2 март: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →Башҡортостан менән бәйле шәхестәр: яңы мәғлүмәт |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар: аныҡлаштырыу |
||
76 юл: | 76 юл: | ||
==== 2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар ==== |
==== 2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар ==== |
||
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|5|}} || |
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|5|}} || |
||
* [[Ишембаева Галина Григорьевна]] ( |
* [[Ишембаева Галина Григорьевна]] (1957), ғалим-әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2001). |
||
}}</onlyinclude> |
}}</onlyinclude> |
||
16:23, 25 февраль 2020 өлгөһө
2 март — григориан стиле буйынса йылдың 61-се (кәбисә йылында 62-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 304 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар
Тарихи ваҡиғалар
- 1498 — Васко да Гама эскадраһы Мозамбик ярҙарына етә.
- 1699 — Француз тикшеренеүсеһе С. д’Ибервиль Миссисипи йылғаһының тамағын аса.
- 1711 — Рәсәй империяһының юғары дәүләт органы — Сенат ойошторола (1917 йылға тиклем эшләй).
- 1791 — Францияла яңы бәйләнеш системаһы — семафор ҡулланылыуға индерелә.
- 1797 — Павел I ҡарары менән Пермь наместниклығы Пермь губернаһы итеп үҙгәртелә.
- 1831 — Александр Пушкин Наталья Гончарова менән никахлаша.
- 1855 — Рәсәй тәхетенә Александр II ултыра.
- 1911 — М. Е. Пятницкий ойошторған урыҫ халыҡ хорының тәүге сығышы була.
- 1917
- Николай II тәхеттән баш тарта. Беренсе Ваҡытлы Рәсәй хөкүмәте ойошторола.
- Өфөлә ҡала думаһы ултырышында Өфө йәмәғәт ойошмалары комитеты булдырыла.
- РСДРП-ның ваҡытлы Өфө комитеты ойошторола.
- АҠШ конгресы Джонс законын ҡабул итә, уның нигеҙендә Пуэрто-Рико АҠШ биләмәһе итеп иғлан ителә, унда йәшәүселәр АҠШ граждандары хоҡуҡтарын ала.
- 1919 — Мәскәү финанс институты ойошторола, һуңынан ул Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс академияһы тип үҙгәртелә.
- 1921 — Лабин Республикаһы иғлан ителә.
- 1925 — Японияла ирҙәр өсөн дөйөм һайлау хоҡуғы тураһында закон ҡабул ителә.
- СССР-ҙың барлыҡ ғәскәри частарына Реввоенсоветтың Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында бер башлыҡлылыҡ индерелеү тураһындағы бойороғо ебәрелә.
- 1930 — «Правда» гәзитендә Сталиндың коллективлаштырыу барышында «урындарҙағы арттырып ебәреүҙәр» тураһындағы «Уңыштарҙан баш әйләнеү» исемле мәҡәләһе сыға.
- 1933 — Нью-Йоркта «Кинг Конг» фильмының премьераһы була.
- 1935 — Мәскәүҙә реактив осоу аппараттарын стратосфераға сығыу өсөн ҡулланыу буйынса беренсе Бөтә Союз конференцияһы асыла.
- 1939 — 260-сы Рим Папаһы итеп Эудженио Пассели һайлана, ул Пий XII исемен ҡабул итә.
- 1949 — Самолёттың Ер шары тирәләй тәүге туҡталышһыҙ осошо тамамлана. Ул 94 сәғәт дауам итә, самолет Lucky Lady II (B-50 Superfortress) тип атала. Экипаж 13 ир-егеттән тора, яғыулыҡ ҡойоусы осҡос уларҙың самолетына осош дауамында дүрт тапҡыр яғыулыҡ өҫтәй.
- 1951 — НБА-ның бөтә йондоҙҙарының беренсе тапҡыр матчы үтә.
- 1956 — Марокко Франциянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.
- 1958 — В. Фукстың экспедицияһы (Англия) тәүге тапҡыр Антарктиданы үтә.
- 1959 — СССР-ҙа ирекле халыҡ дружиналары булдырыла.
- 1962 — Түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Бирмала власҡа социалистик үҫеш юлы яҡлылылар килә.
- 1963 — Пекинда ҠХР һәм Пакистан араһындағы сик тураһында ваҡытлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
- 1964 — «Битлз» төркөмө тәүге «A Hard Day’s Night» фильмын төшөрә башлай.
- 1965 — АҠШ хәрби-һауа көстәре Вьетнамды даими рәүештә утҡа тота башлай.
- 1967 — «Грэмми» премияһын тапшырыуҙың 9-сы тантанаһы үтә. Йыл яҙмаһы: Фрэнк Синатраның «Strangers in the Night» йыры. Номинанттар араһында Джон Леннон һәм Пол Маккартни ҙа була.
- 1968 — Сид Баррет «Pink Floyd» төркөмөнән китә.
- 1969 — Тауыштан шәберәк осоусы француз самолеты «Конкорд»тың тәүге һынау осошо.
- Даманск утрауында сик буйы низағы: 30 ҡытай хәрбийе, совет-ҡытай сиген үтеп, совет сик һаҡсыларын атып үлтерә, шулай уҡ утрауҙа әҙерләгән боҫҡондан да ут аса.
