13 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
13 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
13 сентябрь Викимилектә |
13 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 256-сы (кәбисә йылында 257-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 109 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Пеницилиндың тыуған көнө.
- Шоколад көнө.
- Биониканың тыуған көнө.
- Позитив фекерләү көнө.
Төбәк байрамдары
- Краснодар крайы: Край ойошторолған көн.
- Рәсәй Федерацияһы: Программистар көнө.
- Парикмахерҙар көнө.
- Йога көнө.
- Тажикстан: Мелиораторҙар көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дмитриев Юрий Иосифович (1915—26.01.1995), конструктор. 1956—1985 йылдарҙа Өфө агрегат производство берекмәһе «Гидромеханика» тәжрибә конструкторлыҡ бюроһының баш конструкторы. Почётлы авиатөҙөүсе (1979). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), «Почёт Билдәһе» (1956) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Иркутск өлкәһенең Залари ауылынан.
- Зефиров Николай Серафимович (1935—28.04.2017), ғалим-химик-органик. 1958 йылдан Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993 йылдан органик химия кафедраһы мөдире. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы академигы, 1991 йылдан хәҙерге Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1965), профессор (1971). «Почёт Билдәһе» (1985), Почёт (2001) һәм Дуҫлыҡ (1995) ордендары кавалеры. Сығышы менән Ярославль ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Нәбиев Ринат Әхмәтғәли улы (1950), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт эшмәкәре. Ҡазан (Волга буйы) федераль университетының тарих һәм сәйәсәт кафедраһы мөдире. 1997—2006 йылдарҙа Татарстан Республикаһы хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса совет рәйесе. Тарих фәндәре докторы, профессор. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылынан.
- Йосопов Олег Рафаэль улы (1960), муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2008—2013 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Дим районының хакимиәт башлығы урынбаҫары, 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Архив эштәре буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Омск ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ковалёв Сергей Иванович (1886—12.11.1960), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1938—1950 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Тарих институты Ленинград бүлексәһенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1956—1960 йылдарҙа Дин һәм атеизм тарихы музейы директоры. Тарих фәндәре докторы (1938). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Оло Ҡуғанаҡ ауылынан.
- Королевский Алексей Григорьевич (1941—18.08.2013), график, 1970 йылдан СССР Рәссмдар союзы ағзаһы. 1967—1984 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған рәссамы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Кравчук Игорь Александрович (1966), спортсы, СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы (1987) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (1988). Почёт ордены кавалеры (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Гладышева Светлана Алексеевна (1971), спортсы, йәмәғәтсе. Тау саңғыһы спорты буйынса 1987 йылдан СССР-ҙың, 1992 йылдан БДБ, 1993—1998 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 2010—2014 йылдарҙа Рәсәйҙең Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1992, 1994, 1998). Тау саңғыһы спорты буйынса СССР ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1994). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Почёт (2014), Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (1994) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Брусянин Василий Васильевич (1867—30.07.1919), Рәсәй империяһының демократ яҙыусыһы. Өфө ҡалаһында үҫә һәм уҡый, Өфө ер үлсәү уилищеһын тамамлай. 1887 йылдан башлап «Уфимские губернские ведомости» гәзитендә баҫыла. Әҫәрҙәрендә революцияға тиклемге Башҡортостан тормошон, башҡорттарҙың көнкүрешен һәм йолаларын һүрәтләй. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Бөгөлмә ҡалаһынан.
- Сунцов Александр Алексеевич (1927), инженер-энергетик. 1976 йылдан «Башкирэнерго» берекмәһенең «Энергосбыт» йәмғиәте директоры, 1988 йылдан баш инженеры, 1992—1995 йылдарҙа директоры һәм директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1977), СССР-ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1972), СССР-ҙың Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығы отличнигы (1974), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайының Павловская станицаһынан.
