18 май
Уҡыу көйләүҙәре
18 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
18 май Викимилектә |
18 май — григориан стиле буйынса йылдың 138-се (кәбисә йылында 139-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 227 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Музейҙар көнө.
- СПИД-ҡа ҡаршы вакцина яһау көнө.
- Динозаврҙар көнө.
- Май ҡуңыҙының тыуған көнө.
- Гаити: Флаг көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Балтика флоты көнө.
- Төркмәнстан: Яңырыу, берҙәмлек һәм Мәхтүмҡула Фрага шиғриәте көнө.
Төбәк байрамдары
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡырым халҡын департациялау ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- 1704: Кронштадт ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1787: Францияла донъяла беренсе тапҡыр быялаға гравировка яһайҙар.
тулы исемлек
- 1830: АҠШ-та тәүге газон сапҡыстар эшләп сығарыла.
- 1888: АҠШ-та беренсе граммофон пластинкаһы яһала.
- 1896: Санкт-Петербургта Рәсәй империяһындағы тәүге стационар кинотеатр эшләй башлай.
- 1915: Рәсәй империяһында донъялағы тәүге танк эшләнә.
- 1923: Номерҙы диск ярҙамында йыя торған телефонға патент алына.
- 1970: Өфөлә Актёрҙар йорто асыла.
- 2005: Мәскәүҙең ЦСКА футбол командаһы УЕФА Кубогы финалында еңеү яулай.
- 2005: Тольятти автозаводында тәүге «ВАЗ-1118» «Калина» еңел автомашинаһы йыйыла.
- 2006: Башҡортостанда Саксония көндәре башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кондратьев Алексей Александрович (1930—17.01.2012), ғалим-инженер‑технолог. 1953—1999 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1964—1987 йылдарҙа химик технология процестары һәм аппараттары кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1977). Сыуаш Республикаһының Милли фән һәм сәнғәт академияһының почётлы ағзаһы (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). Өфө сыуаш мәҙәниәте клубы (1986—1989), Башҡортостан Республикаһының сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте (1989—1998) рәйесе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәтов Әсғәт Миңлебай улы (1926—25.03.2002), ғалим-агроном. 1966—1998 йылдарҙа Белорус ауыл хужалығы академияһы уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Белорус ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Ибрай ауылынан.
- Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы (1941), ғалим-зоотехник. 1980 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, 1981 йылдан — өлкән, 2002 йылдан — төп, 2004 йылдан баш ғилми хеҙмәткәр. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011).
тулы исемлек
- Сәйфетдинова Лариса Сулпан ҡыҙы (1951), журналист. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының элекке мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Вәлиева Юлиә Фирҙәүес ҡыҙы (1991), спортсы. Шашка буйынса Рәсәй чемпионы (2011) һәм ил беренселектәре призёры. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөтә Донъя шашка федерацияһы мастеры, Рәсәйҙең спорт мастеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Игошин Георгий Васильевич (1922—2016), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1965—1982 йылдарҙа Шишмә районы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, өс Почёт Билдәһе ордены (1957, 1966, 1971) кавалеры, райондың почётлы гражданы (2000).
- Сафронов Сергей Васильевич (1937—2016), педагог. 1979—2004 йылдарҙа Бөрө районы Осиновка ауыл мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
тулы исемлек
- Хәсәнов Әнәс Ғәббәс улы (1937—11.12.1997), дәүләт хеҙмәткәре. 1990—1995 йылдарҙа Башҡортостандың эске эштәр министры, 1995—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Эске эштәр органдарының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Эске хеҙмәт генерал-лейтенанты.
- Зинин Сергей Иванович (1957), «Шкаповнефтестрой» тресының элекке мастеры һәм баш механигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чаплиц Владимир Николаевич (1874—1949), архитектор, 1935 йылдан СССР-ҙың Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Архитекторҙар союзын ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (яҡынса 1948). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Сумы өлкәһе Ромны ҡалаһынан.
- Минһажетдинов Марат Хәләф улы (1934—2.07.1972), әҙәбиәт белгесе, фольклорсы. 1959-1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1964).
тулы исемлек
- Бикбулатов Зиннәт Төхфәт улы (1939), ғалим-анатом, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1989—2013 йылдарҙа Силәбе ҡалаһындағы Урал физкультура университетының кафедра мөдире. 1995-1997 йылдарҙа Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1999). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Этҡол ауылынан.
- Бүләков Динис Мөҙәрис улы (1944—14.03.1995), яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1986—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе, 1988—1995 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1993), шулай уҡ Ғәлимов Сәләм (1980), Фәтих Кәрим исемендәге (1999) премиялар лауреаты.
- Волошин Александр Иосифович (1959), ғалим-физик‑химик. Химия фәндәре докторы (1997). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]тулы исемлек
- 1690: Андреас Хойер, Дания тарихсыһы, юрист.
- 1883: Вальтер Гропиус, Германия архитекторы.
- 1850: Оливер Хевисайд, Британия математигы, физик, ионосфераның булыуын алдан әйтеүсе.
- 1895: Аугусто Сандино, Никарагуаның 1927—1934 йылдарҙағы милли-азатлыҡ көрәше етәксеһе.
- 1905: Николай Дорохин, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1948).
- 1914: Борис Христов, Болгарияның опера йырсыһы.
- 1925: Борис Немечек, СССР-ҙың кино рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1965).
- 1925: Пётр Оссовский, рәссам, Рәсәйҙең Һынлы сәнғәт академияһы академигы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1989).
- 1936: Олжас Сөләймәнов, Ҡаҙағстан шағиры, яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе.
- 1945: Гедрюс Мацкявичюс, СССР һәм Рәсәйҙең театр режиссёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1996).
- 1975: Джон Хиггинс, Шотландия спортсыһы, бильярдтың бер төрө булған снукерҙың профессиональ уйынсыһы, дүрт тапҡыр донъя чемпионы.