2 март: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар: өҫтәмә мәғлүмәт |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар: яңы мәғлүмәт |
||
87 юл: | 87 юл: | ||
==== 4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар ==== |
==== 4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар ==== |
||
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|7|}} || |
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|7|}} || |
||
* [[Әмирхан Еники]] (2.03.1909—16.02.2000), яҙыусы. [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы. [[Татарстан|Татар АССР-ының]] халыҡ яҙыусыһы (1989) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1979) һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|«Почёт Билдәһе»]] (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Благовар районы]] [[Яңы Ҡарғалы]] ауылынан. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. |
|||
* [[Сафина Нәжибә Әхмәтнур ҡыҙы]] (2.03.1949), татар шағиры, уҡытыусы, журналист. |
* [[Сафина Нәжибә Әхмәтнур ҡыҙы]] (2.03.1949), татар шағиры, уҡытыусы, журналист. |
||
* [[Әлфиә Әсәҙуллина]] (2.03.1959), шағир. [[Китап (нәшриәт)|Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте]]нең сектор мөдире. [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010). [[Ауырғазы районы]]ның [[Ғәлимйән Ибраһимов]] исемендәге премия лауреаты (2013). |
* [[Әлфиә Әсәҙуллина]] (2.03.1959), шағир. [[Китап (нәшриәт)|Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте]]нең сектор мөдире. [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010). [[Ауырғазы районы]]ның [[Ғәлимйән Ибраһимов]] исемендәге премия лауреаты (2013). |
06:38, 28 февраль 2019 өлгөһө
2 март — григориан стиле буйынса йылдың 61-се (кәбисә йылында 62-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 304 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар
Тарихи ваҡиғалар
- 1476 — Грансон янындағы һуғышта швейцар кантондары ополчениеһы Бургундия герцогы Карл Ҡыйыуҙың ғәскәрен еңә.
- 1498 — Васко да Гаманың эскадраһы Мозамбик ярҙарына етә.
- 1699 — Француз тикшеренеүсеһе С. д’Ибервиль Миссисипи йылғаһының тамағын аса.
- 1711 — Рәсәйҙең юғары дәүләт органы Сенат ойошторола (1917 йылға тиклем эшләй).
- 1791 — Францияла яңы бәйләнеш системаһы — семафор индерелә.
- 1797 — Павел I ҡарары менән Пермь наместниклығы Пермь губернаһы итеп үҙгәртелә.
- 1831 — Александр Пушкин Наталья Гончарова менән никахлаша.
- 1855 — Рәсәй тәхетенә Александр II ултыра.
- 1911 — М. Е. Пятницкий ойошторған урыҫ халыҡ хорының тәүге сығышы була.
- 1917 — АҠШ конгресы Джонс законын ҡабул итә, уның нигеҙендә Пуэрто-Рико АҠШ биләмәһе итеп иғлан ителә, унда йәшәүселәр АҠШ граждандары хоҡуҡтарын ала.
- 1919 — Мәскәү финанс институты ойошторола, һуңынан ул Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте эргәһендәге финанс академияһына әүерелә.
- 1921 — Лабин Республикаһы иғлан ителә.
- 1925 — Японияла ирҙәр өсөн дөйөм һайлау хоҡуғы тураһында закон ҡабул ителә.
- СССР-ҙың барлыҡ ғәскәри частарына Реввоенсоветтың Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында бер башлыҡлылыҡ индерелеү тураһындағы бойороғо ебәрелә.
- 1930 — «Правда» гәзитендә Сталиндың коллективлаштырыу барышында киткән «урындағы самаһыҙлыҡтар» тураһындағы «Уңыштарҙан баш әйләнеү» исемле мәҡәләһе сыға.
- 1933 — Нью-Йоркта «Кинг Конг» фильмы премьераһы үтә.
- 1935 — Мәскәүҙә реактив осоу аппараттарын стратосфераға осоу өсөн ҡулланыу буйынса беренсе Бөтә Союз конференцияһы асыла.
- 1939 — 260-сы Рим Папаһы итеп Эудженио Пассели һайлана, ул Пий XII исемен ҡабул итә.
- 1943 — Икенсе донъя һуғышы: Тымыҡ океандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә АҠШ һәм Япония араһында диңгеҙ алышы башлана.
- 1949 — Самолеттың Ер шары тирәләй тәүге туҡталышһыҙ осошо тамамлана. Осош 94 сәғәт дауам итә, самолет Lucky Lady II (B-50 Superfortress) тип атала. Экипаж 13 ирҙән тора, яғыулыҡ ҡойоусы самолет уларҙың самолетына осош дауамында дүрт тапҡыр яғыулыҡ өҫтәй.
- 1951 — Тәүге тапҡыр НБА-ның бөтә йондоҙҙары матчы үтә.
- 1956 — Марокко Франциянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.
- 1958 — В. Фукстың экспедицияһы (Англия) тәүге тапҡыр Антарктиданы үтә.
