Ҡотлоғужа яланғаслыҡтары
Ҡотлоғужа яланғаслыҡтары | |
---|---|
урыҫ Кутлугизинские обнажения верхнемеловых отложений | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 18,0 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 17 август 1963 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары Дирекцияһы |
Урынлашыуы | |
53°50′19″ с. ш. 56°17′17″ в. д.HGЯO | |
Ҡотлоғужа яланғаслыҡтары (рус. Кутлугизинские обнажения верхнемеловых отложений ) — республика әһәмиәтендәге геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965).
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғафури районы Ҡотлоғужа ауылы тирә-яғы геологияла өҫкө аҡбур осороноң фаунистик һүрәтләнгән диңгеҙ ултырмалары (сантон быуаты) ятыуы менән билдәле. Ағиҙел йылғаһының үҙәнендә, Красноусол быяла заводының элекке ҡом карьерында урынлашҡан. Майҙаны — 18 гектар. Башҡортостандың Урал алдында өҫкө аҡбур ултырмалары киң таралған. Өҫкө аҡбур тоҡомдары яланғаслыҡтары — акбурҙың сантон ярусының төп геологик киҫелештәренең береһе, ҡалынлығы 18—20 метр. Кәүшәк конгломераттарҙан һәм глауконит ҡомташтарынан тора. Өҫкө ҡатламында төрлө формала һәм ҙурлыҡтағы спонгиолит ҡомташтарының ҡушымталары күҙәтелә. Уларҙың өҫтөндә неоген осороноң аллювиаль һәм делювиаль ултырмалары ята. Ер ҡабығының түбәнәйеүе арҡаһында диңгеҙ үтеп ингән. Ләкин палеогенда һәм неогенда барған ныҡ йыуылыу арҡаһында улар айырым «утрауҙар» рәүешендә генә һаҡланған. Карст күп осраҡта йыуылыуҙан һаҡланыуға булышлыҡ итә. Өҫкө аҡбур ултырмаларын өйрәнеүҙә Ҡотлоғужа киҫелеше терәк һыҙыҡ булып тора. Был киҫелеште Башҡортостандың әһәмиәтле геологик тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә индерергә мөмкинлек бирә.
Ҡотлоғужа яланғаслыҡтары тәүге тапҡыр 1940 йылда Вахрушев Георгий Васильевич тарафынанан тасуирлана[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Г. Гареев. Геологические памятники природы РБ,стр. 78 (недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡотлоғужа яланғаслыҡтары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2022)
- Кутлугузинское обнажение верхнемеловых пород с богатой морской фауной Кутлугузинские обнажения /bio/cadastre . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- /Уникальные геологические объекты России// Кутлугизинские обнажения верхнемеловых пород
- Э. Г. Гареев. Геологические памятники природы РБ . — Уфа: Тау, 2004. — 296 с. — ISBN 5-93578-028-3.