21 март
Уҡыу көйләүҙәре
(21 марта битенән йүнәлтелде)
21 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
21 март Викимилектә |
21 март — григориан стиле буйынса йылдың 80-се (кәбисә йылында 81-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 285 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Науруз байрамы.
- Ер: Белем азатлығы көнө.
- Ҡурсаҡ театрҙары көнө.
- Боронғо көй (музыка) көнө.
- Йорт хужалығы (йорт-ҡаралты) көнө.
- Ағас (ағас материалдары) көнө.
- Төҫ көнө.
- «Бәхетле булығыҙ!» көнө.
- Даун синдромлылар көнө.
- Австралия: Гармония көнө.
- АҠШ: Именлек-бәрәкәтлек көнө.
- Йәш үҫмерҙәр көнө.
- Хәтер көнө.
- Ираҡ: Яҙ көнө.
- Намибия: Бойондороҡһоҙлпҡ көнө.
- Тунис: Йәштәр көнө.
- 1835: Рәсәй империяһы Хөкүмәт Сенатының 28 ғинуарҙағы указы нигеҙендә Өфөлә Губерна статистика комитеты ойошторола.
- 1922: Лондонда Ватерлоо вокзалы асыла.
- 1969: Башҡорт АССР-ы Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә.
- 1995: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың тәүге ултырышы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пономарёв Николай Георгиевич (1900–19.05.1942), СССР-ҙың инженер-оптигы, астрономия ҡорамалдары конструкторы. 1920 йылдан Ленинградтағы Оптика һәм Астрономия институттары хеҙмәткәре, 1934 йылдан Оптика механика заводының Конструкторлыҡ бюроһы етәксеһе, бер үк ваҡытта Пулково обсерваторияһы хеҙмәткәре. Сталин премияһы лауреаты (1941).
- Акимова Мария Степановна (1915—1.11.1971), ғалим-антрополог. 1944 йылдан Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1942), доцент. 1963—1965 һәм 1967 йылдарҙа Көньяҡ Уралға, шул иҫәптән Башҡортостанға антропология экспедициялары ойоштороусы.
тулы исемлек
- Нуриев Зыя Нурый улы (1915—19.10.2012), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1957—1969 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының 1-се секретары, 1969 йылдан СССР-ҙың әҙерләүҙәр министры, 1973—1985 йылдарҙа — СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре докторы (1966). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
- Йәнекәев Дәрд Ғәли улы (1925—13.04.2016), ғалим-психиатр. 1966—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Нухов Фәрит Әйүп улы (1930—19.03.1990), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1948—1950 һәм 1954—1990 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводының (производство берекмәһенең) слесарь-йыйыусыһы. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Меңйетәр ауылынан.
- Кәримов Вил Сәғит улы (1935—31.10.2017), режиссёр, дәүләт эшмәкәре. 1969—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 8-се һәм 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Кәрим ауылынан.
- Илизаров Симон Семёнович (1950), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975 йылдан СССР һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Тәбиғәт фәне һәм техника тарихы институты хеҙмәткәре, 1990 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2000 йылдан — директор урынбаҫары, 2004 йылдан — «Фән һәм техника» мәғлүмәт аналитика үҙәгенең бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Рәсәй гуманитар университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фәсхетдинов Әхәт Әхмәт улы (1950—11.01.2010), бейеүсе, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре. 1967 йылдан (өҙөклөк менән) хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, шул иҫәптән 1989—1990 йылдарҙа ансамбль директоры. 1993—1996 һәм 2008—2010 йылдарҙа — хәҙерге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы, 1998—2002 йылдарҙа — Нефтекама филармонияһы директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), Башҡорт АССР-ының артисы (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Искәндәров Алексей Искәндәр улы (1906—2.01.1999), хор дирижёры, композитор. 1940 йылдан СССР-ҙың Композиторҙар союзы ағзаһы. 1933—1966 йылдарҙа Йошкар-Ола музыка-театр училищеһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1954 йылға тиклем Мари филармонияһы Йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе һәм дирижёры; 1952 йылдан Мари АССР‑ының Композиторҙар союзы рәйесе, 1956—1965 йылдарҙа яуаплы секретары. Хәҙер уның исемен йөрөткән Мари хор капеллаһын ойоштороусы (1933). РСФСР-ҙың (1960) һәм Мари АССР-ының (1942) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мари АССР-ының дәүләт премияһы лауреаты (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Ирсай ауылынан.
