13 ғинуар
Уҡыу көйләүҙәре
13 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
13 ғинуар Викимилектә |
13 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 13-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 352 көн ҡала (кәбисә йылында 353).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Йәмәғәт радиотапшырыуҙары көнө.
- «Хыялыңды тормошҡа ашыр» көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Матбуғат көнө.
- Таиланд: Авиация көнө.
- 1717: Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә хәҙерге Шаран районының Саҡты ауылына керҙәшлек килешеүе буйынса мариҙар нигеҙ һала.
- 1830: «Литературная газета»ның тәүге һаны баҫылып сыға.
- 1858: Рәсәй империяһында тәүге почта маркалары әйләнешкә сығарыла.
- 1872: Рәсәй империяһында һауа торошо хеҙмәте ойошторола.
- 1899: Рәсәй империяһында Мәскәү менән Петербург араһында телефон линияһы рәсми асыла.
- 1933: Өфөлә яңы кондитер фабрикаһына нигеҙ һалына.
- 1960: Башҡорт АССР-ында фототелеграф элемтәһе эшләй башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наседкин Василий Фёдорович (1895—15.03.1938), СССР яҙыусыһы, шағир һәм журналист. Беренсе донъя һуғышында һәм Октябрь социалистик революцияһы ваҡиғаларында, Төркөстанда баҫмасылар хәрәкәтен баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Егоров Михаил Анисимович (1905—27.01.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, гвардия уҡсылар полкының взвод командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы (1925—10.10.2010), хеҙмәт алдынғыһы. 1950—1982 йылдарҙа Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының экскаватор машинисы, электромеханигы, быраулау мастеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың 6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы.
- Сәйфуллин Марат Вәзих улы (1955), Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
- Ғәниев Реналь Рәмил улы (1985), спортсы, хәрби хеҙмәткәр. 2003 йылдан фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2004). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2006) менән бүләкләнгән, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зәйни Исхаҡ (Зәйниғәбетдинов Исхаҡетдин Абызйән улы; 1886—3.05.1932), актёр, режиссёр. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919—1921 һәм 1924—1931 йылдарҙа Башҡорт дәүләт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1927—1928 йылдарҙа — баш режиссёры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Юлдаш ауылынан.
- Бараг Лев Григорьевич (1911—4.09.1994), ғалим-фольклорсы, әҙәбиәт белгесе. 1951—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966—1988 йылдарҙа урыҫ әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987).
- Бочков Валентин Алексеевич (1946), хеҙмәт ветераны. 1969—1987 йылдарҙа Күмертау авиация производство предприятиеһының партком секретары, директор һәм генераль директор урынбаҫары; 1987—1988 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Күмертау ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1988—1991 йылдарҙа КПСС-тың Күмертау ҡала комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты.
- Әхмәҙиев Рөстәм Рәйес улы (1961), ғалим-физиолог. 1992—2012 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2009 йылдан Һаулыҡ мониторингы һәм коррекцияһы үҙәге директоры; 2000—2009 йылдарҙа Башҡортостан физик культура институтының Кеше морфологияһы һәм физиологияһы кафедраһы мөдире; 2016 йылдан Республика клиник психотерапия үҙәге хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (2006), профессор (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урамов Владимир Исакович (1927—22.09.1999), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында яугиры, капитан (1944). 1957 йылдан Благовещен ҡалаһының 3-сө, 1975—1986 йылдарҙа хәҙерге А. Я. Першин исемендәге 4-се урта мәктәбе директоры. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1976). Благовещен ҡалаһы һәм Благовещен районының почётлы гражданы (1999). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Зәй районы Үрге Бәгрәш ауылынан.
- Вәлиев Мәсхүт Малик улы (1947—28.04.2018), ғалим-физик. 1998 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000 йылға тиклем ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1999—2001 йылдарҙа электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2004), профессор. Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007).
- Хәйретдинов Фәүис Йәмғетдин улы (1947), нефть сәнәғәте һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1969—1982 йылдарҙа һәм 1990 йылдан «Башнефть» берекмәһе предприятиеларының яуаплы хеҙмәткәре; 1982 йылдан Октябрьский ҡала Советы рәйесе урынбаҫары, беренсе урынбаҫары, 1984—1990 йылдарҙа ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе. Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ҡандра ауылынан.
- Исмәғилева Асия Хәбиб ҡыҙы (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип—реаниматолог. 1989 йылдан Яңауыл үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Райондың почётлы гражданы (2011). Сығышы менән Свердловск ҡалаһынан.
