Шүлгәнташ ҡурсаулығы
Шүлгәнташ дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 22 531 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 6 ғинуар 1986 йыл |
Килеүселәр һаны | йәй көндәре тәүлегенә меңәрләгән кеше (2016) |
Урынлашыуы | |
53°02′ с. ш. 57°03′ в. д.HGЯO | |
shulgan-tash.ru | |
Шүлгәнташ ҡурсаулығы Викимилектә |
Шүлгәнташ — Башҡортостан Республикаһындағы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. Федераль статусҡа эйә. Көньяҡ Урал тауҙарының көнбайышында, Бөрйән районының тау-урман бүлкәте сиктәрендә урынлашҡан. Дөйөм майҙаны — 22 531 гектар (225 кв. км).
Ҡурсаулыҡ 1958 йылда Башҡортостан ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы итеп ойошторола, ә 1986 йылдың 16 ғинуарында үҙаллы ҡурсаулыҡҡа әйләнә. Уны ойоштороу өсөн был төбәктә саф тоҡомло бөрйән солоҡ бал ҡорто йәшәүе нигеҙ була. Филиал ҡырағай бал ҡорттарын һаҡлаусы донъялағы иң беренсе зона[1].
Рәсәйҙәге ЮНЕСКО-ның бөтөн донъя мираҫы объекттары исемлегенә инеүгә кандидат булып тороусы Алтын Солоҡ менән бергә Шүлгәнташ ҡурсаулығы Башҡорт Уралы комплекслы биосфера резерваты составына ингән[2].
Ғинуарҙың уртаса температураһы −16° С, июнь һәм июлдеке +16° С. Климат уртаса континенталь, йылдары ҡырҡа үҙгәреүсән, яуым-төшөмдәр 270-тән 750 мм-ға тиклем. Рельеф таулы. Эре япраҡлы һәм ылыҫлы-япраҡлы ҡатнаш урмандар биләмә майҙанының 92 процентын биләй.
Шүлгәнташ ҡурсаулығы тәбиғәт һаҡлаусы, ғилми-тикшеренеүсе һәм экологик-ағартыусы учреждение булып тора. Ҡурсаулыҡта 90 тирәһе кеше эшләй, шулар иҫәбендә 3 фән кандидаты, 2 аспирант һәм 5 фән хеҙмәткәре бар. Ҡурсаулыҡ библиографияһында 900-ҙән артыҡ эш, фәнни публикациялар йөҙгә яҡын. Йыл һайын ҡурсаулыҡта бөтөн башҡарған эш буйынса «Тәбиғәт йылъяҙмаһы» тигән ғилми отчёт әҙерләнә.
Ҡурсаулыҡта яһалма ҡыуыштарҙа — солоҡтарҙа һәм түмәр умарталарҙа — 138 бал ҡорто ғаиләһе, умарталыҡтарҙа — 242 бал ҡорто ғаиләһе ҡарала. Дәүләт һаҡ инспекторы ла, бер ваҡытта ике эштә эшләп, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Башҡортостанда тыйылған башҡа нәҫел бал ҡорттарын индереүгә ҡаршы тороу «бөрйән бал ҡорто» генофондын таҙа көйөнсә һаҡлап алып ҡалыуҙың иң мөһим проблема икәнен күрһәтә. «Бөрйән бал ҡортоноң» популяцияһын тотороҡло һаҡлап ҡалыу һәм ареалын киңәйтеү маҡсатында 1997 йылда «Алтын Солоҡ» (Золотая борть) заказнигы булдырылды. Яҡындағы территорияларҙа солоҡсолоҡ үҫтереүгә төплө иғтибар бирелә һәм ҡурсаулыҡты киңәйтеү проекты ҡарала. Солоҡ балының оҫта маркетингы солоҡсолоҡто рентабелле итә барған һайын, солоҡсолоҡ башҡорттарҙың көнкүрешенә яңынан әйләнеп ҡайта.
Флора һәм фауна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фаунаның иң киң танылған вәкиле — бөрйән тоҡомло солоҡ бал ҡорттары.
Балыҡтарҙың 30 төрө, ер-һыу йәнлектәренең — 5 төрө, һөйрәлеүселәрҙең — 6 төрө, ҡоштарҙың — 206 төрө, һөтимәрҙәрҙең — 61 төрө осрай. Умыртҡаһыҙҙарҙың яҡынса 1700 төрө асыҡланған, шул иҫәптән күбәләктәр — 378, ҡуңыҙҙар — 458.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән төрҙәр һаны 31, Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгәне — 67 төр. Бында һоро айыу йыш осрай. Ҡоштар фаунаһы күп төрлө.
Проблемалар ҙа бар: төбәктә Европа Шәшкеһен америка шәшкеһе ҡыҫырыҡлап сығара бара. Йомағужа һыуһаҡлағысын төҙөү һәм климат йылыныуы сәбәпле ҡайһы бер балыҡтар һаны кәмеүе күҙәтелә, мәҫәлән: ҡыҙылбалыҡ, бағыр, бәрҙе.
Үҫемлектәр донъяһы күп төрлө һәм бай. 2009 йылдың башына 816 төр үрге үҫемлектәр, 184 — мүк, 233 — лишайниктар, 117 төр бәшмәк, 202 төр ылымыҡтар һәм цианобактериялар асыҡланған. 14 төр үҫемлек Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына, 57 — Башҡортостандыҡына индерелгән.
Шүлгәнташ — уникаль мәҙәни-тарихи объект
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халҡының күп риүәйәттәрендә һәм легендаларында телгә алына — мәҫәлән, «Урал батыр» эпосында.
Ҡурсаулыҡ территорияһында уникаль карст Шүлгәнташ мәмерйәһе урынлашҡан. Мәмерйәнең оҙонлоғо 2,9 км тәшҡил итә. Ул өс ҡатлы, эсендә Шүлгән| йылғаһы аға.
1959 йылда ҡурсаулыҡ зоологы А. В. Рюмин Шүлгәнташ мәмерйәһе эсендә палеолит эпохаһынан ҡалған һүрәттәрҙе асҡан. Унда мамонт, ат һәм башҡа йәнлектәр, ҡатмарлы тамғалар, антропоморф фигуралар һүрәтләнгән. Улар охра менән төшөрөлгән. Һуңғы заманса технологиялар ярҙамында тикшеренеүҙәр уларҙың йәше 19 — 39 мең йыл тип билдәләй.
Тағы ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР.
- ↑ UNESCO World Heritage Centre. Bashkir Ural - UNESCO World Heritage Centre (ингл.). whc.unesco.org. Дата обращения: 17 март 2016.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. П. Позднякова, А. В. Лоскутов, Н. Н. Скокова. Башкирский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II / Под ред. В. В. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 234—263.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Позднякова Э. П. «Шульган-таш», заповеник // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Шульган-Таш в краткой энциклопедии Башкортостана 2009 йыл 17 апрель архивланған.
- Виртуальный тур по территории заповедника 2018 йыл 28 апрель архивланған.
- Шульган Таш . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).