11 август
Уҡыу көйләүҙәре
(11 августа битенән йүнәлтелде)
11 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
11 август Викимилектә |
11 август — григориан стиле буйынса йылдың 223-сө (кәбисә йылында 224-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 142 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Ул һәм ҡыҙҙар көнө.
- Зимбабве: Милли батырҙар көнө.
- Пакистан: Флаг көнө.
- Чад: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Әрмәнстан: Милли оҡшашлыҡ көнө.
- Төркмәнстан: Ил сиге һаҡсылары көнө.
- 1845: Санкт-Петербургта Рәсәй империяһындағы тәүге магистраль паровоз эшләнә.
- 1901: Өфөлә түләүһеҙ амбулатор күҙ дауаханаһы асыла.
- 1902: Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында мәктәп асыла.
- 1906: Англияла тауышлы киноға патент алына.
- 1919: Башҡортостандың дәүләт архив хеҙмәте ойошторола.
- 1959: Мәскәүҙә «Шереметьево» халыҡ-ара аэропорты эш башлай.
- 1992: Жуковскийҙа беренсе халыҡ-ара авиасалон асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Блюменталь Юлий Юлиевич (1870—1944), рәссам, йәмәғәт эшмәкәре. 1907—1912 йылдарҙа Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 3‑сө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. 1926—1935 йылдарҙа хәҙерге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры, бер үк ваҡытта Башҡорт сәнғәт техникумы (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы) уҡытыусыһы.
- Потапов Александр Григорьевич (1940), ғалим-тау инженеры. 1963—1995 йылдарҙа Волгоград Нефть сәнәғәте ғилми тикшеренеү һәм проект институтының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1987 йылдан — генераль директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1990—1994 йылдарҙа Волгоград университеты уҡытыусыһы. 1995 йылдан Бөтә Рәсәй тәбиғи газ һәм газ технологиялары ғилми тикшеренеү институтының бүлек начальнигы, 2003 йылдан — Тәбиғи газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү, файҙаланыу һәм скважиналар быраулау үҙәгенең директор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1984), Рәсәй Федерацияһының почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2008). «Газпром» йәмғиәте премияһы лауреаты (2010). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Потаповка ауылынан.
- Романченко Анатолий Фёдорович (1945), ғалим-инженер-электромеханик. Техник фәндәр докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011). 1975 йылдан Өфө авиация институты, 1982 йылдан — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1991 йылға тиклем сервис техникаһы факультеты деканы, 1993—1999 йылдарҙа көнкүреш тәғәйенләнешендәге машиналар һәм аппараттар кафедраһы, 2002—2013 йылдарҙа —автоматлаштырылған проектлау системалары һәм графика кафедраһы мөдире. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фёдоров Александр Александрович (1945—13.07.2022), ғалим-филолог. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2013 йылдарҙа рус филологияһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1990—2013 йылдарҙа сит ил әҙәбиәте һәм художество мәҙәниәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011). Сығышы менән Ставрополь ҡалаһынан.
- Шамратова Валентина Ғосман ҡыҙы (1950), ғалим-физиолог. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән Ашхабад ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мойся Владимир Николаевич (1941—30.07.1995), хеҙмәт алдынғыһы. 1965—1995 йылдарҙа Салауат йылылыҡ-электр үҙәге электрослесары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Гавриловка ауылынан.
- Попов Владимир Георгиевич (1941—5.01.2017), ғалим-гидрогеолог. 1964 йылдан Башҡортостан территориаль геология идаралығының Көнбайыш Башҡортостан комплекслы геология экспедицияһының өлкән гидрогеологы; 1973 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Геология институты хеҙмәткәре, 1977 йылдан нефть һәм газ геологияһы лабораторияһының өлкән, 1987 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта гидрогеология кабинеты мөдире. 1989 йылдан хәҙерге М. И. Платов исемендәге Көньяҡ Рәсәй политехник университеты (Новочеркасск) уҡытыусыһы. Геология минералогия фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Сығышы менән Новочеркасск ҡалаһынан.
- Сарапулов Владимир Семёнович (1951), хеҙмәт ветераны. Балаҡатай юл төҙәтеү-төҙөү участкаһының элекке начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылынан.
