30 май
Уҡыу көйләүҙәре
30 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
30 май Викимилектә |
30 май — григориан стиле буйынса йылдың 150-се (кәбисә йылында 151-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 215 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Быума һәм аллергия менән көрәш көнө.
- Электрон ҡултамға көнө.
- Бөйөк Британия: Яҙғы ял көнө.
- Хорватия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Украина: Киев ҡалаһы көнө.
Рәсми булмаған
- Окрошка көнө.
- 1917: Өфөлә Мосолман хәрби шураһы ойошторола.
- 1978: Башҡорт АССР-ының Юғары Советы республиканың яңы (өсөнсө) Конституцияһын ҡабул итә.
- 1926: Өфө—Стәрлетамаҡ маршруты буйынса даими рәүештә автобустар йөрөй башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Базилев Иван Васильевич (1800—3.12.1873), педагог. Статский советник. 1831—1958 йылдарҙа Ырымбур губернаһының халыҡ училищелары директоры, бер үк ваҡытта Өфө ир балалар гимназияһы директоры. Рәсәй империяһының 3-сө (1856) һәм 4-се (1855) дәрәжә Изге Владимир, 2-се дәрәжә (1846) Император тажлы (1851) һәм 3-сө дәрәжә (1843) Изге Анна, 4-се дәрәжә Изге Станислав (1838) ордендары кавалеры.
- Крайкин Владимир Александрович (1955), ғалим-химик. 1978 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институты ғилми хеҙмәткәре, 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2011 йылдан —лаборатория мөдире. Химия фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хәниә Фәрхи (1960—27.07.2017), йырсы. Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының (2000) халыҡ артисы. Төрлө кимәлдәге йыр конкурстары һәм ижади бәйгеләр, шулай уҡ Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге премияһы лауреаты (2018).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ерошина Генриэтта Савельевна (1926—2010), педагог, хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының элекке доценты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Маҡулова Рәйсә Әсхәт ҡыҙы (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, акушер-гинеколог. 1974 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1988—2005 йылдаарҙа бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Баталова Рәйсә Хәсән ҡыҙы (1951), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, акушер-гинеколог. Өфө ҡалаһындағы 3-сө бала табыу йортоноң 2-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы табибы, шул иҫәптән 1982—2004 йылдарҙа бүлек мөдире. Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2001). Сығышы менән хәҙерге Һамар ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Блохин Алексей Александрович (1897—6.10.1942), ғалим-инженер-геолог. 1929 йылдан «Уралнефть» тресы «Стәрлетамаҡ» разведка быраулауы контораһының баш геологы, 1934 йылдан СССР Ауыр сәнәғәт Халыҡ комиссариаты Баш геология идаралығының начальник урынбаҫары, 1941 йылдан Башҡортостан нефть экспедицияһы начальнигы урынбаҫары һәм СССР Фәндәр академияһы Геология фәндәре институтының (Мәскәү) директор урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1937), профессор (1937). Ишембай нефть ятҡылығын беренсе асыусы.
- Әҙеһәмов Йәғәфәр Мәхмүт улы (1922—13.11.1991), ғалим-инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962 йылдан Бөтә Союз Төҫлө металдар ғилми-тикшеренеү институтының (Усть-Каменогорск ҡалаһы) лаборатория мөдире, 1973—1991 йылдарҙа Белгород ҡалаһындағы ВИОГЕМ ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1972). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1984) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Юлыҡ ауылынан.
- Ускова Нина Николаевна (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. 1971 йылдан Өфө мәктәптәре, шул иҫәптән 1976 йылдарҙа хәҙерге 60-сы лицейҙың математика уҡытыусыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған (2002), Башҡортостандың халыҡ (2011) уҡытыусыһы.
- Аҡбашева Зөлфирә Хәбибулла ҡыҙы (1952), дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-иҡтисадсы. 2003—2017 йылдарҙа хәҙерге Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе. Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. 1-се (2017) һәм 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендың миҙалы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Уҙыбаш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбсәләмов Абдрахман Лут улы (1913—1973), 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 32-се танк полкы автоматсылар ротаһы командиры, 1945 йылдың мартынан дивизия штабы командованиеһының элемтә буйынса өлкән офицеры. Гвардия капитаны. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Ямалетдинова Маһинур Муллаян ҡыҙы (1943), малсы. 1957—1984 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының быҙау ҡараусыһы, ветеринария технигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1983), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1983). Сығышы менән ошо райондың Ҡырҙас ауылынан.
тулы исемлек
- Мешков Леонид Александрович (1948—31.03.2016), кинооператор. 1987 йылдан СССР Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). «ТЭФИ-Регион» Бөтә Рәсәй телевизон премияһы лауреаты (Мәскәү, 2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Беглов Василий Алексеевич (1958—9.07.2011), ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1982 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1988 йылдан әҙәбиәт, 1993—2003 йылдарҙа рус һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһы мөдире, 2000 йылдан уҡыу уҡытыу эштәре буйынса проректор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (1995).
- Рәмил Ҡол-Дәүләт (тулы исеме Дәүләтҡолов Рәмил Хөснөтдин улы (1958—12.01.1998), шағир, драматург. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты (1995).
- Щевелев Юрий Николаевич (1958), инженер, йәмәғәтсе. Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводының элекке техник директоры. Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы, Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе. «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ҡырым Республикаһының Феодосия ҡалаһынан.
- Возмищев Александр Юрьевич (1973), педагог, спортсы. 1998 йылдан «Салауатбыяла» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, 2014 йылдан хәүефһеҙ быяла етештереү буйынса директор. Ҡышҡы күпбәйге буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1991) һәм чемпионы (1990—1991). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Розенберг Геннадий Самуилович (1949), ғалим-эколог, фитоценолог. 1992—2018 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Һамар фәнни үҙәгенең Волга бассейны экологияһы институты директоры. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000), биология фәндәре доктор (1984), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000) һәм Рәсәй Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2010).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1912: Лев Ошанин, СССР шағиры, популяр йыр текстары авторы.
- 1920: Франклин Шеффнер, АҠШ кинорежиссёры, «Оскар» премияһы лауреаты.
- 1961: Арина Шарапова, СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-социолоыг, телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1944: Әхтәмов Хәсән Баһҙый улы, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 2003: Заһир Исмәғилев, башҡорт композиторы, БАССР-ҙың (1963), РСФСР-ҙың (1968) һәм СССР-ҙың (1982) халыҡ артисы.