Янғантау шифаханаһы
«Янғантау» | |
Көньяҡ Урал | |
Ил | |
---|---|
Курорт регионы | |
Яҡындағы ҡала |
Өфө (200 км) |
Асылған | |
Йүнәлеше |
күп йүнәлешле бальнеология курорты |
Майҙаны (га) |
73 |
Һыйҙырылышлығы |
852 |
Яҡындағы аэропорт | |
Өҫтәмә мәғлүмәт | |
Минераль һыу | |
Климат |
уртаса-континенталь |
директор |
Аҡбашев Альфред Рәшит улы[1] |
Адрес |
Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Салауат районы, Янғантау ауылы, Үҙәк урам, 20 |
market@yantau.ru | |
«Янғантау» шифаханаһы — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы күп йүнәлешле бальнеология курорты. 1937 йылда асылған. Өфө ҡалаһынан 220 саҡрым алыҫлыҡта, Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ ярындағы «Янғантау» исемле тауҙа урынлашҡан.
Дауалау йүнәлештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шифахананың төп дауалау факторы — тәрән Ер аҫтынан сыҡҡан пар һәм составында әүҙем микроэлементтар, органик һәм гумус матдәләр, спиртлы сумала булған газ. Ул тәнде ял да иттерә һәм бер үк ваҡытта уның туҡымаһында матдәләр алмашыныу процесын көсәйтә, ҡандың реологик үҙенсәлеген яҡшырта, липид һәм аҡһым алмашыныуын нормалләштерә. Дауалау маҡсаттарында Ҡорғаҙаҡ шишмәһенең даими температураһы +160С булған аҙ минералләшкән гидрокарбонатлы-кальцийлы-магнийлы һыуы һәм Ҡырымдан килтерелгән Саки ләме ҡулланыла. Тәпәш тау курорты булған «Янғантау»ҙа башлыса ҡоро һауа, ул юғары дәрәжәлә саф һәм еңелсә иондар менән байытылған. Ҡояшлы көндәр буйынса бындағы күрһәткестәр Рәсәйҙәге һәм Көнбайыш Европалағы күп курорттарҙың шул уҡ параметрҙарынан юғары.
Шифаханала дауалау—дауаланыу түбәндәге йүнәлештәрҙә алып барыла:
- һөйәк-мускул системаһы (артрит, артроз, остеохондроз);
- периферик ҡан тамырҙары;
- тын юлдары;
- периферик нервы системаһы (радикулит, неврит, плексит һәм башҡалар);
- бөйөр, һейҙек юлдары, гинекологик һәм урологик ауырыуҙар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Быуындан-быуынға күсеп килгән риүиәттәрҙә әйтелеүенсә, Янғантауҙың сәйер һәм ғәжәйеп шифалы үҙенсәлектәренә тәү башлап бынан бер нисә йөҙ йыл элек тау битендә һарыҡ көткән ҡарт юлыҡҡан. Көҙгө ямғырлы көндә ул ҙур ағас янындағы ер ярығына тап була. Шунда ҡоро япрак, сатыр-сотор ботаҡтар түшәп, ятып торған һәм үҙе лә һиҙмәҫтән йоҡлап та киткән. Уянғас, ярыҡтың төбөнән йылы пар сыҡҡанын тойоп ҡалған. Аҙаҡтан ул бында йыш ҡына йылынырға йөрөгән. Бер ни тиклем ваҡыттан бигерәк тә йонсоуҙа үҙен бимазалаған аяҡ һәм ҡул быуындары һыҙлауының баҫылғанына аптырап ҡалған… Нәҡ ошо дәүерҙән быға тиклем «Ҡарағоштау» тип йөрөтөлгән был урынға «Янғантау» тигән яңы исем ҡушылған һәм яҡын-тирә башҡорттары уны «изге» тип һанай башлаған. Янғантауға күп ауырыуҙар дауаланырға килгән. Был бер нисә быуат дауам итһә лә, тауҙың үҙенсәлекле күренештәрен тәү тапҡыр тик XVIII быуаттың икенсе яртыһында, үҙенең 1770 йылдың 26 майындағы көндәлек яҙмаларында, академик Петер Симон Паллас һүрәтләй[2].
Асыҡ тишек һәм ярыҡтарҙан бер туҡтауһыҙ эҫе пар сығып тора, уға ҡул тейгеҙерлек түгел, унда ташланған ағас ҡабығы һәм ҡоро юнысҡы шундуҡ янып китә, насар көндә һәм ҡараңғы төндә был пар бер нисә аршын бейеклегендәге йоҡа ғына ҡыҙыл ялҡын йә утлы шар булып күренә…
— «1767-1771 й.й. Рәсәй дәүләтенең төрлө провинциялары буйлап сәйәхәт». П. С. Паллас
1937 йылдың 2 апрелендә бында һынау рәүешендә 20 урынлыҡ дауалау йорто асыла, ә 1944 йылда ул аяҡ-ҡул быуындары һыҙлауын, периферик нервы системаһы һәм ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-эсәк, бөйөр һәм һейҙек юлдары ауырыуҙарын дауалауға тәғәйенләнгән 25 урынлыҡ шифаханаға әйләндерелә. 1957 йылдан санаторий йыл әйләнәһенә эшләй.
Бөгөнгөһө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2016 йыл: Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең (БДБ) Сифат өлкәһендәге премияһы лауреаты[3].
- Щифахана үҙенең юғары кимәлен раҫлап, "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары" Бөтә Рәсәй конкурсының "Халыҡ өсөн хеҙмәттәр" номинацияһында лауреат исемен яуланы[4].
Шифахана ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иң яҡшы ял — «Янғантау»ҙа. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 8 сентябрь[5].
- Кульмухаметов Э. Место, где сходятся пути. Журнал «Бельские просторы», № 8 (201) Август, 2015 г[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Официальный сайт Курорта «Янгантау» (рус.) (Тикшерелеү көнө: Хата: ваҡыт дөрөҫ түгел)
- ↑ Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 478 бит
- ↑ Санаторий «Янган-Тау» — лауреат премии СНГ в области качества, 2016, 29 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 март 2016)
- ↑ Санаторий «Янган-Тау» стал лауреатом конкурса «100 лучших товаров России», 2016, 16 ноябрь
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2015, 8 сентябрь 2016 йыл 9 март архивланған.
- ↑ «Бельские просторы», № 8 (201) Август, 2015 2016 йыл 15 март архивланған. (рус.)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Янгантау (курорт). — Уфа: Китап, 2000. — 160с.:ил. (рус.)