28 август
Уҡыу көйләүҙәре
(28 августа битенән йүнәлтелде)
28 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
28 август Викимилектә |
28 август — григориан стиле буйынса йылдың 240-сы (кәбисә йылында 241-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 125 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
- Ер: Ҡыш Бабайҙарҙың һөнәри байрамы (августың һуңғы йәкшәмбеһе).
- Литва: Тимер юлсылар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Шахтёрҙар көнө (августың һуңғы йәкшәмбеһе).
- 1851: Санкт-Петербург һәм Мәскәү араһында тура тимер юл хәрәкәте асыла.
- 1918: Башҡорт хәрби шураһының башҡорт ғәскәрҙәре хәрбиҙәре кейеменең формаһын тасуирлаған фарман сыға.
- 1920: Бөтә Рәсәй статистик иҫәп алыуы үткәрелә.
- 1926: Башҡортостан умартасылыҡ товариществоларының 1-се республика съезы уҙғарыла.
- 1936: «Тойота» автомобиль компанияһы ойошторола.
- 1942: Дәүләкән ҡала статусын ала.
- 1998: Башҡортостан һәм Мордовия хөкүмәттәре араһында «Сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйыла.
- 2012: Нефтекама автозаводының «Нефаз-52992» электр автобусы Рәсәйҙә беренсе булып сертификация үтә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гончарова Сталина Федоровна (1935), педагогик хеҙмәт ветераны, Әлшәй районы Шафран ауылы мәктәбенең элекке рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Мостафина Ольга Евгеньевна (1955), ғалим-биохимик, генетик. 1986 йылдан — Биохимия һәм генетика институты ғилми хеҙмәткәре, 2000 йылдан лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Оло Теләк ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Романов Анатолий Никитович (1926—20.03.2012), рәссам, муниципаль хеҙмәткәр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1997 йылдан Иглин районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге методисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән хәҙерге Пенза өлкәһе Усть Вазерки ауылынан.
- Поворотов Григорий Александрович (1951), хеҙмәт ветераны, техник-технолог, рационализатор. 1972—2009 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе технологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Тирәкле ауылынан.
- Әмирова Зарема Ҡәнзәфәр ҡыҙы (1951), ғалим-химик-биолог, эколог. 1994 йылдан Башҡортостандың Республика экология ғилми-тикшеренеү үҙәге директорының фән буйынса урынбаҫары, 2010 йылдан — директоры; 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы Дәүләт аналитик контроле идаралығының бүлек начальнигы, бер үк ваҡытта 2005 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Экология академияһы академигы. Биология фәндәре докторы (2000). СССР-ҙың уйлап табыусыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вакульский Александр Васильевич (1922—28.07.1990), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Ҡалтыман ауылынан.
- Исаев Александр Григорьевич (1922—23.07.2011), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963 йылдан Салауат ҡалаһының эшсе йәштәр мәктәбе, 1965 йылдан — 13-сө урта мәктәп директоры, 1982—1988 йылдарҙа уҡытыусы. РСФСР (1980) һәм Башҡорт АССР-ы (1975) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм өс Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, ғинуар һәм апрель 1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы биләмәләрендә булған һәм бөткән Щеголевка ауылынан.
- Ильичёв Валерий Дмитриевич (1937—18.05.2013), ғалим-орнитолог, йәмәғәтсе. 1959 йылдан Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967 йылдан бионика, 1969 йылдан — орнитология лабораторияһы мөдире. 1973 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының А. Н. Северцов исемендәге Экология һәм эволюция проблемалары институтының (Мәскәү) экология һәм ҡоштарҙың тәртибе менән идара итеү лабораторияһы мөдире. 1978—1984 йылдарҙа Халыҡ-ара орнитология комитетының президиум ағзаһы һәм генераль секретары; 1983—2003 йылдарҙа Бөтә Союз орнитология йәмғиәте президенты; 1968—1983 йылдарҙа СССР Орнитология комитеты, 1975 йылдан СССР (1992 йылдан Рәсәй) Фәндәр академияһының биозарарланыуҙар буйынса фәнни советы рәйесе. Рәсәй Экология академияһының мөхбир ағзаһы, биология фәндәре докторы (1968), профессор (1973). Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1970). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғүмәров Мөхәмәт Әнүәр улы (1952—5.06.2012), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1964—2007 йылдарҙа Баймаҡ районы «Сибай» совхозы механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо райондың Хәсән ауылынан.