- 1970 — Александр Твардовский «Новый мир» журналынан ҡыуыла.
- Көньяҡ Родезияла рәсми рәүештә республика иғлан ителә.
- 1973 — Валюта көрсөгө ҡотолғоһоҙлоғо арҡаһында Европала бөтә валюта баҙарҙары ябыла.
- 1974 — Грэмми премияһын тапшырыуҙа Стиви Уандер биш бүләк ала.
- 1975 — Иран бер фирҡәле дәүләткә әйләнә.
- 1983 — Израиль табиптары, ҡаты ауырыуҙарға операция яһауҙан һәм дауалауҙан баш тартып, дөйөм забастовка башлай.
- 1986 — Бөйөк Британия королеваһы Елизавета II Канберрала «Австралия тураһында билль» документына ҡул ҡуя, ул Австралияны Британия менән бәйләгән һуңғы хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе юҡҡа сығара.
- 1988 — Грэммиҙың 30-сы тантанаһында Пол Саймон иң яҡшы йыр яҙмаһы, U2 иң яҡшы альбом, Jody Watley иң яҡшы вокал өсөн бүләк ала.
- 1992 — Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар студияһы эш башлай.
- Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан үҙ аллы дәүләттәр статусында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ағза итеп алына.
- Днестр буйы Молдова Республикаһында ҡораллы низағ башлана.
- 1993 — Сорғотта БДБ-ның нефть һәм газ буйынса хөкүмәт-ара советы булдырыла.
- Украинаның Медицина фәндәре академияһы ойошторола.
- 2001 — Афғанстанда талибтар Будда һәйкәлен шартлата.
- 2007 — Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында ҡубыҙҙа уйнау һәм өзләү буйынса 1-се Асыҡ республика конкурсы асыла.
- 2008 — Рәсәйҙә 3-сө тапҡыр президент һайлауы үтә.
Был көндө тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Петров Николай Павлович (1930—2010), хужалыҡ эшмәкәре. 1967—2002 йылдарҙа Бәләбәй район «Сельхозтехника» бүлексәһе, артабан ремонт-техник предприятиеһы директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Бәләбәй ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2007).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ишембаева Галина Григорьевна (1957), ғалим-әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2001).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ханыков Яков Владимирович (2.03.1818—25.01.1862), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, картограф. 1851—1856 йылдарҙа Ырымбур губернаһының граждан губернаторы. Ғәмәли статский советнигы. Дворян. Губерна сәнәғәте, урындағы халыҡ тураһындағы хеҙмәттәр авторы. Сығышы менән Калуга губернаһының Георгиевское ауылынан.
- Юлдашбаев Билал Хәмит улы (2.03.1928—13.04.2001), тарихсы-ғалим, этнополитолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1974), профессор (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Шамратов Ефим Шамратович (2.03.1933), хужалыҡ эшмәкәре, 1986—1997 йылдарҙа Мишкә юл төҙөү механизацияланған күсмә колоннаһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1995), Мишкә районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Сурай ауылынан.
- Ғайсина Рәйдә Мирғәле ҡыҙы (2.03.1938), ғалим-рус теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. Филология фәндәре докторы (1984), профессор (1984). 1996—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының хәҙерге рус тел ғилеме кафедраһы мөдире. 1987—1996 йылдарҙа Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә эшселәр ҡасабаһынан.
- Мусин Эмиль Марат улы (2.03.1968), журналист, 2001 йылдан «Туймазинский вестник» ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәре. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Заварицкий Александр Николаевич (2.03.1884—23.07.1952), ғалим-геолог, петрограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. СССР Фәндәр Академияһы академигы (1939), геология‑минералогия фәндәре докторы, профессор (1921). Башҡортостан Көньяҡ Уралында ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылыҡтарын, тау тоҡомдары метаморфизмын өйрәнеүсе. Ике Сталин (1943, 1946) һәм Ленин (1958) премиялары лауреаты, ике Ленин ордены (1944, 1945) кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әмирхан Еники (2.03.1909—16.02.2000), яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Татар АССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1989) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылынан. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән.
- Новосёлов Виктор Фёдорович (2.03.1929—14.03.1997, ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1963—1993 йылдарҙа Өфө нефть институтының, 1990 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының нефтте һәм газды ташыу һәм һаҡлау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1973). РСФСР‑ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР‑ының (1973) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1979).
- Беляков Вячеслав Филиппович (2.03.1939), баянсы, педагог, юғары мәктәп һәм музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. 1968—1983 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының кафедра мөдире, 1974—1978 йылдарҙа — уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректоры. Профессор (1980). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. «Донъя кубогы» Халыҡ-ара баянсы-аккордеонсылар конкурсы лауреаты (Прага, 1962). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Нәжибә Сафина (2.03.1949), татар шағиры, уҡытыусы, журналист. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Киҫәкҡайын ауылынан.
- Әлфиә Әсәҙуллина (2.03.1959), шағир. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең сектор мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2013).
Дөйөм исемлек
- 1931 — Михаил Сергеевич Горбачёв, СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президенты.
Был көндө вафат булғандар
Йыл көндәре