Эстәлеккә күсергә

Мораҙым тарлауығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мурадымовское ущелье битенән йүнәлтелде)
Мораҙым тарлауығы
Мораҙым тарлауығында шишмә янында
Мораҙым тарлауығында шишмә янында
Төп мәғлүмәт
Майҙаны23586 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты[[23 январь 1998 йыл]] 
Урынлашыуы
52°35′ с. ш. 56°53′ в. д.HGЯO
РФ субъектыБашкортостан
Яҡындағы ҡалаМораҡ (Күгәрсен районы) 

muradym.ru
Рәсәй
Точка
Мораҙым тарлауығы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Мораҙым тарлауығы
 Мораҙым тарлауығы Викимилектә

Мораҙым тарлауығы  — Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы тәбиғәт паркы. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1998 йылдың 23 ғинуарындағы 10-сы һанлы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы тураһында" исемле ҡарарына ярашлы ойошторолған. Тарлауыҡтың матур күренешле ҡаяларындағы Кесе Эйек йылғаһына тиклем һәм артабан төньяҡҡа табан аҫҡы, урта һәм үрге девондың рифоген эзбизташтары асыҡ күренә. Киңлек йүнәлештә йылғалар бысып үткән урындарҙа текә, аҫылынып торған, 100 метрҙан да бейегерәк, ярлауҙар барлыҡҡа килгән, улар асыҡ күренә һәм геологик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн бик уңайлы.

Республиканың көньяҡ-көнсығышынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән, парк территорияһына Магнитогорск — Сибай — Баймаҡ — Йылайыр — Мораҡ — Тәбиғәт паркы автоюлы менән барып етеп була.

Ырымбур өлкәһендәге яҡын ятҡан райондарҙан Ырымбур — Күмертау — Мораҡ; Төйлөгән — Назаркин — Мораҡ һәм Һарыҡташ — Иҫәнғол — Мораҡ автоюлдарынан килеп була.

Мораҡтан Мораҙым ауылына тиклем төп юлдың оҙонлоғо 22 км. Юл гравий менән ҡапланған.

Тимер юлы менән Мәләүез һәм Күмертау станцияларына тиклем килгән ял итергә килеүселәр Мәләүез — Мораҡ — Мораҙым ауылы (80 км) һәм Күмертау — Мораҡ — Мораҙым ауылы (75 км) автоюлдары менән килә ала.

Геологияһы һәм рельефы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парк территорияһы районының тарихы оҙайлы һәм ҡатмарлы. Территорияның рельефы формалашыуына тектоник процестар ҙур йоғонто яһаған. Үрге палеозойҙың ахырында дифференциаль хәрәкәттәр арҡаһында горсттар һәм граббендар барлыҡҡа килгән. Мезозой һәм өсөнсөл осорҙа аҫҡа төшөү һәм ҡатламдарҙы туплау дәүере бер нисә тапҡыр күтәрелеү һәм йырындар барлыҡҡа килеү дәүере менән алыштырыла. Тымыҡ күл-һаҙлыҡлы уйпаттарҙа ҡом, балсыҡ, күмер һәм торф ултырған йомшаҡ ҡатламдарҙың ҡалынлығының тупланыуы аҫтағы һәм үрҙәге миоценда үткән. Үрге миоценда, күтәрелеүҙәр һәм тәрән уйылған йылғалар селтәре барлыҡҡа килгән. Үрге плиоцендың иң аҙаҡҡы тектоник процестары, күрәһең, дифференциаль булғандыр: айырым урындары күтәрелгән, ә боронғо мульдар төшкән, шуға күрә хәҙерге ваҡыттағы рельефта миоцен — плиоцен ҡатламдары төрлө гипсометрик ҡатламдарҙа яталар. Дүртенсел осорҙа йылға үҙәндәре аллювиаль ҡатламдары менән тултырылған ә йылға араларындағы урындар денуация процестарына дусар булған.

