23 ноябрь
Уҡыу көйләүҙәре
(23 ноября битенән йүнәлтелде)
23 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
23 ноябрь Викимилектә |
23 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 327-се көнө (кәбисә йылында 328-се). Йыл тамамланыуға 38 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Имидж-консультанттар көнө.
- Бразилия: Инженер-электриктар көнө.
- Ҡаҙағстан: Юл полицияһы көнө.
- Литва: Яугирҙәр көнө.
- Мексика: Хәрби-диңгеҙ флоты көнө.
- Португалия: Инженерҙар көнө.
- 1828: Өфөлә хәҙерге 11-се Аксаков гимназияһы асыла.
- 1852: Англияла беренсе почта йәшниктәрен ҡуллана башлайҙар.
тулы исемлек
- 1920: Жуковский исемендәге Хәрби-Һауа академияһы эш башлай.
- 1923: Тәүге электр ҡырынғысҡа патент алына.
- 1938: БАССР Юғары Советы Президиумының «Башҡорт яҙмаһын латинлаштырылған алфавиттан рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавитҡа күсереү тураһында» тигән указы баҫылып сыға.
- 1940: Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Красноусол районы Ғафури районы тип үҙгәртелә.
- 1981: Ҡытайҙа шәхси бизнесҡа рөхсәт бирелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Минкин Искәндәр Фәйзрахман улы (1925—29.08.1998), архитектор, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1970 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. 1950—1958 һәм 1960—1977 йылдарҙа БашНИПИнефть архитекторы, өлкән архитекторы, баш инженеры, 1979—1986 йылдарҙа «Башкиргражданпроект» институтында проекттарҙың баш архитекторы. 1978—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1975). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), «Почёт Билдәһе» (1971) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1946) ордендары кавалеры. Сығышы менән Кронштадт ҡалаһынан.
- Йәнекәйева Зәриә Муса ҡыҙы (1940), ғалим-педиатр, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм юғары мәктәп ветераны. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылынан.
тулы исемлек
- Юриков Сергей Владимирович (1940), хужалыҡ эшмәкәре, хеҙмәт ветераны. Салауат ҡалаһында урынлашҡан «Востокнефтезаводмонтаж» яуарлылығы сикләнгән йәмғиәтенең элекке директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Ҡалмурзин Флүз Фәрүәз улы (1970), йырсы. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» төркөмө артист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Земло Борис Францевич (1921—17.03.2003), актёр, театр эшмәкәре. 1940 йылдан Белорет драма театры актёры; 1946 йылдан Стәрлетамаҡ рус драма театры актёры, 1960—1987 йылдарҙа — театр директоры. 1951 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1977). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Бикбаева Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы (1926—10.11.2004), ғалим-оториноларинголог. 1949—1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1966 йылдан — ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1966—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш оториноларингологы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1970), профессор (1971). РСФСР-ҙың (1986) һәм БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фролова Татьяна Ивановна (1922—30.01.2007), ғалим-геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Урал тауҙары көнсығыш битләүенең ҙур масштаблы геологик карталарын төҙөүсе. Сығышы менән Тифлис ҡалаһынан.
- Бәкерова Әминә Ғәйфулла ҡыҙы (1932—2013), (1932—10.2013), табип-педиатр, йәмәғәтсе. 1963—1987 йылдарҙа Өфөнөң 1-се балалар поликлиникаһы табибы. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының ХIII һәм ХVII съездары делегаты. СССР-ҙың халыҡ табибы (1982), Ленин ордены кавалеры (1978). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).
- Черек Владимир Михайлович (1937), инженер-химик. 1979—1997 йылдарҙа «Башгипронефтехим» предприятиһының баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
тулы исемлек
- Собханғолова Фатима Рәүеф ҡыҙы (1957), ветеринария табибы. 1982 һәм 1990 йылдан Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозының өлкән ветеринария табибы, 1984—1990 йылдарҙа ветеринария дарыуханаһы, 1994 йылдан — Таналыҡ ветеринария участкаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән ошо райондың Солтанғужа ауылынан (хәҙер бөткән).
- Ғүмәров Фәрит Риф улы (1962), ғалим-инженер. 1980—1998 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәренең хәрби хеҙмәткәре, полковник. 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһының Граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығы хеҙмәткәре; 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Техник фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Йүкәлекүл ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы (1903—2.01.1975), педагог-ғалим, мәғариф, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1954 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры, 1956 йылдан Стәрлетамаҡ педагогия институты директоры, 1959—1966 йылдарҙа РСФСР Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы мөдире. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1955), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). Ике Ҡыҙыл Байраҡ (икеһе лә 1943), 1-се (1945) һәм 2-се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
- Залыгин Сергей Павлович (1913—19.04.2000), СССР яҙыусыһы. 1986—1998 йылдарҙа «Новый мир» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1948). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1968), Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы (2000) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Сухаревка ауылынан.
тулы исемлек
- Ғөбәйҙуллин Наил Шәғбән улы (1928—19.03.2011), музыка белгесе-ғалим, композитор, педагог. 1960—1976 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1960—1973 йылдарҙа теория бүлеге мөдире; бер үк ваҡытта 1970 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы; 1980—1988 йылдарҙа Республика халыҡ ижады һәм мәҙәни ағартыу эше ғилми методик үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1968).
- Йәмилов Марат Арыҫлан улы (1938—2.11.1996), театр артисы. 1965—1996 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актёры. 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
- Бикташева Ләйсән Марат ҡыҙы (1993), Рәсәй биатлонсыһы, ил чемпионаты призеры, кросс-биатлон буйынса юниорҙар араһында Европа чемпионы. Рәсәйҙең спорт мастеры (2015).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы , әҙәби псевдонимы Дәрдмәнд (1859—9.10.1921), шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй империяһының 1‑се Дәүләт думаһына Ырымбур губернаһынан депутат (1906). «Ваҡыт» гәзитен һәм «Шура» журналын ойоштороусы. Алтын приискыһы хужаһы.
- Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы (1959), актёр, режиссёр һәм театр эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1995) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 912: Бөйөк Оттон I, Германия короле.
- 1837: Йоханнес Дидерик, Голландия физигы.