7 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
(7 сентября битенән йүнәлтелде)
7 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
7 сентябрь Викимилектә |
7 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 250-се (кәбисә йылында 251-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 115 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Хәрби уйынсыҡтарҙы юҡ итеү көнө.
- Таланттар эҙләү көнө.
- «Зәңгәр күккә — саф һауа» көнө.
- 1812: Ватан һуғышының иң көсөргәнешлеһе булып танылған Бородино алышы.
- 1928: СССР-ҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены булдырыла.
- 1945: Берлинда Икенсе донъя һуғышы союздаштары СССР, АҠШ, Бөйөк Британия һәм Франция ғәскәрҙәрҙең Еңеү парады була.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Толстой Пётр Петрович (1870—7.07.1918), дәүләт эшмәкәре, Рәсәй империяһының беренсе (1906) Дәүләт думаһына Өфө губернаһынан депутат. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кустов Михаил Гргорьевич (1951), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-хирург. 1989 йылдан Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013), Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостандың (2003) һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Сибай ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Ивановка ауылынан.
- Лезнева Валентина Ивановна (1951), хеҙмәт ветераны. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
- Мәмлиев Игорь Айрат улы (1951), ғалим-балалар хирургы. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Волков Владимир Иванович (1956), инвалид-спортсы, йәмәғәтсе. 1994 йылдан дзюдо буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 1996 йылғы (АҠШ, Атланта ҡалаһы) һәм 2000 йылғы (Австралия, Сидней ҡалаһы) Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы. Күп тапҡырҙар Европа һәм Рәсәй чемпионы. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996). Туймазы ҡалаһының почётлы гражданы (1997). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Әбделмәнов Рим Сәлимйән улы (1956), бейеүсе. 1973 йылдан хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1989 йылдан — педагог-репетиторы; 2006—2011 йылдарҙа Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы, 2012 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Георгий Калитов (1952—22.11.2021), рәссам-график, педагог. 1980—1996 йылдарҙа Башҡортостан ижади производство комбинаты рәссамы, бер үк ваҡытта 1994—2004 йылдарҙа (өҙөклөк менән) хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, 1984—2003 һәм 2004—2017 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1995 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2012), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995).
- Күскилдин Кинйә Сәғит улы (1962), педагог, мәғариф, комсомол һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2009 йылдан Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрының беренсе урынбаҫары; 2010—2022 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Туристик индустрия союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе. Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй һәм Башҡортостандың Кинематографсылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Кинематографсылар союзының рәйес урынбаҫары. Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандан.
- Ғүмәров Вадим Азат улы (1997), кикбоксинг буйынса 1-се разрядлы спортсы. Рәсәй чемпионы (Нефтекама, 2010), Бөтә Рәсәй турниры еңеүсеһе (Магнитогорск, 2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Сиҙәм ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Игнатьев Руф Гаврилович (1818—2.01.1886), Рәсәй империяһы археологы, этнограф, журналист һәм тәржемәсе. 1858 йылдан — Ырымбур губернаһының, 1865—1877 йылдарҙа һәм 1880—1886 йылдарҙа Өфө губерна статистика комитеты китапханасыһы. «Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор» («Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор», 1893) исемле ғилми хеҙмәт һәм башҡорттарҙың археологияһы, тарихы, этнографияһы һәм ауыҙ-тел ижады буйынса башҡа материалдар авторы.
- Яҡуп Ҡолмой (1918—11.10.1994), СССР шағиры, журналист. 1940 йылдан — КПСС, 1944 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙниәт хеҙмәткәре (1978) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988).
- Новоселов Владимир Николаевич (1948), Баймаҡ ҡалаһының Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Солтанов Тәлғәт Әхтәм улы (1948), табип-хирург, 1987—1997 йылдарҙа Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Русинов Самуил Гецелевич (1914—30.12.2004), йырсы (тенор). 1942 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры һәм бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль‑әҙәби лекторийы солисы. 1942 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1955). Бөтә Союз опера спектаклдәре смотры дипломанты (Өфө, 1967). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955). Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Минск өлкәһе Борисов ҡалаһынан.
- Айҙарбәкова Фирҙәүес Абдулхаҡ ҡыҙы (1929—2003), хеҙмәт алдынғыһы. Күгәрсен районы «Сорғояҙ» колхозының элекке һауынсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Рафиға Усманова (1954), журналист, шағир һәм яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
- Исхаҡов Салауат Миҙхәт улы (1959), ғалим-тарихсы. 1995 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Рәсәй тарихы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (2003).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1805: Модест Богданович, Рәсәй империяһының хәрби тарихсыһы, генерал-лейтенант.
- 1810: Герман Генрих Госсен, Германия иҡтисадсыһы.
- 1860: Анна Мэри Мозес, АҠШ рәссамы.
- 1870: Александр Куприн, Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы, драматург.
- 1915: Киёси Ито, Япония математигы.
- 1925: Павел Вигдергауз, СССР һәм Украина архитекторы, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты.
- 1925: Александр Хмелик, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, драматург һәм киносценарист, «Ералаш» киножурналының баш мөхәррире.
- 1930: Сонни Роллинз, АҠШ-тың джаз саксофонсыһы, композитор.
- 1935: Анатолий Бучаченко, СССР һәм Рәсәй ғалимы, физик-химик, академик.
- 1935: Игорь Голембиовский, СССР һәм Рәсәй журналисы, 1991—1997 йылдарҙа «Известия» гәзитенең баш мөхәррире.
- 1940: Дарио Ардженто, Италия кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер, ҡурҡыныс фильмдар авторы.
- 1955: Ефим Зельманов, СССР һәм АҠШ ғалимы, математик, Чикаго һәм Йель университеттары профессоры.
- 2010: Диваев Рәшит Мансур улы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1981).