Эстәлеккә күсергә

Төркиә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Төркиә республикаһы битенән йүнәлтелде)
Төркиә Республикаһы
Türkiye Cumhuriyeti
Ҡалып:Төркиә байрағы гербы Төркиә
Төркиә байрағы Төркиә гербы
Милли девиз: «Yurtta barış, dünyada barış»
(башҡ. «Йортта тыныслыҡ, донъяла тыныслыҡ
Гимн: Төркиә гимны (тыңларға )
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 1923 (Ғосман Империяһы иленән)
Рәсми телдәр Төрөк теле
Баш ҡала Анкара
Иң ҙур ҡалалары Истанбул
Идара итеү формаһы Presidential Республикаһы
Президент Реджеп Тайип Эрдоған
Валюта Төрөк лираһы
Интернет-домен .tr


Төркиә (төр. Türkiye, рәсми исеме Төркиә Йөмһүриәте төр. Türkiye Cumhuriyeti) — Евразия материгында, атап әйткәндә: Көнсығыш Азияла һәм Көньяҡ-Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт.

Төньяҡ-көнбайышта Болгария, көнбайышта Греция, төньяҡ-көнбайышта Грузия, көнсығышта Әрмәнстан, Иран, Әзербайжандағы Нахичеван Автономиялы Республикаһы, төньяҡ-көнсығышта Ираҡ һәм Сүриә менән сиктәш.

1920-се йылдар башында, Ғосман империяһы тарҡалыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Төркиәнең күпселек территорияһы Кесе Азия ярымутрауына тура килә, Европала иһә бәләкәй өлөшө урынлашҡан. Баш ҡалаһы — Анкара.

Төркиә — боронғо һәм мәҙәниәтле демократик, унитар, конституцион дәүләт. НАТО, OECD, ОБСЕ кеүек донъя ойошмалары ағзаһы булып тора.

Төркиә исемен (Türkiye) төрөк телендә ике өлөшкә бүлеп була: Türk, йәғни «төрөк», боронғо төрки телдә «көслө» тигәнде аңлата, һәм -iye, ғәрәп суффиксы.

Иң ҡеүәтле ваҡытында Ғосман империяһы (1683)

XVI һәм XVII быуаттарҙа Ғосман империяһы 3 ҡитғала урынлашҡан иң ҡеүәтле мәмләкәт булып торған. Империяның сәскә атҡан ваҡыты Сөләймән I идараһы ваҡытына тура килә. Империя оҙаҡ йылдар Изге Рим империяһы һәм Польша менән Үҙәк Европаны яулап алыу өсөн көрәшә[2]. 242 йыл дауамында Ғосман империяһы Рәсәй менән һуғыша, шул һуғыш уны ныҡ көсһөҙләндерә. 20-се быуат башында Ғосман империяһының ҡайһы бер өлөштәрендә сепаратистик ҡараштар көсәйә. Империя үҙ территорияларын юғалта башлай.

Германияның ярҙамын алыу өмөтө менән Ғосман империяһы Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Ошо уҡ осорға бик бәхәсле булған әрмәндәр геноциды туры килә[3][4]. Һөҙөмтәлә, Ғосман империяһы һуғышта еңелә һәм дәүләт булараҡ юҡҡа сыға.

Төркиә Йөмһүриәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе донъя һуғышынан һуң ҡул ҡуйылған килешеүҙәр буйынса, империя бер нисә өлөшкә бүленергә тейеш була. Греция ғәскәрҙәре Төркиә биләмәләренә инә. Әлбиттә, был хәлдәр Истанбул, Измир һәм башҡа биләмәләрҙең баҫып алыныуы төрөктәрҙе тыныс ҡалдыра алмай. Мостафа Кәмал Ататөрк етәкселегендә милли хәрәкәт көстәре бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшкә күтәрелә. 1922 йылдың 18 сентябрендә дәүләт тулыһынса баҫҡынсыларҙан азат ителә. 1923 йылдың 24 июлендә Төркиәнең сиктәрен һәм үҙаллылығын донъя илдәре таный, 1923 йылдың 29 октябрендә баш ҡалаһы Анҡарала булған яңы Төркиә Йөмһүриәте иғлан ителә[5]. Уның беренсе президенты Мостафа Кәмал Ататөрк була.

