29 декабрь
Уҡыу көйләүҙәре
29 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
29 декабрь Викимилектә |
29 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 363-сө көнө (кәбисә йылында 364-се). Йыл тамамланыуға 2 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Геройҙар көнө.
- «Үлсәүгә баҫ» көнө.
- Ирландия: Конституция көнө.
- Монголия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының һөнәри-психологик һайлап алыу хеҙмәте көнө.
- 1845: Техас АҠШ-тың 45-се штаты итеп раҫлана.
- 1860: Беренсе броненосец һыуға төшөрөлә.
- 1869: Днепропетровскиҙа метрополитен асыла.
- 1895: Беренсе кинематограф сеансы була.
- 1931: Ейәнсура район гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
- 1972: Хәҙерге «Башкиравтодор» йәмғиәте эш башлай.
- 1977: Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенешле «Витязь» отряды ойошторола
- 1996: Гватемалала граждандар һуғышы туҡтала.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Буслаев Пётр Дмитриевич (1900—11.10.1982), ғалим-зоотехник. 1936 йылдан Башҡортостан малсылыҡ тәжрибә станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, бүлек мөдире, директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1942 йылдан Башҡортостан Игенселек халыҡ комиссариатының өлкән зоотехнигы. 1943—1980 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, 1945 йылдан зоотехния факультеты деканы, 1950—1978 йылдарҙа (өҙөклөк менән) айырым зоотехния кафедраһы мөдире. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1953). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Эҫем ҡалаһынан.
- Осташевская Галина Андреевна (1925—13.06.2018), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шәфҡәт туташы, журналист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡунаҡбаев Сабирйән Абдулла улы (1901—3.07.1996), ғалим-селекционер. 1955 йылдан Башҡортостан игенселек һәм баҫыу кульуралары селекцияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1958 йылға тиклем директор урынбаҫары, 1961 йылдан лаборатория мөдире. БССР Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1950). РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1957), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1987). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982).
- Ғайсина Мәрфуға Нурый ҡыҙы (1911—15.12.1984), ғалим-психиатр, республикала психиатрия хеҙмәтен ойоштороусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан республика психиатрия дауаханаһы табибы, бер үк ваҡытта 1937—1979 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970 йылдан психиатрия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1957).
- Хәйбуллин Ҡотләхмәт Ҡотлоғәлләм улы (1921—10.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Йәнғужин Айбулат Рим улы (1971), ғалим-философ. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003—2010 йылдарҙа философия һәм фән тарихы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), философия фәндәре докторы (2007), профессор (2013).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Голубев Николай Сергеевич (1902—23.06.1987), инженер-технолог. 1942 йылдан Белорет ҡорос сым-канат заводының цех, бүлек начальнигы, 1945 йылдан — баш инженер, 1953 йылдан — директор. 1958—1969 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының баш инженеры. Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1958, 1966) кавалеры.
- Абдуллин Мазһар Ғиләжетдин улы (1912—25.08.1942), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет яҙыусыһы, журналист. 1937—1941 йылдарҙа «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире.
- Астальцев Виктор Владимирович (1927—8.12.1994), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1964 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1989). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғибәҙуллин Миңлетаһир Ғибәҙулла улы (1898—19.04.1982), әкиәтсе. Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Мәзитов Әнүәр Абдулла улы (1933), нефтсе. 1958—1989 йылдарҙа Краснохолмский быраулау эштәре идаралығы быраулаусыһы, быраулау мастеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Көҙән ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәбибулла Ибраһимов (1894—17.03.1959), театр актёры, композитор, драматург. 1920—1936 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. СССР-ҙың Композиторҙар (1941) һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1951).
- Нәҡи Иҫәнбәт (Закиров Нәҡи Сиражетдин улы; 1899—15.09.1992), яҙыусы. Татар АССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1986). РСФСР-ҙың (1959) һәм Татар АССР-ының (1957) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1968). Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969), Халыҡтар Дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры.
- Ольбинский Григорий Моисеевич (1899—13.07.1938), СССР-ҙың партия хеҙмәткәре. 1933 йылдан Стәрлетамаҡ МТС-ының сәйәси бүлек начальнигы, 1935—1937 йылдарҙа ВКП(б)-ның Стәрлетамаҡ район комитетының беренсе секретары. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Гомель өлкәһе Речица ҡалаһынан.
- Солтангәрәев Нәсип Ғәлиулла улы (1899—1988), металлург. 1924—1955 йылдарҙа Баймаҡ баҡыр иретеү заводы эшсеһе. Ленин ордены кавалеры.
- Суфиянов Суфый Хажи улы (1914—24.01.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының рота командиры. 1946 йылдан Күгәрсен районының Октябрьский ауыл Советы рәйесе. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Данилин Михаил Фёдорович (1939), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1970—1981 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының хәҙерге «Заря» хужалығы рәйесе, 1981—2001 йылдарҙа «Мариинский» совхозы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауылынан.
- Йомағужин Динар Ҡәнзәфәр улы (1954), хеҙмәт ветераны. 1996—2011 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһының цех начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы районы Мәрйәмғол ауылынан.
- Фәтхетдинов Фаил Камил улы (1964), ғалим-әҙәбиәт белгесе, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2001 йылдан «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенең баш мөхәррире. Филология фәндәре кандидаты (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2021). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иштирәк ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1709: Елизавета Петровна, Рәсәй империяһының 1741—1762 йылдарҙағы императоры.
- 1919: Ғатаулла Минаев (Николай Орлов), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 1919: Зәкиә Туйышева, театр актёры, режиссёр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Татар АССР-ының халыҡ артисы (1969).
- 1731: Брук Тейлор, Англия математигы.
- 1905: Чарлз Тайзон Йеркс, Америка финансисы.
- 1980: Надежда Яковлевна Мандельштам, Рәсәй яҙыусыһы, Осип Мандельштамдың ҡатыны.
- 2017: Маслобоев Юрий Александрович, СССР-ҙың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.