- Ханов Олег Закир улы (1951), театр һәм кино актёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1979 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1973 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, 2012—2019 йылдарҙа театрҙың художество етәксеһе. 1984—1997 йылдарҙа Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы идараһы рәйесе. Петрбург фән һәм сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты (2005), профессор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1987) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1984) артисы. Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале лауреаты (1991, 2017). Станиславский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2014). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге премияһы (1981) лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анатолий Ерошин (1927—28.07.1970), хәрби хеҙмәткәр, журналист һәм яҙыусы. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Полковник. 1948 йылдан Мәскәүҙәге Ф. Э. Дзержинский исемендәге Артиллерия академияһы уҡытыусыһы, 1954 йылдан — Ленинградтағы Хәрби артиллерия командирҙар академияһының халыҡ демократияһы илдәре факультетының начальник урынбаҫары; 1957—1960 йылдарҙа Ленинград һәм Өфөнөң киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре. 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар һәм 1969 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Ике Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1956), икенсе дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1940, 1951) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сөләймәнов Рәшит Сафиулла улы (1937), механизатор. 1954—1997 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхоз-техникумы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Өсөнсө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1989). Сығышы менән ошо райондың Ибраһим ауылынан.
- Түлибаев Насирйән Сәйфулла улы (1937), механизатор. 1970 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы тракторсыһы, 1984—1997 йылдарҙа — бүлексә бригадирының техника буйынса ярҙамсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1981). «Почёт Билдәһе» (1984) һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1979) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылынан.
- Яҡупов Рамазан Зәйнәғәбдин улы (1937), Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозының элекке механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районының хәҙер бөткән Юлалы руднигы ҡасабаһынан.
- Ғүмәрова Роза Шәриф ҡыҙы (1952), мәғариф, профсоюз органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1971 йылдан Бөрйән районы мәғариф хеҙмәткәре; 1999 йылдан район хакимиәтенең эштәр идарасыһы, 2004—2008 йылдарҙа — район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1999), Рәсәйҙең мәғариф отличнигы (1985).
- Малышев Борис Сергеевич (1952), ғалим-инженер. 1975 йылдан Күмертау авиация производство предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, 1987—2007 йылдарҙа — генераль директоры. Халыҡ-ара мәғлүмәтләштерү академияһы академигы, техник фәндәр кандидаты (2002), доцент. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1999). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2012). Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (2021). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Туҡан ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Коршунов Александр Александрович (1918—19.05.1971), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1957—1970 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозының 4-се ферма идарасыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Савельевка ауылынан.
- Сәлимов Миңләхмәт Вәли улы (1933—23.09.2003), бейеүсе. 1963—1970 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Ағиҙел» бейеү ансамбленең художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының Баҙыҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Барыкин Николай Петрович (1938), инженер-металлург-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1973—1988 йылдарҙа Өфө авиация институтының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1996). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1988). Сығышы менән хәҙерге Волгоград ҡалаһынан.
- Игнатьев Владимир Леонтьевич (1938), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороусы һәм уның алмашһыҙ директоры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Рәүҙе ҡалаһынан.
- Йосопов Рифғәт Шәйхулла улы (1948), автомеханик. 1969 йылдан «Башнефть» берекмәһе элемтә контораһының төҙөлөш-монтаж идаралығы шоферы, механигы; 1981 йылдан Дүртөйлө быраулау идаралығы транспорт цехының начальник урынбаҫары, начальнигы; 1984—1986 йылдарҙа сит илдә командировкала; 1986 йылдан ПТУС-тың Дүртөйлө цехы начальнигы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районының Рапат ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1795: Иван Спасский, Рәсәй империяһы табибы, Александр Пушкиндың ғаилә табибы, шағирҙың һуңғы көндәре хаҡындағы яҙмалар авторы.
- 1885: София Парнок, Рәсәй империяһы һәм СССР шағиры, тәржемәсе, әҙәби тәнҡитсе.
- 1900: Александр Мосолов, СССР композиторы, пианист.
- 1910: Филипп Агостини, Франция кинооператоры, кинорежиссёр.
- 1910: Джордж Хоманс, АҠШ социологы.
- 1920: Яков Слободкин, СССР һәм Рәсәй музыканты, виолончелист һәм педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1973).
- 1950: Эрик Бранн, АҠШ музыканты, «Iron Butterfly» рок төркөмө гитарисы.
- 1950: Стив Возняк, АҠШ программисы, «Apple» фирмаһын ойоштороусыларҙың береһе.
- 1950: Геннадий Никонов, СССР һәм Рәсәйҙең ҡорал конструкторы, АН-94 «Абакан» автоматын уйлап сығарып яһаусы.
- 1955: Сергей Мавроди, Рәсәй йүнселе, «МММ» финанс пирамидаһын ойоштороусы.
- 1960: Зөлфәт Хәким, СССР һәм Рәсәй драматургы, композитор, йырсы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2020).
- 1955: Виола Дэвис, АҠШ актрисаһы, «Оскар», «Алтын глобус» кинопремиялары һәм башҡа бүләктәр эйәһе.
- 2014: Робин Уильямс, АҠШ актёры.