- Янбаева Рәйсә Мозафар ҡыҙы (1962), табип-терапевт, 2-се республика клиник дауаханаһының терапия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дмитриев Николай Константинович (1989—22.12.1954), СССР-ҙың төрки телдәр белгесе, төркиәт ғилеменә нигеҙ һалыусы. СССР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1943), РСФСР-ҙың Педагогия фәндәре академияһы академигы (1945), филология фәндәре докторы (1938), профессор (1930). Төрөкмән ССР‑ының (1950), Башҡорт (1947) һәм Сыуаш (1953) АССР‑ҙарының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ленин (1954), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
- Шубин Георгий Иванович, (1918—4.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының айырым разведка ротаһы разведчигы, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңы Петровка ауылынан.
- Фәүәрисова Софья Бәҙретдин ҡыҙы (1938), мәғариф ветераны, Бөрө ҡалаһы 9-сы мәктәбенең элекке инглиз теле уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хәйретдинова Татьяна Борисовна (1948), ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1993), профессор (1996). 1979 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәйхаттаров Шәйхлмөхәммәт Шәйхаттар улы (1899—1984), хеҙмәт алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Кушнаренко районы «Коминтерн» колхозының элекке механизаторы. Ленин һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Ғәйфуллин Миңләхмәт Зиннәт улы (1914—19.04.2002), алдынғы нефтсе, 1933—1969 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығында быраулаусы, быраулау мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).
- Айыуханов Мәсғүт Баян улы (1924—10.03.2000), ғалим-иҡтисадсы. 1961 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, 1980—1990 йылдарҙа кафедра мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1980), профессор (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Йыһаншин Сабир Шәйәхмәт улы (1924—4.10.2018), партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1971—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Педагогия фәндәре кандидаты (1969), доцент (1985). Октябрь Революцияһы, II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
- Петров Борис Ильич (1929—23.08.2004), агроном, ғалим-иҡтисадсы, хужалыҡ эшмәкәре. 1960—1972 йылдарҙа Хәйбулла районының «Матрай» совхозы директоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1973). Башҡорт АССР-ының VII һәм XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1966), РСФСР-ҙың ауыл хужалығы (1969) һәм халыҡ мәғарифы (1968) отличнигы.
- Ҡашҡарова Руфана Шәрифулла ҡыҙы (1939), «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы магнит яҙмалар цехы операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
- Теләүбирҙин Камил Шәнгәрәй улы (1939), педагог, Өфө ҡалаһындағы 100-сө һөнәри училищеның элекке директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған агрономы.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1749: Йоһанн Гёте, Германия шағиры, ғалим һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1899: Андрей Платонов, СССР яҙыусыһы.
- 1925: Аркадий Стругацкий, СССР фантаст яҙыусыһы, тәржемәсе, сценарист.
- 1925: Юрий Трифонов, СССР яҙыусыһы.
- 1939: Владимир Ивашов, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1940: Филипп Леотар, Франция актёры, шағир һәм йырсы.
- 1943: Валентина Заворотнюк, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1947: Юрий Беляев, СССР һәм Рәсәй-ҙең театр һәм кино актёры.
- 1948: Наталья Гундарева, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1965: Сатоси Тадзири, Японияның видеоуйындар, манга һәм аниме авторы.
- 1965: Шанайя Твейн, Канада йырсыһы.
- 1979: Константин Симонов, СССР яҙыусыһы, шағир, йәмәғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- 1995: Роберт Бикмөхәмәтов, СССР-ҙың әҙәбиәт белгесе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
- 2003: Юрий Саульский, СССР һәм Рәсәй композиторы, дирижёр, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.