4 июнь
Уҡыу көйләүҙәре
4 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
4 июнь Викимилектә |
4 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 155-се (кәбисә йылында 156-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 210 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Ғәйепһеҙ балалар — агрессия ҡорбандары көнө.
- АҠШ: Ғаилә көнө.
- Дала көнө.
- Ҡаҙағстан: Дәүләт символдары көнө.
- Канада: Сәләмәтлек һәм фитнес көнө.
- Нидерланд: Ҡартатай һәм оләсәй көнө.
- Тонга: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Эстония: Флаг көнө.
Төбәк байрамдары
- Молдова: Банк хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Йөк краны машинистары (крансылар) көнө.
- 1774: Салауат Юлаев отрядтары Бөрөнө ала.
- 1807: Рус армияһы составындағы ике башҡорт полкы Гросс-Егерсдорф, Таплакен быуаһы, Битенен һәм Юргайчен янындағы француздарға ҡаршы хәрби алыштарҙа ҡатнаша.
- 1856: Рәсәй империяһы сәүҙәгәре Павел Третьяков картина галерияһы ойоштора.
- 1917: 1-се Өфө губерна крәҫтиән съезы асыла, уның эшендә 1000 делегат ҡатнаша.
- 1925: АҠШ-тың «Крайслер» автомобиль концерны ойошторола.
- 1940: Мәскәүҙә «Динамо» стадионы файҙаланыуға тапшырыла.
- 1962: СССР киноэкрандарында тәүге тапҡыр «Фитиль» сатирик журналы күрһәтелә.
- 1965: Мәскәүҙә шағир Михаил Лермонтовҡа һәйкәл ҡуйыла.
- 1992: Рәсәй Федерацияһы составында Ингуш Республикаһы ойошторола.
- 1993: Силәбе өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы көндәре башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Брехова Галина Николаевна (1945), журналист. 1965 йылдан Бәләбәй районының урындағы радиотапшырыуҙарын ойоштороусы; 1983 йылдан «Белебеевские известия» район гәзитенең бүлек мөдире, 1993 йылдан — бүлек мөхәррире. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995). Сығышы менән Приморье крайының Находка ҡалаһынан.
- Зенцов Вячеслав Николаевич (1955), ғалим-инженер-төҙөүсе. 1977—1984 йылдарҙа һәм 1998 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; хәҙерге ваҡытта һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү кафедраһы мөдиренең фән буйынса урынбаҫары; 1984—1998 йылдарҙа республиканың төҙөлөш комплексы предприятиелары хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (2005), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хәкимов Рафаэл Рөстәм улы (1990), Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. 2019/2020 йыл миҙгелендә Череповецтың Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Северсталь» командаһы уйынсыһы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Полак Алексей Филиппович (1911—31.07.1990), инженер‑төҙөүсе, Ишембай нефть ятҡылығын эшкәртеүҙе ойоштороусыларҙың береһе. 1980 йылдан Өфө нефть институтының төҙөлөш конструкциялары кафедраһы мөдире, 1986 йылдан — уҡытыусы. Техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1984).
- Щебланова Елена Георгиевна (1921—26.04.2015), СССР-ҙың партия органдары эшмәкәре. 1966—1985 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетының беренсе секретары. Партияның XXIII (1966), XXIV (1971), XXV (1976) һәм XXVI (1981) съездары делегаты. Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971), һигеҙенсе (1971—1975), туғыҙынсы (1975—1980) һәм унынсы (1980—1985) саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ленин һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1996).
- Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы (1951), театр сәнғәте ветераны. 1973 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1979 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Камалов Фредик Хәмзә улы (1937), тау инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1993), Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997), Нефть сәнәғәте отличнигы (1982), СССР-ҙың спорт мастеры (1960).
- Ибраһимова Маһинур Кинйәбулат ҡыҙы (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. 1967 йылдан Хәйбулла районы Оло Әбеш, 1977 йылдан — Йәнтеш, 1984—2005 һәм 2008—2012 йылдарҙа Атингән мәктәптәре уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән ошо райондың Михайловка ауылынан.
- Сәхипов Фликс Хәмәтгәрәй улы (1947), хеҙмәт ветераны. 1970 йылдан «Сельхозтехника»ның Дүртөйлө район берекмәһе, 1981—2000 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең Дүртөйлө технологик транспорт идаралығы водителе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1978). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Кәңгеш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шакирова Мәҙинә Мөхәмәтшакир ҡыҙы (1908—15.06.1975), малсы. 1950 йылдан Дүртөйлө районы Максим Горький исемендәге, 1960—1972 йылдарҙа — «Победа колхозы һауынсыһы. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Ҡаҙы-Йәлдәк ауылынан.
- Әхмәтова Һылыу Әхмәт ҡыҙы (1918—2002), табип һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы (1938—1951) депутаты. Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Журавлёв Александр Фёдорович (1943), электромонтёр. 1966 йылдан «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы электромонтёры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылынан.
- Шохов Николай Иосифович (1948), эшсе. 1966—2008 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм ««Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы, слесары. РСФСР-ҙың атҡаҙанған химигы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ырныҡшы ауылынан.
- Александров Павел Владимирович (1953), ғалим-социолог, төҙөүсе, муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1991 йылдан Эре панелле йорттар төҙөү тресының Өфө йорттар төҙөү комбинаты директоры; 1998—2002 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Калинин район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Социология фәндәре кандидаты (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының 1960-сы йылдар башында бөткән Островцы ауылынан.
- Сабанов Юрий Викторович (1978), спортсы. Билбау көрәше буйынса 2003—2008 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (2008) һәм атҡаҙанған (2009) спорт мастеры. Донъя (2006—2007), Европа (2005, 2007—2008) һәм Рәсәй (2003, 2006—2007) чемпионы. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рауилов Вәғиз Мөхлис улы (1924—2014), ауыл хужалығы, партия һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959 йылдан Дәүләкән районы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, КПСС район комитетының икенсе секретары, хеҙмәтсәндәр депутаттарының район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1968—1984 йылдарҙа — башҡарма комитет рәйесе. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районының почётлы гражданы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ниғмәтулла ауылынан.
- Рәхмәтуллина Рәйсә Фәтхулла ҡыҙы (1939), педагог. 1966—1999 йылдарҙа Баймаҡ районы Ишмырҙа мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1801: Михаил Бестужев-Рюмин, декабрист.
- 1821: Аполлон Майков, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1867: Карл Густав Эмиль Маннергейм, Финляндияның дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, маршал.
- 1870: Элизабета Хессельблад, Швецияның шәфҡәт туташы, католик монахиняһы.
- 1882: Фёдор Комиссаржевский, Рәсәй империяһының театр режиссёры, педагог, рәссам һәм тәржемәсе.
- 1930: Виктор Тихонов, СССР хоккейсыһы һәм тренеры.
- 1995: Рәмзилә Хисаметдинова, башҡорт шағиры, уҡытыусы-педагог, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы.