29 август
Уҡыу көйләүҙәре
29 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
29 август Викимилектә |
29 август — григориан стиле буйынса йылдың 241-се (кәбисә йылында 242-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 124 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Ядро һынауҙарына ҡаршы хәрәкәт көнө.
- Ер: Мотоциклдың тыуған көнө.
- АҠШ: Кеше хоҡуҡтары көнө.
- Аргентина: Ағас ултыртыу көнө.
- Көньяҡ Судан: Атайҙар көнө.
- Һиндостан: Спорт көнө.
- Япония: Ҡыҙҙырылған ит көнө.
Төбәк байрамдары
- Ҡырым Республикаһы: Виноградсылыҡ һәм шарап яһау көнө.
- Аргентина: Адвокаттар көнө.
- Польша: Муниципаль полиция көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнеш подразделениелары көнө.
- 1831: Электромагнит индукцияһы күренеше асыла.
- 1885: Германия инженеры Готлиб Даймлер беренсе мотоциклға патент ала.
- 1932: «Башцветметзолото» тресы ойошторола (1933 йылдан — «Башзолото»).
- 1936: Ишембай нефть эшкәртеү заводы эш башлай.
- 1991: «Нур» Өфө дәүләт татар театры асыла.
- 1994: Башҡортостанда Венгрия көндәре башлана.
- 2001: Кешенең оҙон ғүмерлелек гены табыла.
- 2008: Башҡорт дәүләт медицина университетының яңы уҡыу-спорт комплексы файҙаланыуға тапшырыла.
- 2013: Республика кардиологик диспансеры табибтары Башҡортостанда тәүге тапҡыр йөрәкте күсереп ултыртыу операцияһы яһай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Клементьев Данил Викторович (1955), муниципаль хеҙмәт ветераны, 2019 йылға тиклем Өфө ҡала хакимиәтенең экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге начальнигы. Рәсәй Федерацияһының почётлы тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәткәре.
- Губаев Игорь Иванович (1960), эске эштәр органдары ветераны, журналист, Нефтекама ҡалаһында мари телендә сыҡҡан «Чолман» республика гәзитен ойоштороусы һәм 2001 йылдан уның баш мөхәррире. Яныш Ялкайн исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Кәкүш ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Канюков Рәшит Закир улы (1931), инженер-геолог, нефть сәнәғәте ветераны. 1956 йылдан «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, геологы, нефть промыслаһының өлкән геологы; 1967—1994 йылдарҙа идаралыҡтың баш геологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1977), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1968). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Шөғәйепов Вәкил Шакир улы (1936—28.06.2017), башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләү һәм реставрациялау оҫтаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй рухы» («Душа России») премияһы (2013) һәм «Оҫта — алтын ҡулдар» республика конкурсы (Өфө, 2004) лауреаты.
- Аҡъюлова Ләлә Тимерғәли ҡыҙы (1956), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының поликлиника фельдшеры. Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре.
- Ҡаһиров Рәмил Әхнәф улы (1956), педагог. 2008 йылдан Өфөләге 64-се һөнәри лицей (хәҙер художество-сәнәғәт колледжы) директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
- Шәрәфетдинова Ольга Юрьевна (1961), ҡурсаҡ йөрөтөүсе артист. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актёры. 2002 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014). «Актёр йыры» республика конкурсының (Өфө, 1994) гран-при эйәһе, «Рәсәй драма театрҙары актёрҙары йырлай» Бөтә Рәсәй конкурс-фестивале (Түбәнге Новгород, 1995) лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәйнаншин Филарит Тимерхан улы (1947), ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1988 йылдан Тәтешле районының Ленин исемендәге колхоз рәйесе, 2000—2008 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың Үрге Тәтешле ауылынан.
- Тереғолов Шамил Әхмәт улы (1947—28.11.2008), балет артисы һәм педагог. 1990—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры балет группаһының художество етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1997) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985).
- Кузнецова Светлана Николаевна (1952), педагог. 1981 йылдан Салауат ҡалаһының балалар баҡсалары тәрбиәсеһе, 1987—2009 йылдарҙа 40-сы «Гүзәл» балалар баҡсаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002). Сығышы менән Ҡарағанды ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тадиашвили Ольга Семёновна (1928—23.04.2001), архитектор. 1962 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1992). Сығышы менән хәҙерге Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһының баш ҡалаһы Владикавказдан.
- Ишемғолов Марат Баязит улы (1948—24.09.2013), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 2001—2013 йылдарҙа Ауырғазы районы хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы (1996), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2011).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Суфиян Поварисов (1924—3.07.2016), яҙыусы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2011), Башҡортостан Республикаһының (1992) һәм Татарстан Республикаһының (2004) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре (1997). Фәтих Кәрим (1984) һәм Ғәлимйән Ибраһимов (1998) исемендәге премиялар лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1948) ордендары кавалеры.
- Мышкин Владимир Александрович (1944), ғалим-токсиколог, хәрби хеҙмәткәр. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—1997 йылдарҙа уҡыу бүлеге начальнигы — хәрби һәм экстремаль медицина кафедраһы начальнигы урынбаҫары. 1998 йылдан — Өфөләге Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек етәксеһе һәм 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Медицина хеҙмәте полковнигы (1987). Сығышы менән Дүшәмбе ҡалаһынан.
- Астахова Ирина Николаевна (1959), ғалим-хирург. 2006 йылдан Мануаль терапия үҙәге табибы. Медицина фәндәре докторы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтйәнова Эльмира Хәмит ҡыҙы (1959), ғалим-терапевт, кардиолог. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2006), профессор (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1780: Жан Огюст Доминик Энгр, Франция рәссамы.
- 1915: Ингрид Бергман, Швеция һәм АҠШ-тың кино актёры.