4 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
(4 октября битенән йүнәлтелде)
4 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
4 октябрь Викимилектә |
4 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 277-се көнө (кәбисә йылында 278-се). Йыл аҙағына тиклем 88 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя кейек-йәнлектәрҙе һаҡлау көнө.
- Австралия: Хеҙмәт көнө.
- АҠШ: Араҡы көнө.
- Лесото: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Мозамбик: Тыныслыҡ һәм милли ярашыу көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Йыһан ғәскәрҙәре көнө.
- Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Граждандар оборонаһы ғәскәрҙәре көнө.
- Украина: Ветеринар милиция хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1582: Рим папаһы Григорий XIII григориан календары индерә.
- 1909: Өфө уҡытыусылар институты (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аксаков Григорий Сергеевич (1820—24.02.1891 — Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре. 1865—1867 йылдарҙа Өфө губернаторы. Өфө губерна музейын (хәҙерге Милли музей) асыуға һәм Өфөлә беренсе театр төҙөүгә булышлыҡ итеүсе. 1863 йылдың 14 майында раҫланған «Башҡорттар тураһында положение»ны төҙөүселәрҙең береһе. Тайный советник (1871). 2-се дәрәжә Изге Владимир (1886), Аҡ Бөркөт (1889), 1-се дәрәжә Изге Анна (1867), 1-се дәрәжә Изге Станислав (1864) ордендары кавалеры. Һамарҙың почётлы гражданы (1873).
- Лысенко Павел Кондратьевич (1920—1997), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1965—1981 йылдарҙа Хәйбулла районы «Матрай» совхозының баш инженеры. Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Әминев Тәлғил Исмәғил улы (1930—13.09.2016), педагог, крайҙы өйрәнеүсе, музей белгесе, энциклопедист. 1965—2006 йылдарҙа Бәләбәй педагогия училищеһы (колледжы) директорының уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, директоры (1970—1975), ижтимағи фәндәр уҡытыусыһы. РСФСР (1987) һәм Башҡорт АССР-ы (1967) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Байков Игорь Рауил улы (1962), ғалим-инженер-механик. 1982 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996 йылдан сәнәғәт йылылыҡ энергетикаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003 йылдан Башҡортостан Республикаһының Энергия һаҡлау үҙәге директоры. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре, газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1990). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Николаев өлкәһе Николаев ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Васильев Василий Ильич (1936—19.06.2010), педагог. 1987—2000 йылдарҙа Салауат ҡала Экология-биология станцияһы директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Сиҙәкбаш ауылынан.
- Пантелеева Валентина Васильевна (1941), малсылыҡ ветераны. 1959—1971 йылдарҙа Балаҡатай районы «Ҡыҙыл Урал» колхозының сусҡа фермаһы мөдире, 1982 йылдан — зоотехник, 1993—1996 йылдарҙа машина менән һыйыр һауыу оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың Соҡалы ауылынан.
- Аталипова Ирина Нурый ҡыҙы (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-табип-пульмонолог. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (1987), доцент (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Абдулла ауылынан.
- Сафронова Валентина Васильевна (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 2-се республика клиник дауаханаһының элекке табип-терапевы. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Качкаев Павел Рюрикович (1951), инженер, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 2001—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры; 2006—2011 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы. Рәсәйҙең 6-сы, 7-се һәм 8-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү тармағы хеҙмәткәре (2001), Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре (2004). Дуҫлыҡ (2006) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2020) ордендары кавалеры.
- Хәйруллина Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы (1951), мәғариф ветераны. Өфө ҡалаһы 127-се урта мәктәбенең элекке директоры. Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1994).
