9 июль
(9 июля битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации
Перейти к поиску
9 июль | |
![]() |
9 июль — григориан стиле буйынса йылдың 190-сы (кәбисә йылында 191-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 175 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бибиков Борис Владимирович (1900—5.11.1986), педагог, актёр. РСФСР-ҙың (1947), Тажик ССР-ының (1964) һәм Башҡорт АССР-ының (1959) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ҡарағалпаҡ АССР-ының атҡаҙанған артисы (1967). 1934 йылдан Мәскәүҙең төрлө театрҙары режиссёры, бер үк ваҡытта ГИТИС һәм 1942 йылдан — Бөтә Союз дәүләт кинематография институты, 1970 йылдар аҙағынан Тажикстан сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (1951). Сталин премияһы лауреаты (1950). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Серпухов ҡалаһынан.
- Лубышев Фёдор Владимирович (1945), ғалим-математик. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика- математика фәндәре докторы (1997), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Бөгөлмә ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гәрәев Муса Ғaйса улы (1922—17.09.1987), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы (1956). Йәмәғәт эшмәкәре. 1965—1977 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, СССР-ҙың 2—4 саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының 7—9 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23.02.1945; 19.04.1945).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәбибуллин Заятүләк Әмир улы (1939—1.12.1999), ғалим-тау инженеры, 1967—1999 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990 йылдан — кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Аҡбаҫар ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1819: Элиас Хоу, АҠШ механигы, теген машинаһын уйлап табыусыларҙың береһе.
- 1850: Иван Вазов, Болгария шағиры.
- 1940: Сева Новгородцев, Британия журналисы, Би-би-си радиоһы комментаторы.
- 1945: Дин Кунц, АҠШ-тың фантаст яҙыусыһы.
- 1950: Виктор Янукович, Украина сәйәсмәне һәм дәүләт эшмәкәре, илдең 2010—2014 йылдарҙағы президенты.
- 1956: Том Хэнкс, АҠШ актёры, кинорежиссёр, сценарист һәм продюсер.
- 1980: Юлия Такшина, Рәсәйҙең театр һәм кино актрисаһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1928: Мирхәйҙәр Фәйзи, башҡорт һәм татар яҙыусыһы, драматург һәм журналист.
- 2005: Ибраһим Абдуллин, драматург, яҙыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1995).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]