13 август
Уҡыу көйләүҙәре
13 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
13 август Викимилектә |
13 август — григориан стиле буйынса йылдың 225-се (кәбисә йылында 226-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 140 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя һулаҡайҙар көнө.
- Осрашыуҙар көнө.
- Шаулаусы ҡабырсаҡтар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Физкультурниктар көнө (августың икенсе шәмбеһе).
- Тунис: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Һиндостан: Патриоттар көнө.
- 1735: Минзәлә ҡәлғәһендә Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу буйынса Башҡорт эштәре комиссияһы эшләй башлай.
- 1899: АҠШ-та телефон-автоматҡа патент алына.
- 1913: Англияла тәүге тапҡыр тутыҡмай торған ҡорос ҡоялар.
- 1932: Италияла ҡыҫҡа тулҡынлы радио уңышлы һынау үтә.
- 1941: Бөрө тегеү фабрикаһы эш башлай.
- 1956: Башҡортостан төҙөлөш комплексының ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты — «БашНИИстрой» ойошторола.
- 1961: Германия Демократик Республикаһы Көнбайыш һәм Көнсығыш Берлин араһындағы сикте яба.
- 1990: СССР Президенты М. С. Горбачёв «20-50 йылдарҙағы барлыҡ сәйәси золом ҡорбандарының хоҡуҡтарын тергеҙеү тураһында»ғы указға ҡул ҡуя.
- 1999: Учалы ҡалаһында Башҡорт дәүләт университетының филиалы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Брадис Елизавета Модестовна (1900—5.05.1975), ғалим-геоботаник. Биология фәндәре докторы (1952), профессор. Рус телендәге «Определитель высших растений Башкирской АССР» белешмә китабын төҙөүселәрҙең береһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Баширова Зинаида Дмитриевна (1935), педагогик хеҙмәт ветераны, 1977—2002 йылдарҙа Стәрлетамаҡтың 23-сө урта мәктәбе (хәҙер 2-се гимназия) директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы.
- Ғосманов Үзбәк Ғосман улы (1935—25.09.2016), ғалим-иҡтисадсы. 1965 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре, 1968 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1971 йылдан — сектор мөдире; 1989–1997 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығы иҡтисады кафедраһы мөдире. Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1997), Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы академигы (1991), иҡтисад фәндәре докторы (1988), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған фән эшмәкәре. М. И. Тоҡомбәтов исемендәге премия лауреаты. Дуҫлыҡ (2006) һәм Салауат Юлаев (2015) ордендары кавалеры.
- Мазин Михаил Григорьевич (1935), партия һәм хужалыҡ органдары ветераны. Халыҡ депутаттарының Ейәнсура район Советы башҡарма комитетының элекке рәйесе, ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Вәлиуллин Рим Шәйҙулла улы (1945), спортсы, тренер. 1969—2006 йылдарҙа Өфөләге «Нефтсе» спорт комбинаты, бер үк ваҡытта 1974—1976 йылдарҙа һәм 1980 йылда СССР һәм 1974—1976 һәм 1980—1981 йылдарҙа РСФСР йыйылма командалары тренеры. Бокс буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1975) һәм республика категорияһындағы судья (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мөғәллимов Фәнзил Мәүләүи улы (1950), ғалим-инженер-электромеханик. 1993 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; 1994—1996 йылдарҙа Үткәргес торба системаларын диагностикалау үҙәге директоры, 2003—2004 йылдарҙа төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 2002 йылдан «Востокнефтегаз» фәнни техник фирмаһының генераль директоры. Техник фәндәр докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2000). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Яҡуп ауылынан.
- Әмирханов Сәлихйән Шәрифйән улы (1950), музыкант, педагог, Нефтекама ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәкимов Әбүбәкер Һаҙый улы (1926—3.10.2003), ғалим-иҡтисадсы. 1964—1996 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966 йылдан декан урынбаҫары, 1967—1982 йылдарҙа декан, 1983—1986 йылдарҙа директор. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1965). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районы Араҡай ауылынан.