- Носратуллин Азамат Ризуан улы (1966), агроном, муниципаль хеҙмәткәр. 2009—2020 йылдарҙа Нуриман район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008), Халыҡтар дуҫлығы (2003) һәм Салауат Юлаев (2020) ордендары кавалеры, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Күл ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ермаков Сергей Николаевич (1937), ғалим-тимер юл транспорты инженеры, муниципаль хеҙмәткәр, йәмәғәтсе. 1985—1990 йылдарҙа Куйбышев тимер юлының Ульяновск бүлексәһе начальнигы; 1990—1993 һәм 2004—2010 йылдарҙа Ульяновск ҡала хакимиәте башлығы; 1993—1995 йылдарҙа Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы депутаты; 2012 йылдан Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Ульяновск өлкә советы рәйесе. Техник фәндәр кандидаты. Ульяновск ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтйәнов Ғизәр Әхмәткаррам улы (1952), зооинженер. Бүздәк районы Фрунзе исемендәге крәҫтиән хужалыҡтары союзының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Әхмәтова Рәзифа Зекри ҡыҙы (1957), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1976 йылдан Баймаҡ районы Халыҡ ижады үҙәге Ярат филиалының художество етәксеһе, 1987 йылдан — етәксеһе. 2012 йылдан «Хыял» халыҡ театры етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән ошо райондың Ғүмәр ауылынан.
- Аҡҡусҡарова Фәрзәнә Дамир ҡыҙы (1962), педагог. 1979 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1998 йылдан Аҡъярҙағы 1-се урта мәктәп уҡытыусыһы, 2009 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире; 2010 йылдан район мәғариф бүлеге инспекторы. Рәсәй Федерацияһы почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007), Бөтә Рәсәй педагогтар конкурсы лауреаты (2008). Сығышы менән Аҡъяр ауылынан.
- Черненко Надежда Егоровна (1962), педагог. 1985 йылдан Салауат ҡала мәктәптәре уҡытыусыһы, 1992 йылдан 20-се мәктәп директорының уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2000—2015 йылдарҙа — мәктәп директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Анновка ауылынан.
- Исламова Гүзәл Ғамил ҡыҙы (1977), ғалим-социолог. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Социалогия фәндәре кандидаты (2011), доцент (2012). Сығышы менән Туймазы ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нурғәлин Зиннур Әхмәҙиә улы (1928—10.06.2020), әҙәбиәт белгесе, театр тәнҡитсеһе, публицист, юғары мәктәп етәксеһе һәм уҡытыусыһы. 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), тарих фәндәре кандидаты (1968), филология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (2003).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Балабан Аншель Львович (1909—13.11.1979), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1946 йылдан — Өфөләге 3‑сө төҙөлөш тресы идарасыһы урынбаҫары, 1956—1972 йылдарҙа — идарасыһы. Башҡорт АССР-ы Автомотоспорт федерацияһының тәүге рәйесе (1960—1971). РСФСР‑ҙың (1970) һәм Башҡорт АССР-ының (1965) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Мотоспорт буйынса Бөтә Союз категориялы судья (1959), Халыҡ-ара мотоцикл спорты федерацияһының халыҡ-ара хронометрисы (1970). Ленин (1958), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Винница өлкәһе Тульчын ҡалаһынан.
- Максимов Владимир Павлович (1934—12.11.1982), ғалим-тау инженеры‑геолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1964 йылдан — «Гидротюменьнефтегаз» ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтының бүлек начальнигы, 1969 йылдан — КПСС‑тың Төмән өлкә комитетында бүлек мөдире, 1974 йылдан — Бөтә Рәсәй нефть һәм газ ғилми‑тикшеренеү институты (Мәскәү) директорының фән буйынса урынбаҫары. Техник фәндәр доктор (1974), профессор (1980). Ленин премияһы (1970), И. М. Губкин исемендәге премия (1967) лауреаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән ҡалаһынан.
- Риф Сәйфуллин (1949), театр актёры. 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1988).
- Усманова Зифа Ғәлимйән ҡыҙы (1949), табип-терапевт. Медицина, хеҙмәт һәм кеше экологияһы ғилми-тикшерененеү институтының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1895: Рихард Зорге, СССР разведчигы, Советтар Союзы Геройы (1964 йыл — үлгәндән һуң).
- 1916: Виталий Лазаревич Гинзбург, СССР һәм Рәсәй физигы, Нобель премияһы лауреаты (2003).
- 1669: Рембрандт, Голландия рәссамы.
- 1872: Владимир Даль, «Бөйөк рус йәнле теленең аңлатмалы һүҙлеге» авторы.
- 1947: Макс Планк, Германия физигы.
- 1996: Шәйхулла Чанбарисов, Башҡорт дәүләт университетының беренсе ректоры