үләнес һәм башҡалар) һәм 7 эндемик (башҡорт елемүләне, башҡорт ҡанүләне, Гельм астрагалы, Ипполит ҡыйыҡтажы, Литвинов торна борсағы, урал цицербитаһы, энәле ҡәнәфәр). Бында үҫкән 24 үҫемлек төрө Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына (2001), ә 9-ы — ысын кәкүк ситеге, һылыу ҡылған, дөйә ҡылғаны, эре сәскәле кәкүк ситеге, Лезель липарисы, оҙон әшәлсә, һылыу ҡылған, дөйә ҡылғаны, Разумовский тәңкәғуҙағы, эре сәскәле тәңкәғуҙаҡ, Литвинов торна борсағы шулай уҡ Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына (2008) индерелгән[6].

Норматив-хоҡуҡи документтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Постановление кабинета Министров Республики Башкортостан от 18.01.1995 № 17 «О создании Государственного природного национального парка „Кандры-Куль“»
  • Постановление правительства Республики Башкортостан от 29.12.2006 № 392 «О природном парке „Кандры-Куль“»
  • Распоряжение правительства Республики Башкортостан от 20.11.2014 № 1254-р «О реорганизации ГБУ Природный парк „Кандры-Куль“, ГБУ Природный парк „Аслы-Куль“, ГБУ Природный парк „Иремель“, ГБУ Природный парк „Мурадымовское ущелье“»