Мораҙым тарлауығында йылға, Күгәрсен районы
Мораҙым тарлауығында йылға, Күгәрсен районы
Мораҙым тарлауығында ҡарағас урман, Күгәрсен районы

Парк урта кимәлдәге зонаның континенталь климатик өлкәһендә урынлашҡан. Парктың климаты йылы, яҡшы дымланған. Ҡыш осоронда уның территорияһы өҫтөндә үҙе менән һыуыҡ һауа алып килгән үҙәк — азия антициклоны хужалыҡ итә, шуға күрә бында һыуыҡ иртә төшә һәм яуым-төшөм сикле була. Ҡар ҡатламы октябрҙә ята, әммә ул әле тотороҡло булмай. Март башында ныҡлап ҡар ирей башлай һәм апрелдең икенсе-өсөнсө декадаһына тулыһынса иреп бөтә. Тар тарлауыҡтарҙа һәм уйһыулыҡтарында ғына, бигерәк тә уның төньяҡ һырттарында, ҡар май уртаһына тиклем ята. Яҙ — яуым-төшөмдөң артҡан мәле, бигерәк тә май айына тура килә. Йәйге осор сағыштырмаса юғары тотороҡло һауа температураһы менән билдәләнә. Июль — йәйҙең иң эҫе айы. Беренсе көҙгө ай — сентябрь — йәйҙең билдәләрен һаҡлай әле, әммә уртаса сентябрь температураһы май айынан түбәнерәк. Май айы менән сағыштырғанда температураларҙың уртаса минимумы ла кәмей, әммә һауа температураһының ҡапыл кәмеүе һуңғараҡ, октябрҙә, була, ә ноябрҙә һауаның уртаса айлыҡ температураһы минуслы була.

Флора байлығы ике төп моментҡа бәйле. Экоценотик яҡтан тәбиғәт паркының флораһы үҫемлектең өҫтөнлөк иткән урман-далалы үҙенсәлеген сағылдыра. Урман (130 төр) һәм дала (асылда, дала — 68 һәм болон-дала — 63) төрҙәре өҫтөнлөк итә. Урман төрҙәре араһында тайга үҫемлектәренең булыуы иғтибарҙы йәлеп итә, был төбәк флора тарихының голоцендағы ҡатмарлылығын күрһәтә. Болон төрҙәре (127) урман аҡландарында, урман ситендә, дала туғайҙарында, болонло далаларҙа һәм һирәгерәк урмандарҙа һәм ятҡылыҡтарҙа осрай. Дымды яратҡан төрҙәр сағыштырмаса күп түгел (һаҙ — 4, болонло һаҙ — 22), сөнки парк территорияһында һаҙҙар һәм дымлы болондар юҡ. Парктың тәбиғи ценоздарының антропоген боҙолошо сағыштырмаса көсһөҙ булғанға күрә һәм һөрөлгән ерҙәр булмауы арҡаһында ҡыйлы үләндәр һаны күп түгел (38). Ҡая төрҙәре — 19 һәм һыу төрҙәре — 4. Парк территорияһында "Башҡорт АССР-ның Ҡыҙыл китабы"на (1987) индерелгән 45 төр бар — республиканың барлыҡ һирәк флораның 25 %. Улар араһынан шырт еҙүлән һәм әҙрәсгөл "СССР-ҙың Ҡыҙыл китабы"на (1984) индерелгән, 9 төрө — "РСФСР-ҙың Ҡыҙыл китабы"на (1988): дөйә ҡылғаны, сел үләне, Литвинов сырмалсығы һ.б. Парк территорияһында Уралда һирәк осрай торған үҫемлектәрҙең 63 төрө үҙә. Паркта 11 эндемик һәм 17 реликт төрҙәре үҫә. Реликттар араһында таулы-себер сығышлы төрҙәре өҫтөнлөк алған (оҫҡон йыуаһы, әбей һеркәһе һ. б.). Парк флораһында файҙалы төрҙәр күп. Халыҡ һәм официаль медицинала ҡулланылған үҫемлектәрҙең төрҙәре — 53. Декоратив үҫемлектәрҙән 38 төр табылған (һарына, гладиолус нәҙек һ. б.) Ашамлыҡ төрҙәре паркта — 27, шулай уҡ 10 ағыулы үҫемлек үҫә. Иң зыянлылары, бигерәк тә балалар өсөн — сағыу матур емешле төрҙәр: бүре йүкәһе, ҡарға күҙе, бәғәнәш һәм казак артышы.

«Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркының хайуандар донъяһы Рәсәйҙең Европа өлөшө, бигерәк тә Көньяҡ Уралдың армыттарында, ҡатнаш һәм япраҡлы урмандар өсөн типик хәл. Һөтимәр хайуандарҙың 40 төрө бар, уларҙың 25 — һунар-промысла. Төп көн итеүселәр йыртҡыс һөтимәрҙәр: һоро айыу, бүре, төлкө, һеләүһен, бурһыҡ, урман һыуһары, аҫ, йәтсә, һары шәшке; ҡуянға оҡшағандар — ҡуян, үрғуян; эре һәм урта ҙурлыҡтағы кимереүселәр — аҡһым, әлгәнйәк, һыу сысҡаны, кесе йомран, европа йомраны; тояҡлы — ҡабан, мышы һәм илек.

Ҡоштар — умыртҡалы хайуандар класының иң бай төрө. Парктың үҙендә төрлө ваҡытта 122 ҡоштар төрө күҙәтелә. Оло Эйек йылғаһы үҙәнендә рептилияларҙың 4 төрө асылған — кеҫәртке, ябай ҡарайылан, ябай туҙбаш йылан; амфибияларҙың 5 төрө — тритон, үлән тәлмәрйене, осломоронло тәлмәрйен, һоро әрмәнде, балыҡ һәм балыҡтар 9 төрө — шырт балыҡ, йоморо сабаҡ, суртан, алабуға, бурыш, ташбаш, майма, Башҡортостанда һаҡ аҫтындағы ябай зөгәй, шулай уҡ Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә айырым һаҡ аҫтына алынған европа бәрҙеһе.

Хайуандар донъяһының 30 һирәк һәм юғалып барған төрҙәре Ҡыҙыл китапҡа индерелгән: сапсан, бөркөт, ҡарсыға өкө, ҡама, балыҡсы турғай һ. б.

Крайҙың спелеологик мөмкинлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Территорияла төрлө-төрлө мифологиялы, ҡатламдары, гидрологияһы, микроклиматы һәм хайуандар донъяһы менән 46 мәмерйә бар. Мораҙым карст-спелеологик биләмәләре мәмерйәләренең тикшереү тарихы быуаттыан ашыу осорҙо тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта мәмерйәләрҙең иң киң масштаблы тикшеренеүҙәр һәм ҙур асыштары аҙаҡҡы 20 — 30 йылдарға тура килә. Хәҙерге ваҡытта мәмерйәләрҙе асыуға һәм өйрәнеүгә өлөш индергән спелеологтарҙы һәм башҡа белгестәрҙе һанап бөтөүе лә ауыр. Мораҙым биләмәһендә күп йыллыҡ эҙләнеү-спелеологик эшмәкәрлеккә ҡарамаҫтан ул әле лә үҙ эсендә билдәһеҙ мәмерйәдәрҙе йәшерә.

«Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркының иң билдәле мәмерйәләре:

Күгәрсен мәмерйәһе (Голубиная), (Күгәрсен ҡыуышлығы (грот), Мораҙым — 1). Парктың иң билдәле һәм иң күп кеше йыйған мәмерйәһе. Мәмерйәгә ингән урын йылғанан яҡшы күренеп тора. Киңлеге уның — 18 м, бейеклеге — 3 м. Был параметрҙар мәмерйәгә ингән ерҙән 20 м тәрәнлектә һаҡлана. Иҙәненең майҙаны — 180 м². Ҡыуышлыҡта ҡая күгәрсенең оялары һәм гуано (диңгеҙ ҡоштарының тиҙәге) ҡатламдары бар. Ошонда уҡ О. Н. Бадерҙың мезолит эпохаһы боронғо кешеһенең кремнийҙан эшкәртелгән әйберҙәрен тапҡан архелогик шурфын күреп була. Ҡыуышлыҡтың осонда 2 метр оҙонлоҡтағы тишек 14 м оҙонлоғо һәм бейеклеге 2 м булған, иҙәне балсыҡ һәм эре киҫәктәр ятҡан иҙәнле ҡыуышлыҡҡа алып сыға. Түбәлә ҡуптарылған сталактиттарҙың эҙҙәре күренә. Ҡыуышлыҡтан төньяҡ йүнәлештә 24 метрлыҡ коридор өҫкә ҡарай күтәрелә бара, иҙәне — кальциттан. Мәмерйәнең стеналары һәм түбәһе бөтә һуҙымында тотороҡло тиерлек.

