17 март
Уҡыу көйләүҙәре
(17 марта битенән йүнәлтелде)
17 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
17 март Викимилектә |
17 март — григориан стиле буйынса йылдың 76-сы (кәбисә йылында 77-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 289 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Һыу аҫты кәмәһе көнө.
- Йоҡо көнө (марттың өсөнсө йомаһы).
- Шыбырлау байрамы.
- 1775: Императрица Екатерина II Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан өсөн башҡорттарҙан дүрт мең ат йыйыу тураһында указға ҡул ҡуя.
- 1918: Өфө ГубЧК-һы (Өфө губернаһының Ғәҙәттән тыш комиссияһы) ойошторола.
- 1930: Дәүләкән район гәзите сыға башлай.
- 1942: Өфөлә «Прогресс» производство берекмәһе эшләй башлай.
- Өфө эластомер материалдар, изделие һәм конструкциялар заводы эш башлай.
- 1950: Менделеевтың периодик таблицаһындағы 98-се химик элемент – калифорний асыла (1950).
- 1960: Японияла төрлө төҫтәге фломастерҙар һатыла башлай.
- 1991: СССР-ҙа Бөтә Союз референдумы үткәрелә, унда ҡатнашыусыларҙың дүрттән өс өлөшө СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу өсөн тауыш бирә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ильин Сергей Семёнович (1905—1978), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1957—1962 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының ботаника кафедраһы мөдире, 1966—1970 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1952), профессор (1952). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡсубай районы Сөнчәләй ауылынан.
- Никифоров Алексей Фёдорович (1915—21.03.1977), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Пашков Алексей Фёдорович (1920—15.01.1998), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Глухова Зинаида Михайловна (1931—23.08.2023), табип. 1974—1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире. Ҡаланың почётлы гражданы (2006).
- Мөнир Ҡунафин (1971), журналист, шағир. 2020 йылдан «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. 2005 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гулеватый Кирилл Дмитриевич (1912—18.10.1996), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, еңел артиллерия полкы командиры, гвардия полковнигы (1943). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Нортенко Василий Иванович (1922—6.04.2003), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танк взводы командиры, майор (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән Украинаның Чаплино станицаһынан, һуғыштан һуң Туймазы ҡалаһында йәшәй.
тулы исемлек
- Фәйзуллина Мәрйәм Сөнәғәт ҡыҙы (1937), хеҙмәт ветераны. 1954—1987 йылдарҙа Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың ҡош ҡараусыһы һәм малсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1976) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Үрге Иҙрис ауылынан.
- Шәһәрова Сания Вәли ҡыҙы (1947), дәүләт хеҙмәте, юғары мәктәп һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-педиатр. 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры, 2001 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының Өҫтәлмә белем биреү институты хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған табибы.
- Зимина Надежда Васильевна (1952), хеҙмәт ветераны. Күмертау ҡалаһы дарыуханаһының элекке мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
- Петров Олег Юрьевич (1967), спорт ветераны, бобслейсы. 1991—2004 йылдарҙа бобслей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы 1992, 1994 һәм 1998 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Күп тапҡыр Рәсәй чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антоний III (донъяуи исеме Храповицкий Алексей Павлович; 1863—10.08.1936), дин әһеле һәм сәйәси эшмәкәр. 1900—1902 йылдарҙа Өфө һәм Минзәлә епискобы. Дини тәғлимәт фәндәре докторы (1890). Архиепископ (1902), архимандрит (1890).
- Осипенко Леонид Иокинфович (1918—24.05.1989), инженер-технолог, сәнәғәт һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1962 йылдан Салауат нефть химияһы комбинаты начальнигы, 1969 йылдан — СССР химия сәнәғәте министрының 1-се урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы һәм Салауат ҡала советы (1967—1971) депутаты. СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1967). Ленин (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1963) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Симонов Юрий Гаврилович (1923—14.08.2019), ғалим-географ-геоморфолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1960—1965 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1999), география фәндәре докторы (1968), профессор (1969). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1997). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1982), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Рудольф Нуриев (1938—6.01.1993), билдәле балет артисы, балетмейстер, дирижер. Йәштәр һәм студентттарҙың бөтә донъя фестивале лауреаты (Вена, 1959), Почётлы легион, Сәнғәт һәм әҙәбиәттең командор ордендары кавалеры, Австрияның почётлы гражданы.
- Шаһапов Владислав Шәйхеләғзәм улы (1948), ғалим-механик. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, ғәмәли математика һәм механика кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012). Физика-математика фәндәре докторы (1989), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2023). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1978).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Губин Виктор Евдокимович (1919—3.09.1996), инженер-механик-ғалим. 1952—1996 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1952—1958 йылдарҙа нефтте һәм газды күсереү һәм һаҡлау кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1952 йылдан нефтемеханика факультеты деканы, 1953 йылдан — институт директорының уҡыу- уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 1954 йылдан — институт директоры, 1961—1964 йылдарҙа — ректор. Техник фәндәр докторы (1973), профессор (1973). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Шаһиев Эдуард Мөстәҡим улы (1944), рәссам. СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1983).
тулы исемлек
- Дәүләтова (Курамшина) Альбина Фирдинат ҡыҙы (1989), инвалид-спортсы. Терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған инвалид спортсылар араһында коляскала фехтование буйынса Башҡортостан һәм Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2011). Сочиҙа уҙған Паралимпия уйындарының көмөш призёры (2022), ике тапҡыр донъя Кубогын яулаусы, донъя чемпионы, Рәсәй чемпионаты һәм Кубогының күп тапҡыр еңеүсеһе һәм призеры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2023). Сығышы менән хәҙерге Төмән өлкәһенең Нижневартовск ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1892: Бельцова Александра Митрофановна, Латвия һәм СССР рәссамы,
- 1925: Юлия Борисова, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
- 1945: Владислав Пази, СССР һәм Рәсәйҙең театр режиссёры.
- 1995: Елизавета Арзамасова, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1995: Анастасия Мартюшева, Рәсәй фигурисы.
- 1956: Ирен Жолио-Кюри, Франция физигы, 1935 йылғы Нобель премияһы лауреаты.