Хәрби алмашыныуҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1960 йылдың 27 майында Төркиәлә Джемаль Гюрсель етәкселегендә 1-се хәрби алмашыныу булды. Төркиәнең өсөнсө Президенты Мәхмүд Джеляль Баяр Мәрмәр диңгеҙенең Яссыада утрауында хәрби трибуналға тапшырылды.

1971 йылдың 27 мартында Төркиәлә 2-се хәрби алмашыныу булды.

1980 йылдың 12 сентябрендә Төркиәлә 3-сө хәрби алмашыныу булды. 650 мең кеше полицияға килтерелде, 1,683 миллион енәйәт эше асылды. 517 кеше үлем язаһын алды.[6]

Беренсе Президент һайлауы (2014 йыл)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылдың 10 авгусында Төркиәлә беренсе тапҡыр граждандар Президентты тура һайланы. 2014 йылға тиклем Төркиә Президентын мәжлес депутаттары һайлаған ине. Өс кандидат булды: Реджеп Тайип Эрдоған; Эхмеллетдин Иһсаноғлу (2005—2013 йылдарҙа Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы сәркәтибе); Селахаттин Демирташ — Халыҡтарҙың демократик партияһы рәйесе. Һайлаусыларҙың 51,79 % тауышы Реджеп Тайип Эрдоған өсөн бирелгән, ул еңеүсе тип танылған.

Рәсәйҙең «Су-24» самолётын юҡ итеү (2015 йыл)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылдың 24 ноябрендә Мәскәү ваҡыты менән 10:24 сәғәттә Сирия ғәрәп Йөмһүриәте территорияһында төрөк һауа ғәскәрҙәренең F-16 истребителдәре тарафынан Рәсәйҙең «Су-24» самолёты бәреп төшөрөлдө.[7]

Был хәлдән һуң Рәсәй менән Төркиә араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр насарайҙы. 2016 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы төрөк граждандары өсөн визаһыҙ инеү мөмкинлеген туҡтатты.

2016 йылдың июль аҙағында Төркиә президенты Рәжәп Тайып Эрдоган Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путинға хат менән мөрәжәғәт итте. Төркиә президенты самолёт менән бәйле ваҡиғаны яйға һалырға теләк белдерҙе. Хатында Эрдоган һәләк булған лётчиктың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Бер аҙҙан Сирияла Төркиә менән Рәсәй араһындағы хеҙмәттәшлек яңыртылды.

Төркиә — парламентлы демократик йөмһүриәт. 1923 йылдан башлап Төркиәлә секуляризация (дәүләтте диндән айырыу) процессы барҙы[8]. Төркиә конституцияһы илде үҙәкләштерелгән унитар дәүләт булып билдәләй. Дәүләттең төп идеологик доктринаһы — ататөрксөлөк.

Төркиә Конституцияһына ярашлы, дәүләт власы закондар сығарыу, башҡарма һәм суд йүнәлештәренә бүленә.

Закондар сығарыу власы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркиә бөйөк милли мәжлесе (төр. Türkiye Büyük Millet Meclisi — TBMM) — Төркиә Йөмһүриәтенең юғары бер палаталы закондар сығарыу органы (парламент)[9]. 1920 йылдың 23 апрелендә, Икенсе төрөк-грек һуғышы барышында, Анҡарала төҙөлдө. Төркиә Йөмһүриәтенең Мәжлесе 1920 йылда Төркиә Конституцияһын ҡабул итеү өсөн төҙөлә. Һуңғы Һайлауҙар 2015 йылдың июнендә үтә. 85 һайлау округта партия исемлектәре буйынса 550 депутат һайлана.

Истанбулда — өс һайлау округы, Анҡарала һәм Измирҙа — икешәр.

Парламентта тик 10 % тауыш алған партиялар күрһәтелгән.

