23 июль
Уҡыу көйләүҙәре
23 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
23 июль Викимилектә |
23 июль — григориан стиле буйынса йылдың 204-се (кәбисә йылында 205-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 161 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- * Ер: Киттар һәм дельфиндар көнө.
Рәсми булмаған
- Рәсәй Федерацияһы: Дачниктар (Дачала йәшәүселәр һәм дачаға йөрөүселәр) көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Яза башҡарыу системаһының социаль иҫәп хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Көньяҡ Осетия: Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Сингапур: Инженерҙар көнө.
- 1930: Башҡортостан ауыл хужалығы институты (1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты) асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акимова Галина Николаевна (1950), йырсы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының вокалсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
- Кирәев Рушан Әхнәф улы (1955—26.05.2021), журналист, СССР Журналистар союзы ағзаһы. Ғалим һәм яҙыусы Кирәй Мәргәндең улы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сәйетйәғәфәрова Лилиә Хәлим ҡыҙы (1960), педагог, 2001 йылдан Өфөләге 22-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре һәм иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Корольков Борис Фёдорович (1936—6.07.1923), хәрби эшмәкәр, осоусы-снайпер, ғалим, авиация генерал-полковнигы. 1985—1988 йылдарҙа СССР Хәрби-һауа көстәре командующийының беренсе урынбаҫары; 1988—1996 йылдарҙа Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы начальнигы. Хәрби фәндәр докторы, профессор. Атҡаҙанған хәрби осоусы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Ғарипов Фәнис Аҡбар улы (1946), хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1992—2006 йылдарҙа Туймазы ҡалаһындағы «Санфаянс» заводы директоры; 2017 йылдан район ветерандар советы рәйесе урынбаҫары. Бер нисә саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Туймазы районының почётлы гражданы (2018). Сығышы менән ошо райондың Ғәфүр ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлимов Миҙхәт Әбделнасир улы (1932—15.08.2013), төҙөүсе. 1957—1994 йылдарҙа Өфөләге 21-се төҙөлөш тресының 7-се идаралығы штукатуры, бер үк ваҡытта 1962 йылдан — бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978), РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1967).
- Мифтахов Мансур Сәһәрйәр улы (1947), ғалим-химик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), химия фәндәре докторы (1988), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (1992).
- Биктимеров Миҙхәт Миәт улы (1957), педагог. 1990—2018 йылдарҙа Дүртөйлө районы Һыуыҡҡул урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, 1994—1997 һәм 2011—2018 йылдарҙа — директоры. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы (1993). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Ташлаҡ ҡасабаһынан.
- Мәхмүдов Рөстәм Рәшит улы (1962), комсомол, именлек һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары, 1986 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1987 йылдан — ВЛКСМ-дың Балтас район комитетының беренсе секретары; 1989—2013 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитеты һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте органдары хеҙмәткәре, подполковник (1998). 2014—201 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте кадрҙар сәйәсәте һәм муниципаль хеҙмәт идаралығының бүлек начальнигы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иванов Пётр Федотович (1943), инженер, муниципаль хеҙмәткәр. 1986 йылдан Туймазы бетон ташыусы автомобилдәр заводы директоры, 1994—1997 йылдарҙа Туймазы ҡалаһы мэры. Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе, Туймазы ҡалаһының почётлы гражданы (1994). Сығышы менән Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе Троицкий районының Сиротино ауылынан.
- Чанышев Ринат Риян улы (1953), инженер-төҙөүсе-ғалим. 2008 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының «Реактив» ғилми-тикшеренеү институты директоры. Техник фәндәр докторы (2003).
тулы исемлек
- Гәрәев Марат Миңләхмәт улы (1958), опера йырсыһы, тенор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998). Мәскәү гуманитар университетының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1910: Пимен (төп исеме Сергей Михайлович Извеков), дин әһеле, 1971—1990 йылдарҙа Мәскәү һәм бөтә Рәсәй патриархы.
- 1915: Михаил Матусовский, СССР шағиры, йыр текстары авторы.
- 1920: Амалия Родригиш, Португалия йырсыһы.
- 1950: Владимир Мегре, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы.
- 1965: Сол Хадсон (псевдонимы «Слэш»), Британия музыканты, гитарист.