2 февраль: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Ryanag (фекер алышыу | өлөш) |
|||
79 юл: | 79 юл: | ||
==== 3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар ==== |
==== 3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар ==== |
||
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|6|}} || |
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|6|}} || |
||
* [[Крашенинников Фёдор Павлович]] (27.01(2.02).1898—16.02.1979), — театр актёры. [[Граждандар һуғышы]]нда ҡатнашыусы. 1938 йылдан [[СССР]] Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1937—1963 йылдарҙа [[Өфө]] ҡалаһындағы [[Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры|Республика Рус драма театры]] актёры һәм бер үк ваҡытта 1947 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. [[Башҡорт АССР-ы]]ның халыҡ артисы (1955). Ике [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] кавалеры (1949, 1955). |
|||
* [[Ҡантыҡов Йонос Хәбибулла улы]] (2.02.1938—1991), «[[Салауатбыяла]]» йәмғиәте автотранспорт цехының элекке шофёры, [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] кавалеры. |
* [[Ҡантыҡов Йонос Хәбибулла улы]] (2.02.1938—1991), «[[Салауатбыяла]]» йәмғиәте автотранспорт цехының элекке шофёры, [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] кавалеры. |
||
* [[Кузина Людмила Павловна]] (2.02.1943), педагог, [[Күмертау]] ҡалаһының «Гармония» 1-се урта мәктәбенең 1983—2004 йылдарҙағы директоры, [[Башҡортостан]]дың атҡаҙанған уҡытыусыһы. |
* [[Кузина Людмила Павловна]] (2.02.1943), педагог, [[Күмертау]] ҡалаһының «Гармония» 1-се урта мәктәбенең 1983—2004 йылдарҙағы директоры, [[Башҡортостан]]дың атҡаҙанған уҡытыусыһы. |
10:58, 2 сентябрь 2019 өлгөһө
2 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 33-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 332 көн ҡала (кәбисә йылында 333).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар
- Әзербайжан — Йәштәр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы — Хәрби дан көнө (Сталинград янында еңеү хөрмәтенә)
Тарихи ваҡиғалар
- 506 — Король Аларих II бойороғо буйынса «Вестготтарҙың Рим законы» исемле яңы хоҡуҡи йыйынтыҡ әҙерләнә һәм индерелә.
- 629 — Император Дзёмэй Японияның 34-се императоры итеп иғлан ителә.
- 962 — Оттон I Изге Рим империяһының императоры була.
- 1033 — Конрад II төньяҡ Бургундия аҡһөйәктәре тарафынан бургунд короле итеп иғлан ителә.
- 1119 — 162-се Рим папаһы итеп граф Гвидо һайлана, ул Каликст II исемен ҡабул итә.
- 1141 — Англияла граждандар һуғышы: король Стефан һәм королева Матильда яҡлылар араһында Линкольн янында алыш. Стефандың ғәскәре ҡыйратыла, король үҙе әсиргә төшә, был Матильдаға Англияла хакимлыҡты үҙ ҡулына алырға мөмкинлек бирә.
- 1207 — Хәҙерге Латвия һәм Эстония биләмәләрендә Изге Рим империяһы составында Терра Мариана кенәзлеге барлыҡҡа килә.
- 1238 — Батый Мәскәүҙе бөлгөнлөккә төшөрә.
- 1348 — Стрева йылғаһы буйындағы Ковно (Каунас) ҡалаһы янында Тевтон ордены менән Бөйөк Литва кенәзлеге ғәскәрҙәре араһында алыш. Тевтон ордены еңә, Кенигсбергта был айҡанлы Дева Мария сиркәүе төҙөлә.
- 1386 — Люблинда шляхтаның дөйөм йыйынында Литва кенәзе Ягайло Владислав II исеме аҫтында Польша короле итеп һайлана.
- 1421 — Чжу Ди император булғанда Ябыҡ ҡаланы төҙөү тантаналы рәүештә тамамлана.
- 1440 — Фридрих III Габсбург Германия короле була.
- 1461 — Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы: Мортимерс-Кросс янындағы һуғышта Йорктар ышаныслы еңеүгә ирешә.
- 1536 — Испан конкистадоры Педро де Мендоса Буэнос-Айрес ҡалаһына нигеҙ һала.
- 1626 — Инглиз короле Карл I тәхеткә ултыра.
- 1868 — Токугава сегундары тоҡомоноң терәге булған Осака ҡәлғәһе Сацума һәм Тёсю кенәзлектәре ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына.
- 1886 — АҠШ-та тәүге тапҡыр рәсми рәүештә Һыуыр көнөн билдәләйҙәр.
- 1918 — Халыҡ Комиссарҙары Советы «Сиркәүҙе дәүләттән һәм мәктәптән айырыу» тураһында декрет ҡабул итә.
- 1919
- Мәскәүҙә беренсе рабфак асыла.
- РСФСР һәм Эстония араһында Тарту солох килешеүе.
- Ҡыҙыл Армия урындағы коммунистар ярҙамында Хиуа ханлығын ҡыйрата.
