Эстәлеккә күсергә

«Сик» реликт ҡарағайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Грань» реликт ҡарағайы
урыҫ : ботанический (дендрологический) памятник природы, Реликтовая сосна «Грань»
Төп мәғлүмәт
Майҙаны0,1 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты21 июль 2005 йыл 
Урынлашыуы
55°46′55″ с. ш. 57°53′42″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
«Грань» реликт ҡарағайы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
«Грань» реликт ҡарағайы

«Сик» реликт ҡарағайы (рус. Реликтовая сосна «Грань») — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы биләмәһендәге ботаник (дендрологик) тәбиғәт ҡомартҡыһы. Майҙаны 0,1 гектар[1].

Ҡарағайҙың исеме ҡарағай урынлашҡан урындан килеп сыға - Дыуан менән Ҡариҙел райондарының сиктәре (грань)[1].

«Сик» реликт ҡарағайы Башҡортостан Республикаһы Дыуан районының Таҙтүбә ауылынан көнбайышҡа табан 18 км алыҫлыҡта, Ҡариҙел һәм Дыуан райондарын айырып торған автомобиль юлынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 600 км алыҫлыҡта, Дыуан урмансылығының 15-се кварталында урынлашҡан. Тәбиғәт ҡомартҡыһының сиктәре һаҡланған ағастан 18 метр радиустағы түңәрәк рәүешендә билдәләнгән. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2005 йылдң 21 июлендәге 673-р ҡарарына ярашлы «Сик» реликт ҡарағайы ботаник (дендрологик) тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[2].

Өфө яйлаһындағы боронғо ҡарағайҙарҙың береһе. Ҡарағай аҡланлы, һирәк ваҡ япраҡлы урманда үҫә. Тирә-яҡтағы урман үҫентеләре составы - 8ОС2Б ЕедС. Йәш шыршы, ҡайын, ҡарағай үҫнтеләре, ваҡ ағаслыҡта муйыл, миләш, ҡурай еләге теркәлгән. Яҡынса ҡарағайҙың йәше - 200-300 йыл тирәһе. Олононоң әйләнәһе - 4 м 68 см, бейеклеге яҡынса 15 - 18 м. 10-12 метр бейеклектә ике яһалма солоҡ бар, уларға әлеге ваҡытта бөтәшеп барған бәләкәй баҫҡыс уйылған. Был солоҡ ағасы күптән түгел заманда, Өфө яйлаһындағы ҡарт урмандарҙы юҡ иткәнгә тиклем, был төбәктә солоҡсолоҡ булғанлығын раҫлай, ул бөгөнгө көндә тик Бөрйән районында ғына һаҡланып ҡалған[1].

Был ҡарағай фәнни (дендрохронологик), тәбиғәтте һаҡлау һәм тарихи-мәҙәни әһәмиәткә эйә[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Реликтовая сосна Грань. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  2. РАСПОРЯЖЕНИЕ от 21 июля 2005 г. N 673-р (в ред. Постановления Правительства РБ от 30.12.2011 N 514). 2020 йыл 26 сентябрь архивланған.