Спикер — Джемиль Чичек, 2011 йылдан.

2015 йылда Парламентҡа сираттағы һайлауҙар үтте. Күпселек тауыштарҙы Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы алды.

Төркиә Президенты — Төркиәнең юғары дәүләт вазифаһы. Төркиә Президенты 2007 йылдан халыҡ менән һайлана. 2007 йылға тиклем Президент Төркиә бөйөк милли мәжлесе депутаттары менән һайланды.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркиә 81 илгә (элек виләйәт һүҙе ҡулланылған), ә инде һәр ил үҙ сиратында илселектәргә (райондарға, төр. ilçe) бүленә. Барлығы Төркиәлә 923-ләп район иҫәпләнә.

Шулай уҡ ил рәсми булмаған статистик яҡтан 7 төбәккә бүленә:

Илдәр менән сәйәси идараны хөкүмәт билдәләгән vali үтәй.

Географик белешмә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркиә Ерҙең көнсығыш ярымшарында урынлашҡан. Майҙаны 779 452 км² тәшкил итә. Ил майҙанының 97 проценты — Азияла, ҡалған 3 проценты Европала ята. Төркиәнең географик үҙенсәнлеге — ике ҡитға ҡушылған ерҙә урынлашыуы, шуға ла ил аша боронғо замандарҙан уҡ мөһим юлдар үтә.

Көнбайыштан көнсығышҡа Төркиә 1600 километрға, көньяҡтан төньяҡҡа иһә 600 километрға һуҙылған. Дәүләт өс тарафтан өс диңгеҙ менән йыуыла: Ҡара диңгеҙ, Эгей диңгеҙе һәм Урта диңгеҙ. Төркиәнең Европа һәм Азия өлөштәре Мәрмәр диңгеҙе, Босфор һәм Дарданелла боғаҙҙары менән айырыла.

Төркиә иҡтисадының 28 процентын — сәнәғәт, 15 процентын — ауыл хужалығы, 6 процентын — төҙөлөш, һәм ҡалған 51 проценттан күберәк өлөшөн төрлө хеҙмәтләндереү өлкәләре (башлыса туризм) тәшкил итә.

Ыңғай яҡтары: Ауыл хужалығы тармағы илде аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итә. 1990 йылдарҙа иҡтисадтың тиҙ үҫеүе күҙәтелде. Туризм. Белгестәр күп булыуы. АБ менән киң хеҙмәттәшлек.

Кире яҡтары: Даими юғары булған инфляция (2004 йылда — 54,4 процент). Таянып булмаҫтай ижтимағи финанс секторы. Дәүләт бюрократияһы. Тигеҙһеҙ хосусилаштырыу.

Төркиәлә хәҙерге ваҡытта ике АЭС төҙөлә: береһен — япон фирмалары менән, икесеһен — Рәсәйҙең Росатом менән (Аҡҡойоу (Akkuyu) АЭС-ы, Мерсин илендә).

Төҙөлөш илдең иҡтисадында ҙур роль уйнай. Төркиәнең төҙөлөш компаниялары Германия, Рәсәй һәм башҡа илдәрҙә күп объекттар төҙөй.

Эре вәкилдәр:

  • Уртим (Баш офис: Нуретдин Барансел Генералы урамы, 22-се йорт, Хадымкөй, Арнавуткөй, Истанбул),
  • Ант Япы.

Төркиә халҡының 99 проценты — мосолмандар, башлыса сөнниҙәр. Күп төрөк ғөрөф-ғәҙәттәре шәриғәт ҡанундарына нигеҙләнгән.

Кесе Азияла Урта Азиянан уғыҙ төркиҙәре килеп, был ерҙәрҙе үҙләштергәнсе, төрлө халыҡ вәкилдәре йәшәгән була. Улар мосолманлаша барған һайын уртаҡ мәҙәниәткә үҙ элементтарын индерә. Шул рәүешле Ғосманлы дәүләте мәҙәниәте Гректарҙың, Ислам һәм Төрки мәҙәниәттәренең ҡушылмаһы була. Бөгөнгө көндә Төркиәлә дин дәүләттән айырылған, мәҙәниәте иһә күп өлкәләрҙә европалаштырылған булыуына ҡарамаҫтан, халыҡта боронғо йолалар һаҡлана.