- 1924
- СССР һәм Бөйөк Британия араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе итеп Алексей Иванович Рыков ҡуйыла.
- Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы ойошторола.
- 1932 — Өфөлә Берләшкән ҡурсаҡ театры (хәҙер Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры) асыла.
- 1938 — Башҡортостанда Театр эшмәкәрҙәре союзы ойошторола.
- 1940 — СССР совет композиторҙары союзының Башҡортостан бүлеге ойошторола.
- 1943 — Совет ғәскәрҙәре Сталинград янында немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйрата.
- 1959 — Төньяҡ Уралда асыҡланмаған сәбәптәрҙән Дятловтың туристар төркөмө һәләк була.
- 1986 — Лихтенштейнда ҡатын-ҡыҙҙар тәүге тапҡыр һайлауҙарҙа ҡатнаша.
- 1987 — Референдумда Филиппин Республикаһының Конституцияһы ҡабул ителә.
- 1993
- Чехословакия тарҡалғандан һуң, Вацлав Гавел Чехияның беренсе Президенты була.
- Андорра Конституцияһы ҡабул ителә.
- 1999
- Саксония Ирекле Дәүләтендә (Германия) Башҡортостан Республикаһының көндәре асыла.
- Уго Чавес Венесуэланың Президенты була.
- 2001 — «Башҡортостан юлдаш телекоммуникациялары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте булдырыла
- 2005 — Арманду Эмилио Гебуза Мозамбик Президенты була.
- 2008 — Чадта Икенсе граждандар һуғышы: Нджамена өсөн алыш.
- 1932 — Өфөлә Берләшкән ҡурсаҡ театры (хәҙер Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры) асыла.
Был көндө тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы (2.02.1910—20.10.2001), сәхнә биҙәүсе рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) халыҡ рәссамы, РСФСР‑ҙың (1954) һәм БАССР‑ҙың (1943) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955, 1971).
- Янышев Фәнис Фәтих улы (2.02.1950), журналист, яҙыусы, хужалыҡ һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2010).
- Хәмбәлеева Әлфиә Саяр ҡыҙы (2.02.1960—3.07.2013), башҡорт опера йырсыһы (драматик сопрано). 1994—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1996). Вокалсыларҙың Михаил Глинка исемендәге халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Өфө, 1995).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Муса Йәлил (2.02.1906—25.08.1944), татар совет шағиры. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1929 йылдан ВКП (б) ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1956, үлгәндән һуң), Ленин премияһы лауреаты (1957, үлгәндән һуң).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ларин Юрий Анатольевич (2.02.1922—27.07.1981) — артиллерист, өлкән лейтенант (1952), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Дан орденының тулы кавалеры.
- Маликов Марат Фәйзелҡадир улы (2.02.1937), ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. Юридик фәндәре докторы (1992), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1992).
- Харисов Марат Шамил улы (2.02.1947) — отставкалағы хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Полковник.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Крашенинников Фёдор Павлович (27.01(2.02).1898—16.02.1979), — театр актёры. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1937—1963 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы Республика Рус драма театры актёры һәм бер үк ваҡытта 1947 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949, 1955).
- Ҡантыҡов Йонос Хәбибулла улы (2.02.1938—1991), «Салауатбыяла» йәмғиәте автотранспорт цехының элекке шофёры, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Кузина Людмила Павловна (2.02.1943), педагог, Күмертау ҡалаһының «Гармония» 1-се урта мәктәбенең 1983—2004 йылдарҙағы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Аҙнабаева Рәүиә Ғәбделхаҡ ҡыҙы (2.02.1963), Көйөргәҙе районы С. М. Киров исемендәге хужалыҡ һауынсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Ковальский Алексей Алексеевич (2.02.1968), Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры, физика-математика фәндәре кандидаты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры. Рәсәй Федерацияһының II класлы дәүләт советнигы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы (2.02.1919—21.08.1991), журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956—1971 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире, 1963 йылдан — директоры. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969), матбуғат отличнигы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Үтәғол ауылынан.
- Әмиров Марс Басыр улы (2.02.1939—10.02.2010), ғалим-агроном, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1966—2002 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992), профессор (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Балыҡлы ауылынан.
- Ғүмәрова Минзифа Ғабит ҡыҙы (2.02.1949), 1966—2004 йылдарҙа Баймаҡ районының мәктәпкәсә балалар учреждениелары тәрбиәсеһе һәм етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2002).
Дөйөм исемлек
- 1208 — Хайме I, Арагон короле.
- 1494 — Бона Сфорца, Польша батшабикәһе.
- 1522 — Лодовико Феррари, итальян математигы.
- 1616 — Себастьян Бурдон, француз рәссамы.
- 1786 — Жак Филлип Мари Бине, француз математигы, механик һәм астроном.
- 1883 — Михаил Гнесин, рус һәм совет композиторы, педагог.
- 1885 — Михаил Фрунзе, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы йылдарында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы полководецы.
- 1904 — Михаил Чкалов, совет осоусыһы, Советтар Союзы Геройы.
Был көндө вафат булғандар
Йыл көндәре