- 1959 — СССР-ҙа ирекле халыҡ дружиналары булдырыла.
- 1962 — Түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Бирмала власҡа социалистик үҫеш юлы яҡлылылар килә.
- 1963 — Пекинда ҠХР һәм Пакистан араһындағы сик тураһында ваҡытлы килешеүгә ҡҡл ҡуйыла.
- 1964 — «Битлз» төркөмө үҙҙәренең тәүге «A Hard Day’s Night» фильмын төшөрә башлай.
- 1965 — АҠШ хәрби-һауа көстәре Вьетнамды даими рәүештә утҡа тота башлай.
- 1967 — «Грэмми» премияһын тапшырыуҙың 9-сы тантанаһы үтә. Йыл яҙмаһы: Фрэнк Синатраның «Strangers in the Night» йыры. Номинанттар араһында Джон Леннон һәм Пол Маккартни ҙа була.
- 1968 — Сид Баррет «Pink Floyd» төркөмөнән китә.
- 1969 — «Конкорд» француз тауыштан шәберәк осоусы самолетының тәүге һынау осошо.
- Даманск утрауында сик буйы низағы: 30 ҡытай хәрбийе, совет-ҡытай сиген үтеп, совет сик һаҡсыларын атып үлтерә, шулай уҡ утрауҙа әҙерләгән боҫҡондан да ут асалар.
- 1970 — Александр Твардовский «Новый мир» журналынан ҡыуыла.
- Көньяҡ Родезияла рәсми рәүештә республика иғлан ителә.
- 1973 — Валюта көрсөгө ҡотолғоһоҙлоғо арҡаһында Европала бөтә валюта баҙарҙары ябыла.
- 1974 — Грэмми премияһын тапшырыуҙа Стиви Уандер биш бүләк ала.
- 1975 — Иран бер фирҡәле дәүләткә әйләнә.
- 1983 — Израиль табиптары, ҡаты ауырыуҙарға операция яһауҙан һәм дауалауҙан баш тартып, дөйөм забастовка башлай.
- 1986 — Бөйөк Британия королеваһы Елизавета II Канберрала «Австралия тураһында билль» документына ҡул ҡуя, ул Австралияны Британия менән бәйләгән һуңғы хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе юҡҡа сығара.
- 1988 — Грэммиҙың 30-сы тантанаһында Пол Саймон иң яҡшы йыр яҙмаһы, U2 иң яҡшы альбом, Jody Watley иң яҡшы вокал өсөн бүләк ала.
- 1992 — Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар студияһы эш башлай.
- Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан үҙ аллы дәүләттәр булараҡ БМО ағзалары була.
- Днестр буйы Молдова Республикаһында ҡораллы низағ башлана.
- 1993 — Сорғотта БДБ-ның нефть һәм газ буйынса хөкүмәт-ара советы булдырыла.
- Украинаның медицина фәндәре академияһы нигеҙләнә.
- 2001 — Афғанстанда талибтар Будда һәйкәлен шартлата.
- 2008 — Рәсәйҙә 3-сө тапҡыр президент һайлауҙары үтә.
Был көндө тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ишембаева Галина Григорьевна (02.03.1957) — әҙәбиәт белгесе, ғалим. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2001).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ханыков Яков Владимирович (2.03.1818—25.01.1862), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, картограф. 1851—1856 йылдарҙа Ырымбур губернаһының граждан губернаторы. Ғәмәли статский советнигы. Дворян. Губерна сәнәғәте, урындағы халыҡ тураһындағы хеҙмәттәр авторы. Сығышы менән Калуга губернаһының Георгиевское ауылынан.
- Юлдашбаев Билал Хәмит улы (2.03.1928—13.04.2001), тарихсы-ғалим, этнополитолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1974), профессор (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Шамратов Ефим Шамратович (2.03.1933), хужалыҡ эшмәкәре, 1986—1997 йылдарҙа Мишкә юл төҙөү механизацияланған күсмә колоннаһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1995), Мишкә районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Сурай ауылынан.
- Ғайсина Рәйдә Мирғәле ҡыҙы (2.03.1938), ғалим-рус теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. Филология фәндәре докторы (1984), профессор (1984). 1996—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының хәҙерге рус тел ғилеме кафедраһы мөдире. 1987—1996 йылдарҙа Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә эшселәр ҡасабаһынан.
- Мусин Эмиль Марат улы (2.03.1968), журналист, 2001 йылдан «Туймазинский вестник» ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәре. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Әмирхан Еники (2.03.1909—16.02.2000), яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Татар АССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1989) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Яңы Ҡарғалы ауылынан. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән.
- Сафина Нәжибә Әхмәтнур ҡыҙы (2.03.1949), татар шағиры, уҡытыусы, журналист.
- Әлфиә Әсәҙуллина (2.03.1959), шағир. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең сектор мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2013).
Дөйөм исемлек
- 1931 — Михаил Сергеевич Горбачёв, СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президенты.
Был көндө вафат булғандар
Йыл көндәре