Иҫке Мораҙым мәмерйәһе (Ыҫланған, Мораҙым — 2). Иң зыҫланған мәмерйә. Күгәрсен мәмерйәһенән көнсығышҡа табан 60 м алыҫлыҡта ята. Ингән урындан 1,6 м киңлекле һәм 2,4 м бейеклекле коридор бара, ул 45 м 4 м киңлектәге һәм 24 м бейеклектәге галереяға күсә. 16 метрлыҡ бейеклектәге һикәлтәгә меңгәндән һуң (страховка менән генә), веер формаһындағы таралған 6 метрҙан 30 метрға тиклемге инеү юлдарына эләгеп була. мәмерйәнең стеналары бөтә дауамлығында еүеш ҡором менән һылатылған. Ингән урындан 60 м алыҫлыҡта уң яҡ стенала мезолиттағы рәссамдар үҙҙәренең ата-бабаларының ҡаялағы рәсемдәрен ҡалдырған. Һаҡ булығыҙ — бында 8 мең йыл һаҡланған уникаль мираҫҡа зыян килтермәгеҙ.

Балалар мәмерйәһе (Детская). Оло Эйек йылға үҙәненнең уң яҡ һыртында урынлашҡан иң көнбайыш мәмерйә. Инеү урыны йылға кимәленән 80 м бейеклектә тора. Дөйөм оҙайлығы 64 м, уртаса киңлеге 1,1 м һәм уртаса бейеклеге 0, 9 м булған көмбәҙ формаһындағы юлдарҙан торған лабиринт. Иҙәне ҡоро балсыҡ менән ҡапланған. Һарҡынды Йылға кимәленән бейеклеге 80 м инеп була. Был лабиринте көмбәҙле 64 барышында дөйөм оҙонлоғо бер метр, уртаса бейеклеге 0,9 м һәм киңлеге 1,1 м уртаса иҙәнде ҡоро балсыҡ ҡаплаған. Һарҡынды ҡатламдары юҡ.

Оло Лабиринт (Большая лабиринтовая). Оҙонлоғо 300 м, — ҡатмарлы вертикаль-ауышлы коридорҙар, һикәлтәләр, ҡоҙоктар һәм тишектәр системаһы. Күп һанлы 18 м тиклем тәрәнлектәге ҡоҙоҡтар. Мәмерйәлә бик күп икенсел һарҡынды ҡатламдар бар. Ярғанаттар көн күрә. Ингән ерҙә июнь уртаһына тиклем ҡар ята.

Боҙ (Ледовая) мәмерйәһе. Мораҙым биләмәһе өсөн уникаль һәм Башҡортостандың 36 боҙ мәмерйәләре исемлегенә ингән. Ингән урындан алып киңлеге 5 м, бейеклеге 6 м, текә (45 градус) аҫҡа ҡарай төшкән йыл әйләнәһенә боҙ менән ҡапланған коридор. 1980 йылда майҙандың боҙ ҡатламының ҡеүәте 103 м², боҙ ҡатламының ҡеүәте 0,5 м тәшкил итә. Мәмерйәнең иң алыҫ өлөшөндә иҙәндә балсыҡ һәм эре таш киҫәктәре, стеналарҙа ҙур булмаған һарҡынды ҡатламдар бар.

Ҡарауыл мәмерйәһе (Сторожевая). Оло Эйек йылғаһынан һәйбәт күренә. Ингән урыны — 1, 5 м, йылға кимәленән 3,5 метр бейеклектә урынлашҡан. Мәмерйә боролмалы, 31 метрҙан һуң үтмәҫлек булып тарая. Бында ярғанаттар һәм күгәрсендәр көн итә. Һауа температураһы йәй көнө — 12 С°, ҡышын — 6 С°

Шар мәмерйәһе. Үҙенең исемен тәбиғәттең уникаль ижад емешенән алған — 5,5 метр диаметрындағы түңәрәк формалағы ҡыуышлыҡ, инә торған урыны сатнаған урындан (ярыҡ). Ҡыуышлыҡ конденсат һыуҙары коррозияһынан барлыҡҡа килгән. Мәмерйәнең төп өлөшө — 50 м оҙонлоҡтағы бик тар һәм бормалы тишек, шуның өсөн уға Зануда (йән көйҙөргөс) тигән исем биргәндәр.