- Мокроусов Владимир Петрович (1952), хеҙмәт ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 2000—2008 йылдарҙа Күмертау ҡалаһы торлаҡ хужалығы предприятиеһы етәксеһе. Ҡала тарихы буйынса китаптар авторы. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан.
- Сәлихова Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы (1962), матбуғат ветераны. 1984 йылдан «Совет Башҡортостаны» һәм «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан.
- Саҡаева Динә Дамир ҡыҙы (1967), ғалим-онколог. 1995 йылдан Республика клиник онкология диспансеры табибы, 2007 йылдан — баш табиптың химиотерапия буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2014).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәхмүтов Зәйнетдин Ғиззәт улы (1928—2015), механизатор һәм малсы. 1946 йылдан Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозы тракторсыһы, 1960—1988 йылдарҙа — һарыҡ көтөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1976). Сығышы менән ошо райондың Иҫәнгилде ауылынан.
- Карунос Нэлли Ғәли ҡыҙы (1943), табип, йәмәғәтсе. 1970—2013 йылдарҙа Иглин үҙәк район дауаханаһының невропатологы һәм нарколог-психиатры, 1974—1988 йылдарҙа баш табиптың поликлиика буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997). Иглин районының почётлы гражданы (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Саҡмағош ауылынан.
- Браун Елена Михайловна (1958), техник-технолог. 1978—2010 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте аппаратсыһы, инженеры, диспетчеры. Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Ғайсин Рәфит Ғасим улы (1958), нефтсе. 1975—2018 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһе операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылынан.
- Ишбирҙин Хәлил Әнүәр улы (1963), бейеүсе, балетмейстер. 1980—1989 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы; 1991 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы Бейеү театрының художество етәксеһе, 2001—2007 йылдарҙа — балетмейстеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Заһиҙуллина Аделина Рөстәм ҡыҙы (1993), спортсы. Өфө ҡалаһындағы Фехтование буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе фехтовальщицаһы. 2020 йылғы Олимпия уйындары чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған (2018) һәм халыҡ-ара класлы (2016) спорт мастеры, фехтование буйынса спорт мастеры (2010). Дуҫлыҡ (2018) һәм Салауат Юлаев (2021) ордендары кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пяри Виктор Хансович (1919—?), балет артисы һәм балетмейстер. 1951—1955 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры балетмейстеры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955). Сығышы менән хәҙерге Владимир өлкәһенең Гусь‑Хрустальный ҡалаһынан.
- Дәүләтбирҙин Хәсән Ғүмәр улы 1924—19.05.2010), ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1941 йылдан Хәйбулла районы Калинин исемендәге колхоз механизаторы, 1943 йылдан — бригадиры, 1967 йылдан партбюро секретары, 1975 йылдан инженер, механик, 1984—1994 йылдарҙа комбайнер. Ленин ордены кавалеры (1957). Райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1974). Сығышы менән Байғусҡар ауылынан.
тулы исемлек
- Протопопов Христофор Владимирович (1924—?), химик-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, капитан-инженер. 1968—1970 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Химия институтының лаборатория мөдире. Химия фәндәре кандидаты. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Кострома өлкәһе Буйский районы Ослебяево ауылынан.
- Шакшин Анатолий Дмитриевич (1929—22.11.2010), нефтсе. 1948 йылдан «Туймазабурнефть» тресының 2-се быраулау контораһы быраулаусыһы, 1953 йылдан — быраулау мастеры; 1964 йылдан «Тюменнефтегазразведка» тресы Урай быраулау эштәре идаралығының 3-сө быраулау контораһының, 1972—1996 йылдарҙа Нижневартовск быраулау эштәре идаралығының быраулау мастеры. СССР-ҙың 7‑се саҡырылыш (1966—1970) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1970) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының 1980 йылдар башында бөткән Крадено-Михайловка ауылынан.
- Кирилов Василий Григорьевич (1949), ветеринар врач-ғалим. 1986 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 1991—2009 йылдарҙа ветеринария медицинаһы факультеты деканы. Ветеринария фәндәре докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән ҡалаһынан.
- Шәймөхәмбәтова Йомабикә Сәлимйән ҡыҙы (1949), эшсе. 1995—2004 йылдарҙа Хәйбулла районы Подольск ауылы торлаҡ-коммуналь ойошмаһы эшсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1906: Александр Степанович Попов, физик һәм электротехник, радионы уйлап табыусы.