Төрөк әҙәбиәт белгестәре үҙ әҙәбиәттәренең башын VIII—X быуаттарҙағы боронғо төрки яҙмалары менән бәйләй. Ғосман осоро әҙәбиәте фарсы һәм ғәрәп тәьҫире аҫтында үҫеш ала.

Назим Хикмәт, Орхан Памуҡ кеүек төрөк яҙыусылары бөтөн дөнъяға танылған.

Төркиәлә туризм ныҡ үҫешкән. Быға диңгеҙ буйы курорттарының һәм иҫтәлекле урындарҙың күп булыуы сәбәп булып тора.

Туризм иң әүҙем үҫешкән төбәктәр:

Рәсәй туристик фирмалары башлыса Анталья ҡалаһы менән бәйләнештә әүҙем эшләй. Cит илгә сығыусыларға шулай уҡ яҡындағы Кемер, Аланья һәм башҡа ҡалаларға барырға ла тәҡдим итә. Һуңғы ваҡыттарҙа Мерсин иле менән ҡыҙыҡһыныу арта.

Урында туристик путевкалар алып, илдең теләһә ҡайһы өлкәһенә лә сәйәхәт яһарға була. Транспорт селтәренең яҡшы үҫеше илдең башҡа төбәктәренә лә бик ҡыҫҡа ваҡытта сәфәр ҡылырға мөмкинлек бирә[12].

Төркиә һәм Башҡортостан бәйләнештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ХХ быуаттың һуңғы ун йыллыҡтарынан алып Башҡортостандың Төркиә дәүләте менән бәйләнештәре йылдам үҫә. Был тәү сиратта халыҡ-ара туризм өлкәһенән башланып, башҡа йүнәлештәргә лә күсеп килә. Төрөк фирмалары республикала төрлө төҙөлөш эштәре алып бара. Мәҙәниәт өлкәһендә «ТөрКСОЙ» ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек әүҙем ойошторолған, унда Башҡортостандың махсус вәкиле бар. Ике ил араһында төрлө кимәлдәге делегациялар менән алмашыу ҙа даими күренешкә әйләнде.

Дәүләт байрамдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Primera Cronica General. Estoria de España. Tomo I. — Madrid, Bailly-Bailliere e hijos, 1906, 60 бит
  2. Jay Shaw Stanford. History of the Ottoman Empire and Modern Turkey. — Cambridge University Press, 1977. — ISBN 0-5212-9163-1.
  3. INTERNATIONAL ASSOCIATION OF GENOCIDE SCHOLARS (June 13, 2005), open letter to Prime Minister Recep Tayyip Erdogan 2011 йыл 13 сентябрь архивланған.
  4. The International Campagne to End Genocide
  5. Shaw, Stanford Jay; Kural Shaw, Ezel (1977). History of the Ottoman Empire and Modern Turkey. Cambridge University Press. ISBN 0-521-29163-1.
  6. [ http://www.warandpeace.ru/ru/reports/view/40861/ Төркиәлә 3-сө хәрби алмашыныу булды]
  7. Сбили лучшего, 26.11.2015 йыл «РБК» гәзите.
  8. Çarkoğlu, Ali (2004). Religion and Politics in Turkey. Routledge, UK. ISBN 0-415-34831-5.
  9. Төркиәнең Бөйөк Милли Меджлисы рәсми сайты 2018 йыл 18 август архивланған.
  10. Turkish Statistical Institute. 2009 Census, population living in cities. Turkish Statistical Institute (2010). Дата обращения: 25 ғинуар 2010. Архивировано 6 август 2012 года.
  11. Автомобиль коды
  12. Особенности переездов на междугородных автобусах в Турции
  13. []http://www.tccb.gov.tr/videogaleri/