Сабый мәмерйәһе (Малыш)— ямғырҙан йәшенеү өсөн уңайлы. Шар мәмерйәһенән 5 м алыҫлыҡта урынлашҡан. Мәмерйәнең оҙонлоғо — 13 м, киңлеге −1,6 м, бейеклеге — 1,3 м.

Салауат мәмерйәләре (Моразым — 14) Оло Эйек йылғаһы ағымы буйлап өҫкә ҡарай, каньондың уң өлөшөндә 200—300 м алыҫлыҡта йылға кимәленән 45метрҙан 95 метрға тиклем бейеклектә урынлашҡандар. Мәмерйәләр ҡоро, һарҡынды ҡатламдары аҙ. Салауат мәмерйәһендә ике инеү урыны бар. Икенсе төрлө исемдәре Үтәнән үтә сыҡҡан (Сквозная) һәм Ҡояш тарлауығы (Солнечное ущелье).

Сәс мәмерйәһе (Волосяная). Йылғанан 300 м алыҫлыҡта һәм йылға кимәленән 82 м бейеклектә урынлашҡан. Инеү урынының киңлеге — 0.8 м, бейеклеге — 0.6 м. Яйлап юл 2 метрға тиклем киңәйә һәм 1, 5 м бейеклектә 72 метрға һуҙыла. Мәмерйә иҙәне балсыҡ, урыны-урыны менән таш киҫәктәре, сталактиттар һәм сталагмиттар менән ҡапланған. Иң алыҫ өлөшөндә һыу күп йыйыла (капёж). Түбәһендә үҫемлектәрҙең тамырҙары күренә, улар мәмерйә өҫтөндә үҫәләр һәм сәстәргә оҡшаған, шуға күрә мәмерйә Волосяная тип исемләгәндәр.

Яңы Мораҙым мәмерйәһе. Парктың иң оҙон һәм һарҡынды ҡатламдарға бай мәмерйәһе. мәмерйәнең беренсе инструменталь планы 1967 йылда Стәрлетамаҡ геолог-эҙләнеү контораһы топографтары К. И. Андреев, М. А. Шкарев, Р. Я. Уразбахтин һәм картограф Г. А. Дьяконов тарафынан эшләнә. Беренсе ентекле спелеологик тикшереү В. И. Мартин етәкселегендәге БТГУ спелеотөркөмө үткәрә. Һөҙөмтәлә элек төҙөлгән мәмерйә планына бер аҙ үҙгәртеүҙәр индерелә һәм беренсе тапҡыр уға киҫелештәр (разрез) эшләнә. 1991 йылдың ноябрендә Күмертау спелеологтары, ҡоролоҡ осоронан файҙаланып, 1 км оҙонлоҡтағы тар периодик сифонды, артабан икенсе сифонды үтәләр һәм Водосбросовая мәмерйәһе аша өҫкә сығалар. Шулай итеп, улар ике үҙ аллы мәмерйәләрҙе бер карст-спелеологик системаға тоташтырҙылар, уның дөйөм оҙонлоғо 2000 м тәшкил итә. Мәмерйәлә ике инеү урыны бар, уларҙың береһе хәҙерге ваҡытта үтмәҫлек. Мәмерйәгә төп ингән урын (үтә алырлыҡ) 3,0×3,5 м күләмендә, карст соҡороноң өҫкө өлөшөндә урынлашҡан. Мәмерйәгә иң уңайлы барып етеү урыны — Оло Эйек йылғаһы үҙәнендә һул яҡтан асылған каньон буйлап. Мәмерйәгә ҡыш йәки йәй көндәрендә барыу уңайлы. Ҡар ирегән саҡта һәм көслө яуын ваҡытында мәмерйәлә һыу күп була. Мәмерйәнең стеналары һәм түбәһе шаҡтай ныҡ.