27 июнь
Уҡыу көйләүҙәре
27 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
27 июнь Викимилектә |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
27 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 178-се (кәбисә йылында 179-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 187 көн ҡала.
- БМО: Ваҡ, кесе һәм урта предприятелар көнө.
- Ер: Балыҡсылыҡ көнө.
- Микробиом көнө.
- Банкоматтың тыуған көнө.
- Джибути: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Канада: Милли гимн көнө.
- Колумбия: Ҡәһүә көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Йәштәр көнө.
- Тажикстан: Милли берҙәмлек көнө.
- Ер: Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Аргентина: Биологтар көнө.
- Венесуэла: Журналистар көнө.
- Үзбәкстан: Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Йәштәр көнө.
- Төркмәнстан: Мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1615: Европаға тәүге тапҡыр сәй килтерелә.
- 1865: Рәсәй империяһының Тимер юлы эштәре министрлығы ойошторола.
тулы исемлек
- 1910: Рәсәй империяһының III Дәүләт думаһы артабан «Столыпиндың аграр реформаһы» тип исем алған ҡанун ҡабул итә.
- 1910: Петербургта Пётр I һәйкәле асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ураев Пётр Васильевич (1910—22.07.1967), СССР-ҙың партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1957—1963 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының икенсе секретары, Башҡорт АССР-ының бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин, I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Мордва Республикаһының Зубово Поляна районы Березина ауылынан.
- Рәхимова Ирина Владимировна (1960), хеҙмәт алдынғыһы. «Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһының баш бухгалтеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2007).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кәримова Лена Әшрәф ҡыҙы (1966), дәүләт эшмәкәре. 2005—2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау минстры урынбаҫары, 2015 йылдан — хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, 2017 йылдан — ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гречишников Владимир Фёдорович (1917—15.08.1958), инженер-конструктор. Ленин премияһы (1958), СССР-ҙың өс дәүләт премияһы (1951,1953, 1958) лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1953). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хисаметдинов Әхмәтсафа Мәғәфүр улы (1922—29.12.2009), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1967). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
тулы исемлек
- Касаткин Сергей Степанович (1957), энергетика һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1981 йылдан «Башкирэнерго берекмәһе Үҙәк электр селтәрҙәренең өлкән, баш инженеры, 1994—1998 йылдарҙа Кушнаренко район электр селтәрҙәре начальнигы, 1998—2005 йылдарҙа Үҙәк электр селтәрҙәре директоры; 2005—2009 йылдарҙа Кушнаренко районы хакимиәте башлығы. Өфөнөң 24-се саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәй Энергетика министрлығының почётлы энергетигы. Сығышы менән Кушнаренко районының Кушнаренко ауылынан.
- Исҡужина Нәҡиә Дамир ҡыҙы (1972), ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2011 йылдан — Өфө автотранспорт колледжы уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1998), доцент (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Ураҙбай ауылынан.
- Дихин Ришат Марат улы (1987—27.03.2021), муниципаль хеҙмәткәр. 2019 йылдың февраленән 2021 йылдың 27 мартына тиклем Асҡын район хакимиәте башлығы. Сығышы менән ошо райондың Урмияҙ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Суворова Валентина Павловна (1933—11.01.2014), педагог. 1954 йылдан Әбйәлил районы Ҡыҙыл Башҡортостан урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1956 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире, 1967—1970 йылдарҙа директор, 1979—1988 йылдарҙа директорҙың уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1975). Сығышы менән ошо райондың Гусев ауылынан.
- Алһыу (1983), йырсы, телевизион тапшырыуҙар алып барыусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2018), Башҡортостан Республикаһының (2019) һәм Татарстан Республикаһының (2010) халыҡ артисы, ЮНЕСКО-ның тыныслыҡ өсөн артисы (2011). Бөгөлмә ҡалаһының почётлы гражданы (2000).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Булатов Ғәзий Ғиҙиәт улы (1919—23.08.1994), публицист, 1964 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы (1986). Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
- Хлёсткин Рудольф Николаевич (1939—19.04.2011), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1986—1992 йылдарҙа Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1984). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1988), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Воскресенск ауылынан.
тулы исемлек
- Кузнецов Валерий Владимирович (1949), ғалим-химик, 2000—2011 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (2002). Сығышы менән Дондағы Ростов ҡалаһынан.
- Рахманҡолова Зөлфирә Фәүзи ҡыҙы (1959), ғалим-үҫемлектәр физиологы. 2003—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының биология факультетында кафедра мөдире, 2011 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының К. А. Тимирязев исемендәге Үҫемлектәр физиологияһы институтында төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1850: Лафкадио Херн, Ирландия һәм АҠШ яҙыусыһы, тәржемәсе, шәрҡиәт белгесе.
- 1869: Эмма Гольдман, Америка сәйәсмәне, яҙыусы, философ.
тулы исемлек
- 1880: Хелен Келлер, АҠШ-тың һуҡыр һәм һаңғырау яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре һәм уҡытыусы.
- 1895: Ирина Одоевцева, ғүмеренең төп өлөшөн сит илдәрҙә үткәргән СССР яҙыусыһы, шағир.
- 1920: Ай Эй Эл Даймонд (төп исеме Ицек Домнич), Америка киносценарисы.
- 1925: Дмитрий Бисти, СССР рәссамы, график, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, СССР Сәнғәт академияһы академигы.
- 1930: Росс Перо, АҠШ бизнесмены, филантроп, сәйәсмән.
- 1935: Лоран Терзиефф, Франция актёры.
- 1940: Борис Хмельницкий, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, йырсы, Рәсәйҙең халыҡ артисы (2001).
- 1950: Сергей Юшенков, СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, полковник, ғалим, философия фәндәре кандидаты; Рәсәй сәйсмәне, Дәүләт думаһы депутаты.
- 1955: Изабель Аджани, Францияның театр һәм кино актрисаһы, йырсы, биш тапҡыр «Сезар» кинопремияһы лауреаты.
- 1965: Пабло Бенгоэчеа, Уругвай футболсыһы, тренер.
- 1975: Тоби Магуайр, Америка актёры.
- 1976: Вардуи Варданян, Әрмәнстандың эстрада йырсыһы.