24 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
(24 сентября битенән йүнәлтелде)
24 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
24 сентябрь Викимилектә |
24 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 267-се көнө (кәбисә йылында 268-се). Йыл аҙағына тиклем 98 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ҡарауансы көнө.
Рәсми булмаған
- Ер: Уйланмаған дыуамаллыҡ көнө.
- Һөйөү яҙмалары көнө.
- Эштәрҙе төгәлләү байрамы.
- Гвинея-Бисау: Дәүләт теле көнө.
- Индонезия: Ауыл хужалығы көнө.
- Камбоджа: Конституция көнө.
- Көньяҡ Корея: Уңыш көнө.
- Ҡырғыҙстан: Ғаилә, татыулыҡ һәм килешеү көнө.
Төбәк байрамдары
- Ҡырым Республикаһы: Дәүләт флагы һәм Дәүләт гербы көнө.
- Ер: Система аналитигы көнө.
- 1852: Француз Анри Жиффар пар двигателле дирижаблдә беренсе осош яһай.
- 1893: Петербургта Рәсәй империяһында тәүге тапҡыр футбол уйыны үткәрелә.
- 1948: «Хонда Мотор» компанияһы эш башлай.
- 1960: АҠШ-тың беренсе атом авианосецы «Энтерпрайз» һыуға төшөрөлә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәрхшатов Марс Нурулла улы (1955), инженер-механик-ғалим, комсомол органдары хеҙмәткәре. 1981 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—1986 йылдарҙа вуздың ВЛКСМ комитеты секретары, 1997 йылдан тәрбиә эше һәм социаль-көнкүреш мәсьәләләре, 2008 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1999—2005 йылдарҙа металдар технологияһы һәм машиналар ремонтлау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Ҡарағош ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөфлиханов Аҡшур Суфуат улы (1931—23.08.2016), агроном. 1961 йылдан Салауат районының XXI партсъезд исемендәге колхоз рәйесе, 1979—1982 йылдарҙа район ауыл хужалығы идаралығы агрономы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Савинов Борис Александрович (1936), инженер-технолог. 1965—1999 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1979—1983 йылдарҙа — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1996), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалервы (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
тулы исемлек
- Хәсәнова Фариза Фәйзрахман ҡыҙы (1941), театр артисы. 1966 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы (1892—7.12.1937), ғалим-тел белгесе, педагог. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1931—1937 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле кафедраһы мөдире. Хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1929—1937 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Никоноров Геннадий Васильевич (1947), педагог, йәмәғәтсе. 1968 йылдан Баҡалы районы Яңы Маты ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе, «Совет» колхозы рәйесе урынбаҫары, «Ҡыҙыл Йондоҙ» колхозының партком секретары, Баҡалы ауылы 2-се урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, 1991—2001 йылдарҙа — мәктәп директоры; 2001—2005 йылдарҙа район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы. 20 йыл дауамында йәмәғәт башланғысында территориаль һайлау комиссияһы рәйесе. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Петровка ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Варфоломеев Дмитрий Фёдорович, (1918—7.05.1992), химик-технолог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан КПСС‑тың 22‑се съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы, 1977—1988 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институты директоры, бер үк ваҡытта 1972 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (1975), профессор (1981). РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1967) һәм почётлы нефтехимигы (1978). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Дуйловский Виктор Степанович (1938), фельдшер-акушер. 1963 йылдан Салауат санитар-эпидемиология станцияһының бүлек мөдире, 1965—1981 йылдарҙа — санитар табиптың сәнәғәт санитарияһы буйынса ярҙамсыһы; 1986 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең 20-се медсанчасының фельдшер-наркологы, 1998—2001 йылдарҙа — граждандар оборонаһы штабы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1996), Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Ботьево ауылынан.
тулы исемлек
- Шерстобитов Евгений Павлович (1938), нефтехимик. 1961—1999 йылдарҙа «Өфөоргсинтез» берекмәһенең компрессор ҡулайламаһы машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Костарев ауылынан.
- Ғарифуллин Рим Карам улы (1943), хор артисы (тенор). 1969 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992), республика вокалистар конкурсы (1962) һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йəш йырсылар конкурсы лауреаты (1973).
- Ивакина Антонида Андреевна (1953), малсы. 1969—2008 йылдарҙа Мәсетле районы Ленин исемендәге колхоз һәм «Ленинский» ауыл хужалығы кооперативы һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008), «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе (2000). Сығышы менән ошо райондың Барышовка ауылынан.
- Миңлешева Венера Мөхтәр ҡыҙы (1958), педагог. 1976 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, 2005 йылдан Аҡъяр тау колледжы уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән ошо райондың Әҙел ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәсәнов Шамил Камил улы (1919—14.04.1981), уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1957), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1965). 1937—1981 йылдарҙа Мәсетле районы мәктәптәрендә эшләй. 1938—1940 йылдарҙа Ҡорғат ете йыллыҡ, 1954—1968 йылдарҙа Оло Аҡа урта мәктәптәре директоры. Сығышы менән Оло Аҡа ауылынан.
- Смирнов Владимир Вячеславович (1949), спортсы, тренер. Өфө ҡалаһындағы «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе. 1984—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының йыйылма командаһы тренеры. Ғәмәли янғын спорты буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1972). СССР (1975—1978) һәм РСФСР (1976) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Магадан өлкәһенең Нексекан ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Сәлмән Ярмуллин (1969), журналист, 1991 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2006 йылдан «Аманат» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009) һәм мәғариф отличнигы (2009). Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (1998) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2005) лауреаты.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1896: Скотт Фицджеральд, АҠШ яҙыусыһы.
- 1902: Хөмәйни Рухаллаһ Мусауи, Ирандың 1979—1989 йылдарҙағы етәксеһе.
- 1812: Пётр Багратион, Рәсәй империяһының хәрби начальнигы.