- Мурсаиков Леонид Васильевич (1926—5.08.2013), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957 йылдан партия район комитеттарында яуаплы вазифаларҙа, шул иҫәптән 1964—1970 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлетамаҡ район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, райком секретары; 1970—1987 йылдарҙа Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Петровский ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡудашев Ринат Шәғәли улы (1936), хеҙмәт ветераны, ғалим-инженер. 1955—1981 йылдарҙа СССР-ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының «Туймазанефтестрой» тресының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән идарасыһы; 1981—1988 йылдарҙа ошо уҡ министрлыҡтың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү буйынса баш идаралыҡ начальнигы; 1988—2007 йылдарҙа Бөтә Рәсәй газ һәм нефть сығарыу һәм транспортлау объекттарының махсус төҙөлөш конструкциялары ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлау институтының генераль директоры. Техник фәндәр кандидаты. РСФСР-ҙың, Башҡорт АССР-ының һәм Болгария Халыҡ Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районының 1970-се йылдарҙа Бүздәккә ҡушылған Табанлыкүл ауылынан.
- Павлов Сергей Витальевич (1961), ғалим-педагог, йәмәғәтсе. 1987 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2000 йылдан — Башҡортостан физик культура институты директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 2015 йылдан — директорҙың беренсе урынбаҫары. 1990 йылдан Башҡортостандың Тхэквондо союзы президенты. Педагогия фәндәре докторы (2005), профессор (2009). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Рәсәйҙең физик культура һәм спорт отличнигы (2003) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012). Дзюдо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1982). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кургин Владимир Петрович (1932—17.03.2003), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1996 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Октябрь Революцияһы (1980) һәм «Почёт Билдәһе» (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Алтай крайының Новопетровка ауылынан.
- Рудько Нина Владимировна (1947), хеҙмәт ветераны, техник-технолог. 1965—2003 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1985). Сығышы менән хәҙерге Архангельск өлкәһе Плесецк районы Пуксоозеро ҡасабаһынан.
- Шәймөхәмәтов Фәнил Сафуан улы (1957), педагог, рәссам-график. Республика балалар сәнғәт мәктәптәренең элекке уҡытыусыһы. 1991 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2015).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Имаев Юрий Хәким улы (1938), инженер, һөнәри-техик белем биреү өлкәһе хеҙмәткәре. 1965—2009 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 19-сы һөнәри училищеһының производствоға өйрәтеү мастеры, 1988—1992 йылдарҙа — өлкән мастер. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан.
- Кәбилов Әнүз Ғәҙи улы (1938), ғалим-иҡтисадсы, инженер. 1986 йылдан хәҙерге «Башнефтехим» берекмәһенең генераль директор урынбаҫары, 1997—1998 йылдарҙа вице-президент, иҡтисад буйынса директор. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Тәкәрлек ауылынан.
- Бондарук Анатолий Моисеевич (1958), ғалим, йәмәғәтсе. 2011—2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһынан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
- Ниғмәтйәнов Азат Әҙип улы (1973), ғалим-агроном-агрохимик. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты, 2018 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2001). Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәрова Әминә Мөхәмәтйән ҡыҙы (1909—3.06.1996), педагог-методист. 1958—1975 йылдарҙа РСФСР Педагогия фәндәре академияһы Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институты Башҡортостан филиалының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Педагогия фәндәре кандидаты (1963). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1968), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Луговая ауылынан.
- Бакулин Алексей Вениаминович (1949—29.11.2019), педагог, мәғариф, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1987 йылдан КПСС-тың Бөрө ҡала комитетының беренсе секретары, 1992 йылдан ҡаланың 7-се урта мәктәбе директоры, артабан Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Бөрө территориаль комитеты етәксеһе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
тулы исемлек
- Латипов Эдуард Ратмил улы (1994), спортсы, биатлонсы. Олимпия уйындарының өс бронза миҙалын яулаусы, донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионаттары һәм беренселектәренең күп тапҡыр еңеүсеһе һәм призёры. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1825: Александр Можайский, Рәсәй империяһы уйлап сығарыусыһы, авиацияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1839: Модест Мусоргский, Рәсәй империяһы композиторы.
- 1880: Николай Максимов, СССР-ҙың ғалим-ботанигы, академик.
- 1920: Георг Отс, йырсы һәм актёр, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1930: Симон Шноль, СССР һәм Рәсәй биофизигы, фән тарихын өйрәнеүсе.
- 1950: Сергей Лавров, дипломат, Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры.
- 1958: Гэри Олдмен, Бөйөк Британия киноактёры.
- 1998: Галина Уланова, СССР балеринаһы.
- 2000: Аляев Иван Павлович, совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1940).