25 февраль
Уҡыу көйләүҙәре
(25 февраля битенән йүнәлтелде)
25 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
25 февраль Викимилектә |
25 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 56-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 309 көн ҡала (кәбисә йылында 310).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Төбәк байрамдары
- Башҡортостан: Дәүләт флагы көнө.
- 1836: Сэмюэл Кольт АҠШ-та Кольт револьверына патент ала.
- 1848: Францияла Икенсе республика иғлан ителә.
- 1920: Башревком рәйесе итеп Әхмәтзәки Вәлидов һайлана.
тулы исемлек
- 1921: Советтар Союзы составында Грузин ССР-ы ойошторола.
- 1924: СССР һәм Австрия Республикаһы араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1930: Мәскәүҙә Театр хеҙмәткәрҙәре клубы асыла (хәҙер Сәнғәт хеҙмәткәрҙәренең үҙәк йорто).
- 1952: Өфө ҡалаһында Калинин һәм Орджоникидзе райондары ойошторола.
- 1956: КПСС-тың XX съезында Н. С. Хрущёв Сталиндың шәхес культы тураһындағы доклад менән сығыш яһай.
- 1986: КПСС-тың XXVII съезы асыла.
- 1992: БССР Юғары Советы ҡабул иткән «Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы дәүләтенең исемен үҙгәртеү тураһында» тигән Законға ярашлы БССР «Башҡортостан Республикаһы» тип атала башлай.
- 1992: Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы раҫлана.
- 1992: Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булдырыла.
- 1992: Рәсәй Федерацияһының Йыһан агентлығы (Роскосмос) ойошторола.
- 1999: Ҡаҙағстанда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң тәүге халыҡ иҫәбен алыу башлана.
- 2000: Рәсәй Юстиция министрлығы Анатолий Кони миҙалын булдыра.
- 2001: Молдовала ваҡытынан алда парламент һайлауҙары үткәрелә.
- 2010: Урыҫ Википедияһында 500 меңенсе мәҡәлә яҙыла.
- 2013: Баймаҡ районында урынлашҡан Балтатау һәм Топортау тауҙары Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәмит Яруллин (1935—5.06.2015), театр һәм кино актёры, режиссёр һәм педагог. 1959—1987 һәм 1998—2015 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1961—1980 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы һәм 1970—1971 йылдарҙа Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1987 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы режиссёры, 1992—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ Театр берләшмәһенең Башҡорт драма театры актёры һәм Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумы уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1985) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) халыҡ артисы.
- Хәкимов Миҙхәт Ғайнан улы (1940), партия һәм комсомол органдары, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1999—2003 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Ауырғазы районының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Ләкәнде ауылынан.
- Әхмәтов Алмаз Таһир улы (1940), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 1973—2003 йылдарҙа хәҙерге Татарстан Республикаһы «Сельхозтехника» берекмәһенең, артабан Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының яуаплы хеҙмәткәре. Татар АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Аҡа ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәров Рәүеф Барый улы (1911—6.08.2000), археолог, музей белгесе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1936 йылдан (өҙөклөк менән) Ҡазан, Симферополь, Севастополь һәм Махачкала ҡалаларындағы музейҙар хеҙмәткәре; 1947 йылдан Башҡорт АССР-ының Республика тыуған яҡты өйрәнеү музейының (хәҙер Милли музей) бүлек мөдире, 1958—1972 йылдарҙа — директоры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1972), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Һарт-Лабау ауылынан.
- Фәйзуллина Лира Фәхри ҡыҙы (1936), республика радиоһының тәүге дикторҙарының береһе. 1959—1998 йылдарҙа хәҙерге «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
тулы исемлек
- Әлибаев Әсүәт Әфтәх улы (1936—01.2010), хужалыҡ һәм партия органдары эшмәкәре. 1975 йылдан КПСС-тың Салауат район комитетының 2-се секретары; 1980 йылдан «Сельхозтехника» республика берекмәһенең рәйес урынбаҫары, 1985 йылдан — Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү һәм проект-технология институтының директор урынбаҫары. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Тирмән ауылынан. Шағир Сафуан Әлибаевтың ағаһы.
- Моталапова Гөлнур Мирза ҡыҙы (1966), «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының баш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сөләймәнова Гүзәл Ғәле ҡыҙы (1927—14.04.1969), балет артисы. 1945 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) халыҡ артисы. 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы.
- Суфиянов Әһлиулла Ғибәт улы (1927—5.02.2009), сәнәғәт алдынғыһы, 1952—1964 йылдарҙа Ҡаҙағстандағы Зыряновск ҡурғаш комбинатының проходчиктар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Исламғол ауылынан.
тулы исемлек
- Фазлыева Рәйсә Мөғәтәсим ҡыҙы (1937), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, юғары мәктәп һәм фән ветераны, табип-терапевт. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1987—2014 йылдарҙа терапия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (1992). Ғ. Н. Тереғолов исемендәге премия лауреаты (2016).
- Селитрина Тамара Львовна (1942), юғары мәктәп ветераны, ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылға тиклем сит ил әҙәбиәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Ставрополь крайының Минераль Һыуҙар ҡалаһынан.
- Лебедькова Раиса Ильинична (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. 1966 йылдан Салауат ҡалаһы балалар баҡсалары тәрбиәсеһе һәм етәксеһе, шул иҫәптән 1976 йылдан 2-се, 1980—2005 йылдарҙа 24-се балалар баҡсаһы мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Юлыҡ ауылынан.
- Закирова Галина Семеновна (1962), хеҙмәт ветераны. «Октябрьский электр селтәрҙәре» йәмғиәте производство-техник бүлегенең элекке начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Губин Евгений Иванович (1923—5.03.1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик-штурмовик, подполковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [Белорет районы]] Тирлән ауылынан.
- Әбдрәхимова Рәмилә Әкрәм ҡыҙы (1958), педагог, музыкант. 1975—2009 йылдарҙа Баймаҡ балалар сәнғәт мәктәбенең домра класы буйынса уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2004—2012 йылдарҙа Халыҡ ижады үҙәгенең «Иман» башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары халыҡ ансамбле етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Ғиззәтуллин Ринат Рабил улы (1973), спортсы. Күреү буйынса инвалид-йөҙөүселәрҙең 1987 йылдан СССР, 1992 йылдан БДБ, 1993—2000 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 2000 йылғы Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). Рәсәй чемпионы (1997—2000), ике тапҡыр донъя (1990), ике тапҡыр Европа (1997) һәм дүрт тапҡыр СССР (1989) чемпионаттары призёры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Храмов Алексей Васильевич (1909—14.11.1978), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1974) һәм Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1969). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).
- Хәсәнова Римма Шакирйән ҡыҙы (1964), табип. 2-се Республика клиник дауаханаһы неврологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2015).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1905: Павел Вирский, балет артисы, хореограф, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1960).
- 1910: Татьяна Вечеслова, балерина, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1939).
- 1910: Павел Клушанцев, СССР кинооператоры, кинорежиссёр, сценарист һәм яҙыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1970).
- 1935: Октай Синаноғлу, Төркиә ғалимы, физик-химик һәм молекуляр биофизик.
- 1940: Валентина Шарыкина, театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2000).