30 июнь
Уҡыу көйләүҙәре
(30 июня битенән йүнәлтелде)
30 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
30 июнь Викимилектә |
30 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 181-се (кәбисә йылында 182-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 184 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- АҠШ: Ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли ойошмаһы көнө.
- Ҡул ҡыҫышыу көнө.
- Конго ДР: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Судан: Революция көнө.
- Әзербайжан: Ғашиҡтар көнө.
- Беларусь: Иҡтисадсылар көнө.
- Гватемала: Ҡораллы көстәр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Иҡтисадсылар көнө.
- Һауа һөжүменән һаҡлаусы радиотехник ғәскәрҙәр көнө.
- Юстиция министрлығы хөкөм башҡарыу системаһының һаҡ хеҙмәте көнө.
- 1856: Өфө ҡалаһының гербы раҫлана.
- 1931: Өфө фанера комбинаты эшләй башлай.
тулы исемлек
- 1931: Хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ойошторола.
- 1948: Салауат ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1948: Хәҙерге «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте эшләй башлай.
- 1962: «Салауатбыяла» берекмәһе эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлдашев Тимербулат Миңлеғәли улы (1915—1989), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылындағы 2-се урта мәктәптең элекке директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡаранай ауылынан. Ғалим-хирург һәм йәмәғәт эшмәкәре Марс Юлдашевтың атаһы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғисмәтуллина Фирҙәүес Хәлил ҡыҙы (1936), педагог. 1961 йылдан Көйөргәҙе районы мәктәптәре, шул иҫәптән Мораптал урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). Сығышы менән ошо райондың Аҡһары ауылынан.
- Дәүләтшин Шамил Хәмзә улы (1961), табип. Яңауыл үҙәк район дауаханаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Ҡоҙаш ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәниева Мүзәйнә Сәйетгәрәй ҡыҙы (1932), механик-ғалим. 1957 йылдан СССР Фәндәр академияһы Ҡазан филиалының Ҡазан физика-техника институты ғилми хеҙмәткәре, 1969 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1991 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Ҡазан фәнни үҙәгенең Механика һәм машиналар эшләү институтының лаборатория мөдире, 2001 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Физика-математика фәндәре докторы (1986). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Исламбаҡты ауылынан.
- Ғирфанов Вәдүт Шаһимөхәмәт улы (1937—12.08.1985), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1951 йылдан Әбйәлил районы «Ҡыҙыл маяҡ, 1958—1984 йылдарҙа — Шайморатов исемендәге колхоз механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Рәхмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Нагорный Владимир Александрович (1957), инженер-иҡтисадсы, дәүләт эшмәкәре. 2014—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, 2016—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылынан.
- Паршиков Геннадий Петрович (1957), хужалыҡ эшмәкәре, муниципаль хеҙмәткәр. 2005—2008 йылдарҙа Салауат ҡала округының хакимиәт башлығы. 2013 йылдан «Газпром нефтехим Салауат» берекмәһенең инвестициялар һәм капиталь төҙөлөш буйынса директоры.
- Йомағолов Илфат Әбделәхәт улы (1962—22.09.2018), театр һәм кино актёры. 1987 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1993).
- Әхмәҙиев Рафаил Мәүлитйән улы (1962), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. «Башкиравтодор» йәмғиәтенең Асҡын юл төҙәтеү-юл һалыу идаралығы начальнигы. Асҡын район Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
- Байғусҡаров Зариф Закир улы (1967), хоҡуҡ белгесе, дәүләт эшмәкәре. 2005—2016 йылдарҙа Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы. 2016 йылдан — Рәсәй Федерацияһының VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитет ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лоҡманов Ғаян Лоғоман улы (1923—19.10.1988), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры 1985).
- Афанасьев Фома Яковлевич (1928—?), нефтсе. 1953—1983 йылдарҙа Туймазы быраулау эштәре идаралығының дизелсы-моторисы. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районының Баҙғыя ауылынан.
тулы исемлек
- Сәғиҙуллин Ғабдулла Ғәйфулла улы (1938—5.12.1999), химик-технолог-ғалим. Техник фәндәр докторы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Түбәнге Ләкәнде ауылынан.
- Әхмәтшина Менәүәрә Хәйбулла ҡыҙы (1938), малсы. 1965—1993 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһе УРС-ының «Ағиҙел» совхозы быҙау ҡараусыһы, һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Арлар ауылынан.
- Рәхимҡолов Фирғус Имаметдин улы (1958), баянсы-музыкант, педагог. 1976 йылдан Салауат ҡалаһы Балалар музыка мәктәбенең баян класы буйынса, 1983 йылдан — педагогия училищеһының музыкаға индивидуаль өйрәтеү уҡытыусыһы; 2008 йылдан музыка колледжы концертмейстеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014). Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антипин Юрий Викторович (1939—6.07.2014), ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1995). СССР-ҙың юғары мәктәп (1989), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1998).
- Абазов Фәнис Фәметдин улы (30.06.1949), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984).
тулы исемлек
- Исмәғилева Зөһрә Салауат ҡыҙы (1964), еңел сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2008 йылдан «"Ағиҙел" художество промыслаһы» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Йәһүҙә ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1470: Карл VIII, Францияның 1483—1498 йылдарҙағы короле.
- 1685: Джон Гей, Англия шағиры, драматург.
тулы исемлек
- 1755: Поль Баррас, Бөйөк француз революцияһы эшмәкәре.
- 1825: Флоримон Эрве, Франция композиторы, органист, музыкаль театр ойоштороусы.
- 1860: Владимир Михельсон, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың ғалим-физигы, геофизик, профессор.
- 1895: Борис Ромашов, СССР драматургы, тәнҡитсе.
- 1925: Филипп Жакоте, Швейцария шағиры, эссеист һәм тәржемәсе.
- 1930: Борис Рыцарев, СССР кинорежиссёры, сценарист, фильм-әкиәт жанры оҫтаһы.
- 1935: Сергей Павлов, СССР-ҙың фантаст яҙыусыһы.
- 1950: Леонард Уайтинг, Англия актёры, «Алтын глобус» премияһы лауреаты.
- 1960: Святослав Задерий, СССР һәм Рәсәй музыканты, йырсы, йырҙар авторы, «Алиса» төркөмөн ойоштороусы.
- 1975: Ральф Шумахер, Германия автоуҙышсыһы, Михаэль Шумахерҙың ҡустыһы.
- 1985: Майкл Фелпс, АҠШ йөҙөүсеһе, спорт тарихында берҙән-бер 23 тапҡыр олимпия, 26 тапҡыр донъя чемпионы.