9 ноябрь
Уҡыу көйләүҙәре
(9 ноябрь (ҡырпағай) битенән йүнәлтелде)
9 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
9 ноябрь Викимилектә |
9 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 313-сө көнө (кәбисә йылында 314-се). Йыл аҙағына тиклем 52 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя лизинг көнө.
- Фашизм һәм расизмға ҡаршылыҡ көнө.
- Ядро ҡоралына ҡаршы акциялар көнө.
- Гиннесстың рекордтар китабы көнө.
- Австрия, Германия, Швейцария: Уйлап сығарыусылар көнө.
- АҠШ: Йәш китап уҡыусылар көнө.
- Камбоджа: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Украина: Украин яҙмаһы һәм теле көнө.
- Әзербайжан: Дәүләт флагы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының СОБР хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Украина: Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм халыҡ сәнғәте оҫталары көнө.
- 1906: Пётр Столыпиндың аграр реформаһы башлана.
- 1917: Эшсе һәм һалдат депутаттарының II Бөтә Рәсәй съезы үҙ эшен тамамлай.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рауил Шаммас (1930), журналистика ветераны, шағир, прозаик һәм тәржемәсе. 1965 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1973 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2015), Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2013).
- Фәйзуллина Гүзәл Әсхәт ҡыҙы (1960), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан «Башгражданстрой» тресы генераль директорының дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Котов Михаил Иванович (1896—25.08.1978), ғалим-геоботаник. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда эшләй, дарыу үҫемлектәрен өйрәнә, республика биләмәлендә туғыҙ ботаник-географик районды айырып күрһәтә. 1966 йылда баҫылып сыҡҡан «Определитель растений Башкирской АССР» китабы авторҙарының береһе һәм баш мөхәррире. Биология фәндәре докторы (1940), профессор (1943). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967). СССР-ҙың (1951) һәм Украина ССР-ының (1969) дәүләт премиялары лауреаты.
- Лопухов Вячеслав Васильевич (1946), ветеран-спортсы. Полиатлон буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1993) һәм донъя чемпионы (1993). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Тимербулатов Мәғәфүр Мансур улы (1956), кинодраматург. Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының баш мөхәррире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Кинематографистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016). Сығышы менән Күмертау ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Березин Геннадий Николаевич (1927—2015), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1997 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Өфө һәм Бәләбәй кинотеатрҙарының, «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының элекке рәссам-биҙәүсе, 1970 йылдан 1990–сы йылдар башынаса Чукотка автономиялы округында йәшәй һәм эшләй. Бәләбәй ҡалаһының А. М. Шевченко исемендәге премияһы һәм Бөтә Союз күргәҙмәләре (1987, 1989) лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Леонора Ҡыуатова (1948), башҡорт балет артисы, балетмейстер, педагог. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1993 йылдан педагог-репетитор, 2009 йылдан — баш балетмейстер, бер үк ваҡытта 1987 йылдан хәҙерге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1988). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2019).
- Детинина Ирина Кремильевна (1963), педагог. 1987 йылдан Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы 1-се урта мәктәп уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1999—2001 йылдарҙа директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010) һәм мәғариф отличнигы (2001). «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли пректының «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2006). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғәзизов Рөстәм Фәрит улы (1983), инженер, муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2017 йылдан Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2021 йылдан — Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте башлығы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Смирнов Георгий Алексеевич (1909—12.05.2005), ғалим-геолог. 1975—1977 йылдарҙа Өфөләге Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре‑консультанты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1970). Ике 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Екатеринбург ҡалаһынан.
- Сергеев Леонид Иванович (1909—16.03.1976), ғалим-үҫемлектәр физиологы. 1946 йылдан Ялта ҡалаһындағы Никита ботаника баҡсаһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1949 йылдан — директорҙың фән буйынса урынбаҫары. 1955 йылдан Өфөләге Биология институтында ботаника секторы, артабан лаборатория мөдире, 1974 йылдан Биология һәм цитохимия бүлегендә лаборатория мөдире, 1975 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Биология фәндәре докторы (1954), профессор (1957). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949, 1954) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Татищев районы Полчаниновка ауылынан.
тулы исемлек
- Һәүбәнова Рәхимә Ғилметдин ҡыҙы (1914—16.07.2002), театр актёры. 1933—1978 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, 1978—1989 йылдарҙа — реквизиторы. 1946 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1970). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылынан.
- Әминев Зыя Әсҡәт улы (1914—12.03.1969), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1939—1947 йылдарҙа Бөрө уҡытыусылар институтында уҡытыусы, СССР тарихы кафедраһы мөдире, институт директоры урынбаҫары. 1950—1965 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының һәм Башҡорт дәүләт университетының СССР тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1968).
- Сахаров Виктор Александрович (1934), ғалим-нефтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), техник фәндәр докторы (1991), профессор (1991). «Башнефтегеофизика» тресының Туймазы геофизик контораһының элекке операторы, Өфө нефть институтын отличие менән тамамлаусы (1962). Почётлы нефтсе (2004).
- Ғөбәйҙуллин Камил Ғөбәй улы (1949), рәссам-график, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1979 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған рәссамы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
- Болотнова Рәйсә Хәким ҡыҙы (1954), ғалим-механик. 1978 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Физика һәм математика бүлеге ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан — Механика институтының өлкән, 1995 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре. Физика‑математика фәндәре докторы (2009). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985). Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1812: Поль Абади, Франция архитекторы.
- 1818: Иван Сергеевич Тургенев, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1876: Хидэё Ногути, Япония биологы.
- 1929: Александра Пахмутова, композитор, СССР-ҙың халыҡ артисы (1984), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990).
- 1936: Михаил Таль, шахмат буйынса донъяның һигеҙенсе чемпионы.
- 1983: Глафира Тарханова, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1940: Невилл Чемберлен, Англия сәйәсмәне.
- 1952: Хаим Вейцман, Израилдең беренсе президенты.
тулы исемлек
- 1959: Шәриф Сөнчәләй, Башҡорт АССР-ының мәғариф хеҙмәткәре, этнограф һәм иҡтисадсы.
- 1970: Шарль де Голль, Францияның дәүләт эшмәкәре, генерал.