Толпар шыршылыҡтары
Толпар шыршылыҡтары | |
Нигеҙләү датаһы | 1965 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Урын | Ғафури районы |
Толпар шыршылыҡтары — Башҡортостан Республикаһы Ғафури районыында урынлашҡан төбәк әһәмиәтендәге ботаника тәбиғәт ҡомартҡыһы[1].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Толпар шыршылыҡтары — Ғафури районындағы Еҙем йылғаһы урта ағымында Ерекле һәм Талпар ауылдары араһында урынлашҡан ботаника тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Үҙенсәлекле ботаника төбәге 1965 йылдың 17 авгусында уҡ булдырылған. Башҡортостан Республикаһы министрҙар кабинетының 1999 йылдың 26 феврале 48-се ҡарары менән (27.08.2014 редакцияһында) раҫланған Тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында положениеның 1.7-се пунктына ярашлы, махсус һаҡланыусы ҡомартҡы тип иғлан ителгән[2]
Һәйкәл билдәле бер үҙәктәре булған 9 участканан тора.
Флораһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киң япраҡлы урмандарҙың тотош таралыу зонаһында Еҙем йылғаһы үҙәнендәге киң япраҡлы-ҡара ылыҫлы (шыршы, һирәгерәк аҡ шыршы) боронғо урмандар. Икенсе яруста йүкә, ҡайын, һирәгерәк — йыла үҫә. Үләндәр япмаһы башлыса ғәҙәттәгесә. Төньяҡ экспозицияларҙа бореаль типтағы шыршылыҡтар, шул иҫәптән йәшел мүклектәр осрай. Шыршыларҙың йәше — 70—110 йәш. Үҫемлектәр япмаһында түбәндәге үҫемлектәр: Браун күп рәтле абағаһы, йәйелеүсән гудайера, эре сәскәле һәм ысын кәкүк ситеге сәскәһе, кортуза рәүешле кәзә һаҡалы йәки сәүкәбаш һ. б. кеүек һирәк төрҙәре осрай. Реликттар (Роберт яран сәскәһе, себер умырзаяһы, споралы әсе үлән һ.б.) һәм эндемиктар (Крылов айғолағы, татар ҡутырбашы, Урал цицербитаһы һ. б.) киң таралған[3].
Фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Толпар шыршылыҡтарының хайуандар донъяһы: һирәк осрай торған йәнлектәрҙән тыш ҡуян, бүре, айыу, тейен, төлкө, терпе, шәшке, һеләүһен, һыуһар, ҡыр тауыҡтары — ҡор, һуйыр кеүек йәнлек-ҡоштар. Шулай уҡ ваҡ йәнлектәр, төрлө бөжәктәр тереклек итә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Толпар шыршылыҡтары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ТОЛПАРОВСКИЕ ЕЛЬНИКИ
- Толпаровские ельники, Гафурийский район
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]заказник Бирский заказник . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).