- Сидинкина Нина Ивановна (1941), педагогик хеҙмәт ветераны. Өфө ҡалаһы 114-се мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Сырчин Анатолий Константинович (1941), спорт ветераны, тренер. Парашют спорты буйынса РСФСР-ҙың абсолют чемпионы (1964), СССР (1963–1965), Хәрби-Һауа көстәре һәм СССР Ҡораллы көстәре (1970–1976) чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1984), спорт мастеры (1961) һәм почётлы спорт мастеры (1967), халыҡ-ара (1988) һәм Бөтә Союз (1976) категорияларындағы судья. Ҡыҙыл Йондоҙ (1985) һәм 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн» (1977) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шәмсетдинов Миңләхәт Әсғәт улы (1946–14.01.2011), ғалим-физик. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993 йылдан теоретик физика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). К. П. Краузе исемендәге премия лауреаты (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Сатый ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рогалёв Пётр Леонтьевич (1912—5.03.1988), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкы командиры. 1959—1963 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының хәрби комиссары, БАССР-ҙың бишенсе (1959—19632) һәм алтынсы (1963—1967) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ғимранов Мансур Ғимран улы (1917—8.01.2009), ғалим-микробиолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1984 йылдарҙа микробиология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Октябрь Революцияһы (1976), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) ордендары кавалеры.
- Здрогов Юрий Николаевич (1932—13.07.2010), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1953—1993 йылдарҙа Әбйәлил районы Гусев урта мәктәбе уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе, 1965—1975 йылдарҙа — мәктәп директоры. 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (1995). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988), райондың Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты (2000). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ҡаҙаҡбаев Фәтих Мөхәмәтйән улы (1957), ауыл хужалығы, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1981 йылдан Хәйбулла районы «Сельхозтехника» берекмәһенең һәм район ремонт-техник предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1985—1989 йылдарҙа — директоры; 1989—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1992 йылдан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 1993 йылдан — район хакимиәте башлығы; 2001—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының беренсе һәм икенсе саҡырыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1997). Хәйбулла районының почётлы гражданы (2008). Сығышы менән ошо райондың Һаҡмар Наҙарғол ауылынан.
- Миңлейәрова Татьяна Ивановна (1962), энергетик. 1984—2017 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең йылылыҡ менән тәьмин итеү цехы мастеры, йәмғиәттең баш энертетигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энегетигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлашев Игорь Сахиевич (1938—8.02.2012), хужалыҡ эшмәкәре. 1967—2001 йылдарҙа Туймазы тәжрибә урман хужалығы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (1993). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981), РСФСР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991), Туймазы районының почётлы гражданы. Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
- Хәмзин Зинур Рәхмәтулла улы (1948), хеҙмәт ветераны. 1971—2004 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Каустик» предприятиеһы аппаратсыһы һәм машинисы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Баҙыҡ ауылынан.
- Бельтюкова Нәзирә Фәттәх ҡыҙы (1968), уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Тимерәк ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Латипов Ғәкил Ильяс улы (1919—23.09.1978), СССР-ҙың партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин ордены кавалеры (1957).
- Истамғәлин Сафа Ғәлиулла улы (1924—29.06.1992), ауыл хужалығы алдынғыһы, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1985 йылдарҙа Әбйәлил районының «Урал» совхозы механизаторы. СССР-ҙың 9‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Сығышы менән ошо райондың Йәлембәт ауылынан.
- Морозов Вадим Степанович (1934—13.07.2018), хужалыҡ эшмәкәре. 1987—1997 йылдарҙа Балаҡатай районы «Агроснаб» предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Ямаш ауылынан.
- Рафиҡов Хәлим Сөнәғәт улы (1934—17.08.2017), ғалим-генетик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Оҙондар ауылынан.
- Заһитова Зимфира Мөхәмәҙи ҡыҙы (1949), хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1773: Юрий Федорович Лисянский, Рәсәй империяһының диңгеҙ сәйәхәтсеһе, Ер шары тирәләй йөҙгән беренсе рус экспедицияһы командиры.
- 1803: Владимир Фёдорович Одоевский, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, философ, кенәз, рус музыка белеменә нигеҙ һалыусы, «Московский вестник» журналын ойоштороусы.
- 1820: Джозеф Альберт Альбердингк Тим, Голландия яҙыусыһы, нәшерсе һәм әҙәби тәнҡитсе.
- 1860: Энни Окли, АҠШ-тың цирк артисткаһы.
- 1899: Альфред Хичкок, Британия һәм АҠШ кинорежиссёры.
- 1970: Илья Шакунов, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1970: Алан Ширер, Англия футболсыһы, Премьер-лига тарихында иң яҡшы бомбардир.
- 1975: Кейси Аффлек, АҠШ-тың театр, кино һәм телевидение актёры, «Оскар» кинопремияһы лауреаты.
- 1980: Стас Пьеха, Рәсәй йырсыһы.
- 1946: Герберт Уэллс, Англия яҙыусыһы.
- 1956: Якуб Колас, СССР яҙыусыһы.
- 1993: Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы, СССР-ҙың дәүләт, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре.