Эстәлеккә күсергә

16 ғинуар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(16 января битенән йүнәлтелде)
16 ғинуар
Аҙна көнө Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе
 16 ғинуар Викимилектә

16 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 16-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 349 көн ҡала (кәбисә йылында 350).

ғинуар
Дш Шш Шр Кс Йм Шб Йш
1 2 3 4 5 6 7
8 9 10 11 12 13 14
15 16 17 18 19 20 21
22 23 24 25 26 27 28
29 30 31        
2024 йыл

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
  • Ер Ер: Ҡар (Спорттың ҡышҡы төрҙәре) көнө.
    • Ҡайнар һәм әсе ризыҡ көнө.
    • «Битлз»The Beatles») көнө.
Милли
Һөнәри
  • 1712: Пётр I фарманы менән Рәсәй империяһында Хәрби инженер мәктәбе эш башлай. Хәҙер ул — А. Ф. Можайский исемендәге Хәрби инженер-космик университеты.
  • 1909: Эрнест Генри Шеклтон экпедицияһы Ерҙең көньяҡ магнит полюсын аса.

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Смирнова Валентина Алексеевна (1896—10.10.1966), ғалим-оториноларинголог, йәмәғәтсе. 1935—1943 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Ҡолаҡ, танау һәм тамаҡ ауырыуҙары клиник дауаханаһының баш табибы, 1937 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1946 йылдан ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1954—1959 йылдарҙа институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының III—V саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1946—1966 йылдарҙа Бөтә Союз оториноларингологтар йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1947), профессор (1947). РСФСР-ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының (1944) атҡаҙанған табибы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1952), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Ленин (1953), ике «Почёт Билдәһе» (1944, 1949) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Һарытау районы Козловка ауылынан.
  • Бағышаев Зәйнулла Абдулғәлим улы (1946), ғалим-педагог, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәре. 1967 йылдан СССР Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре хеҙмәткәре; 1979 йылдан Эске ғәскәрҙәрҙең Һарытау юғары хәрби училищеһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан — конституцион һәм административ хоҡуҡ кафедраһы начальнигы. 1997 йылдан Өфө юридик институты начальнигы урынбаҫары; 1999 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта һөнәри белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Рәсәй Федерацияһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2004). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2006).
  • Фәйзуллина Резеда Мансаф ҡыҙы (1956), ғалим-педиатр, аллерголог-иммунолог. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер уҡ ваҡытта 1996 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Һаулык һаҡлау министрлығының баш балалар аллергологы. 1998 йылдан Аллерголог-иммунологтарҙың Башҡортостан ассоциацияһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010) һәм мәғариф отличнигы (2017), Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013).
  • Мөнир Вафин (1961), журналист һәм шағир. «Толпар» журналының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта «Азатлыҡ» радиоһы хәбәрсеһе. 2005 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), Бәләбәй районының Динис Бүләков исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2011).

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1818: Шиһабетдин Мәржәни, татар мәғрифәтсеһе, фәлсәфәсе, тарихсы, дин әһеле, педагог, археолог, этнограф.
  • 1934: Василий Лановой, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1985), Ленин премияһы лауреаты (1980).
  • 1934: Михаил Любарский (1950—28.05.2015), СССР һәм Рәсәй хирургы, лимфолог, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2014).
Ай һәм көндәр
Ғинуар 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31