тулы исемлек
- Феофилактов Владимир Иванович (1937, ғалим-инженер-механик. 1959 йылдан «Академик В. П. Макеев исемендәге конструкторлыҡ бюроһы» дәүләт ракета үҙәге хеҙмәткәре, 1970 йылдан бүлек начальнигы, 1986 йылдан — генераль конструктор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1988—2000 йылдарҙа Өфө авиация институтының һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының Дәүләт ракета үҙәге ҡарамағындағы энергия ҡулайламалары кафедраһы мөдире; 1998 йылдан Мейәс машиналар эшләү заводының ғилми етәксеһе, 2003 йылдан — техник директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2000—2002 йылдарҙа «Конверсия—ТЭК« йәмғиәте президенты. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1994). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1984). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971, 1978). Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
- Динисламов Химмәт Нурислам улы (1942—11.1.2005), малсы, 1958—1970 йылдарҙа Әбйәлил районының «Заветы Ильича» колхозы мал ҡараусыһы, 1975—2002 йылдарҙа — һарыҡ көтөүсеһе. 2-се (1986) һәм 3-сө (1978) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Иҙәш Ҡусҡары ауылынан.
- Ишмияров Марат Хафиз улы (1947), ғалим-инженер-механик, иҡтисадсы. 1995—2005 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе генераль директорының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, беренсе урынбаҫары, берекмәнең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш (2003—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1999).
- Морозова Раиса Николаевна (1947), төҙөүсе. «Башкирразрезстрой» тресының Күмертау төҙөлөш-монтаж идаралығының элекке ташсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Ғәлиуллин Марс Рәсүл улы (1957), водитель. 1977 йылдан Әбйәлил районы предприятиелары, шул иҫәптән 1979—1991 йылдарҙа «Сельхозтехника» район берекмәһе водителе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1984). КПСС Үҙәк Комитетының, СССР Министрҙар Советының, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1987). Сығышы менән ошо райондың Тал Ҡусҡары ауылынан.
- Мырҙабаева Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы (1957), ғалим-табип-педиатр, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы; 1998—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, 1-се урынбаҫары; Рәсәй Федерацияһының бишенсе (2007—2011) һәм алтынсы (2011—2016) саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының президиум ағзаһы. Рәсәйҙең (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Ризуанова Гәлүсә Зәки ҡыҙы (1962), «Ағиҙел» халыҡ кәсептәре предприятиеһының техник әҙерләү һәм контроль бүлегенең элекке начальнигы, 2016 йылдан предприятиеның тәүге профсоюз ойошмаһы рәйесе, музей етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антипов-Каратаев Иван Николаевич (1888—3.07.1965), тупраҡ белгесе-ғалим. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Тажик ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1951). Тажик ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Федоровка районының Тәнәй ауылынан.
- Фәхретдинов Мөхәррәм Шәмсетдин улы (1923—2008), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Семёнов Александр Сергеевич (1933—4.08.2023), педагог, йәмәғәтсе. 1959 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәктәптәре һәм һөнәри-техник училищелары уҡытыусыһы, 1976—1998 йылдарҙа 48-се һөнәри училище директоры, 1998—2000 йылдарҙа ҡаланың ветерандар советы рәйесе, артабан — совет ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү уҡытыусыһы (1986), ҡаланың почётлы гражданы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Берёзовка ауылынан.
- Кодакова Наталья Васильевна (1938), педагог. 2000—2011 йылдарҙа Сибай ҡалаһы 12-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы, Хәрби дан музейын ойоштороусы һәм уның етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1983), Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мәмбәтов Рәфҡәт Әхмәтхан улы (1938—2018), механизатор. 1957—1995 йылдарҙа Хәйбулла районының «Маҡан» совхозы тракторсыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Баранова Людмила Фёдоровна (1948), педагог. Благовещен ҡалаһы 5-се урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Павлова Галина Михайловна (1948), педагог. 1972—2008 йылдарҙа Хәйбулла районы Өфө урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). Сығышы менән хәҙерге Ҡырғыҙ Республикаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зенкин Фёдор Григорьевич (1929—2010), хужалыҡ эшмәкәре. 1968–1978 йылдарҙа Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1971, 1976) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Бөгөлсән ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1923: Зоя Космодемьянская, Бөйөк Ватан һуғышы барышында «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ булған (1941, үлгәндән һуң) беренсе ҡатын-ҡыҙ.
- 1934: Тамара Милашкина, СССР һәм Рәсәйҙең опера йырсыһы (сопрано), СССР-ҙың халыҡ артисы (1973).
тулы исемлек
- 1979: Рим Сыртланов, башҡорт театр актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1954) артисы.