Шайтантау (тау һырты)
Шайтантау | |
---|---|
урыҫ Шайтантау | |
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 45 км |
Киңлеге | 15 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 619,9 м |
Урынлашыуы | |
51°55′56″ с. ш. 57°54′43″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Шайтантау (халыҡ телендә «Яутүбә» тип тә атала) — Көньяҡ Уралдағы урманлы, далалы тау һырты (Шайтан-тау ҡурсаулығы менән бутамаҫҡа). Төньяҡ өлөшө Башҡортостан Республикаһына ҡарай, көньяҡ өлөшө Ырымбур өлкәһенә инә.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шайтантау Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы биләмәләрендә урынлашҡан. Йылайыр яҫы таулығының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Һаҡмар һәм Ҡороил йылғалары араһында меридиан буйлап һуҙылған. Көньяҡ Урал далаларына терәлеп тора.
Шайтантау һыртында кембрий дәүеренән ҡалған эзбизташтар бар. Был тау тоҡомдары 500 миллион йыл элек диңгеҙ аҫтындағы риф ҡалдыҡтарынан хасил булған.
Һырт шулай уҡ кембрийҙың силур һәм девон дәүерҙәренән ҡалған башҡа тау тоҡомдарынан ҡибәрәт: йәшмә, фтаниттар, кремнийлы һәүерташтар, туф ҡомлоҡтары, төрлө осраҡлы ҡатнашмалар: һәр төрлө таш, ҡырсын, балсыҡ ҡатнашып ҡатҡан тау тоҡомо, серпентинит һәм башҡалар.
Тау һыртының майҙаны — 30,5 кв. км, оҙонлоғо — 45 км, киңлеге — 10 -дан 20 км-ға тиклем. Максималь бейеклек диңгеҙ кимәленән 619 метр. Иң түбән урындары 210 метр тирәһендә. Түбәнәйеү уртаса алғанда 200—250 метр тәшкил итә. Бындай ҡырҡа айырма һөҙөмтәһендә тау битләүе һыу менән ашалып, телгеләнеп бөткән.
Битләүҙәре текә генә. Рельефы убалы-түбәле . Ҙур булмаған ҡаялар, тәпәш түбәләҫтәрҙән тора. Ҡайһы бер убалар 10-15 метр бейеклегендәге иҫ китмәле матур ҡая — суҡылар менән осланған.
Тау һыртынан Ҡороил йылғаһы башлана. Ҡороил һәм Һаҡмар йылғаһына Шайтантауҙан бик күп шишмәләр килеп ҡушыла. Тик йәйгелеккә бөтәһе лә тиерлек ҡороп бөтә. Һыу төптәре эре-эре таштарҙың тәртипһеҙ өйөмдәренән тора.
Һырттың төньяҡ өлөшөндә «Шайтан-тау» заказнигы (хайуандарҙы һаҡлау буйынса), Ырымбур өлкәһенә ҡараған көньяҡ өлөшөндә «Шайтантау» ҡурсаулығы төҙөлгән.
Шайтан-Тау — дәүләт ҡурсаулығы 2014 йылдың 12 октябрендә булдырылған. Һаҡланыусы биләмәнең майҙаны 6726 гектар (67,26 км²), ҡурсаулыҡ зонаһы 12925 гектар майҙанды тәшкил итә.
Ул бөтәһе 4 кластерҙан тора һәм Ырымбур өлкәһе менән Башҡортостандың сиктәш биләмәләрендә ята. Ике яҡтың да сиктәре аша үтә. Ҡыуандыҡ урман хужалығына (лесничество) инә.
Ҡурсаулыҡта тайгала йәшәүсе байтаҡ хайуандарҙы осратырға мөмкин: һоро айыу, мышы, ҡабан, урман һыуһары, һеләүһен, тейен, бурһыҡ. Дала төрҙәренән байбаҡ һәм йомран, сипылдаҡ йәшәй.
Ҡоштарҙан: балабан, сапсан, кәлмәргән, бөркөт һәм көсөгән бар. Шулай уҡ һаҙ ташбаҡаһы ла осрай. Һирәк осраусы бөжәктәрҙән аполлон һәм махаон күбәләктәре иҫәпкә алынған. Тау тоҡомдарының ярылған урындарында боронғо бөжәктәрҙең һәм үҫемлектәрҙең ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтарын табырға була.
Ҡурсаулыҡ төҙөүҙөң төп сәбәбе — имәнле далаларҙы, шулай уҡ, һирәк ҡалған хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе ҡурсалау. Унан тыш был яҡ төбәктәге туризмды һәм тирә-яҡ мөхитте өйрәнеүгә ярҙам итергә тейеш.
Үҫемлектәр донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тау һыртында бик үҙенсәлекле үҫемлектәр донъяһы: тар ғына һыуайырғыс һыҙатта ҡылғанлы-төрлө үләнле тау далаһы һуҙылған. Унда ике төр ҡылған (тар япраҡлы һәм Залеский), Шелль һолобашы, себер бысағуты, күк умырзая, тау ҡымыҙлығы (горец горный) ныҡ таралған.
Дала ҡыуаҡлыҡтары күп. Сәскә атҡан мәлдәрендә тау битен сағыу төҫтәргә мансыйҙар. Сейәнең һәм тубылғының аҡ сәскәләре тау битләүҙәрен аҡ ҡар һипкән төҫлө итһә, һары акацияның сәскәләре һары көрпә һымаҡ төҫ бирә, ә кәзә таллығы тауҙы алһыу гөлләмә итеп балҡыта.
Тауҙың көньяҡ битләүе текәрәк. Унда, ғәҙәттә, ташлы далалар урын алған. Бында гибридлы ҡуян кәбәҫтәһе, кейәү үләне, тау һарнаһы (горноколосник колючий), казак артышы (можжевельник казацкий) урын алған.
Реликт һәм эндемик үҫемлектәрҙән ысыҡлы аҡтамыр (пырей инееватый), һолобаш йәки ялған ҡылған (овсец пустынный), урал ҡәнәфере, альп астраһы, ҡояш яратыусы клаусия үҫә.
Һыуайырғыстан битләү буйлап Һаҡмар, Ҡороил һәм Бухарса йылғаларына ҡарай тоташ урман һыҙаты һуҙыла. Киңлеге бер нисә йөҙ метрҙан алып 2-3 км-ға тиклем. Унан төньяҡҡа ҡараған битләү яғына тар ғына урман тармаҡтары айырыла.
Ландшафт тотошлай тиерлек киң япраҡлы урмандарҙан тора. Төньяҡҡа һуҙылған тармаҡтарҙа ҡайын, уҫаҡ, йүкә, ҡараманан торған ҡуйы шырлыҡтар китә. Көнсығыш битләүендә янғындар һәм ағастарҙы ҡырыу һөҙөмтәһендә урман бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан тиерлек.
Урмандың өҫкө сиктәрендә ҡайын һәм уҫаҡтан әрәмәләр өҫтөнлөк итә. Көнбайыш һәм көньяҡ битләүҙәрҙе, үҙәктәрҙең өҫ яғын имәнлектәр биләй. Ә аҫҡы ярус фәрҙә йәки еҫле балтырған (сныть), ҡолонғойроҡ (вейник), ҡара бөрлөгәндән торған ҡуйы үләнлек менән ҡапланған.
Һирәкләп кенә урман ситтәрендә, йырын баштарында яңғыҙ ғына ҡарағай, ҡарағас осрап ҡуя. Шайтантау Урал тауҙарындағы имәнлектәрҙең иң көньяҡ сиге булып тора. Шулай уҡ урал айыуҙарының ареалы ла сикләнә. Бында 74 һирәк осраусы үҫемлек асыҡланған.
Фауна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шайтантауҙа урман өсөн хас булған һоро айыу, осар тейен, һеләүһен, һуҫар, һуйыр менән дала хайуандары: һыуыр (байбак), дала сысҡаны, ерән йомран, дәү ялман, дала пищухаһы тереклек итә. Урман ситтәрендә, ҡыуаҡтар араһында бурһыҡтар осрай. Мышы менән илек бик күп.
Туғайҙарҙа тирәк баштарында ҡәлмәргән (балыҡсы ҡарсыға), балабан оя ҡора. Кеше аяғы баҫмаҫ ҡаяларҙы сапсан төйәкләй. Һирәк ағаслы һыубаҫар туғайҙарҙа, тауҙарҙағы имәнлектәрҙә таҙғара (орел-могильник) үҙ иткән.
Бурлы күлдә һаҙ гөбөргәйеле осрай. Йылғыр кеҫәртке, тере бала тыуҙырыусы кеҫәртке бик күп. Бөжәктәрҙән һирәк осраған күбәләктәр: аполлон, махаон осрай. Ғалимдар тарафынан бында 40 төр имеҙеүсе, 101 төр ҡош, 2 төр ер-һыу хайуаны, 5 төр һөйрәлеүсе, 138 төр күбәләк асыҡланған.
Топонимика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атама — «шайтан» һәм тау һүҙҙәренән алынған. Был тауҙың үтә ныҡ телгеләнгән булыуына, ҡуйы шырлыҡтарҙан тороуына бәйле булырға мөмкин. Шулай уҡ, бында һәр ваҡыт көслө ел иҫә һәм температура ҡырҡа үҙгәреп тора. Быны башҡорттар шайтан этлектәренең береһе тип һанай[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ С.М.Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык: Изд-во С.М.Стрельникова, 2002. — С. 164.
- Сергей Васильевич Кириков (1899—1984 йй.) — зоогеограф, эколог, биология фәндәре докторы, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының хайуандар донъяһын иң төплө өйрәнгән, шулай уҡ Яутүбә тауҙарының (Шайтантау һырттарының) үҫемлектәрен, ҡош-ҡорттарын, йәнлектәрен беренселәрҙән булып тикшергән ғалим. Ул Шайтантау ҡурсаулығына нигеҙ һалған зоогеограф та булды.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хребет Шайтантау
- Хребет Шайтантау 2016 йыл 27 ноябрь архивланған.
- Государственный природный заповедник «Шайтан-Тау»
- [1] 2013 йыл 26 декабрь архивланған.
- Хребет Шайтантау
- Кучеров Е. В. Об организации заповедника «Шайтан-Тау» // «Охота и охотничье хозяйство». № 11. 1975. С. 29.
Шайтантау . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).