24 ноябрь
Уҡыу көйләүҙәре
24 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
24 ноябрь Викимилектә |
24 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 328-се көнө (кәбисә йылында 329-сы). Йыл тамамланыуға 37 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Сардина балығы көнө.
- Монголия: Ғорурлыҡ көнө.
- Конго Республикаһы: Революция көнө.
- Португалия: Фәнни мәҙәниәт көнө.
- Рәсәй: Морждар көнө.
- Самоа: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Тажикстан: Дәүләт флагы көнө.
- Төркиә: Уҡытыусылар көнө.
- 1838: Белорет районының Ҡоҙашман ауылына нигеҙ һалына.
- 1859: Чарльз Дарвин «Төрҙәрҙең килеп сығышы, тәбиғи һайланыш һәм йәшәү өсөн көрәш» китабын нәшер итә. Ул бер көн эсендә таралып бөтә.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ильясова Лидия Михайловна (1935), спорт ветераны, шашкасы. Рус шашкаһы буйынса СССР һәм РСФСР кубоктарын яулаусы, РСФСР (1959, 1961, 1971—1972) һәм СССР Ҡораллы Көстәре (1980) чемпионы. СССР-ҙың спорт мастеры (1970). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996). Сығышы менән Харьков ҡалаһынан.
- Мөхәмәт Закиров (1950—22.11.2014), журналист һәм шағир. 2001 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
тулы исемлек
- Колесов Сергей Викторович (1950), ғалим-химик. 1973 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2002 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институтының лаборатория, 2011 йылдан — полимерҙар бүлеге мөдире. Химия фәндәре докторы (1985), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2013). С. Р. Рафиҡов исемендәге премия лауреаты (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Батыев Сәлих Ғилемхан улы (1911—7.12.1985), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1960—1983 йылдарҙа Татар АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. Татарстан тарихында был яуаплы вазифаны иң оҙаҡ биләгән етәксе. Октябрь Революцияһы, өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Дөмәй ауылынан.
- Прокашева Тамара Николаевна (1931—14.11.2007), педагог. 1972 йылдан Салауат ҡалаһының хәҙерге 133-сө һөнәри лицейының производствоға өйрәтеү мастеры. Башҡорт АССР-ының һөнәри белем биреү системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1982), Совет сауҙаһы отличнигы (1969), СССР-ҙың һөнәри-техник белем биреү отличнигы (1991). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһенең Чижи ауылынан.
тулы исемлек
- Серов Владимир Николаевич (1931), ғалим-акушер-гинеколог. Рәсәй Медицина фәндәре академияһы академигы (1999), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), медицина фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1990). Сығышы менән хәҙерге Екатеринбург ҡалаһынан.
- Кузьмин Иван Иванович (1941), хеҙмәт ветераны. Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке хеҙмәткәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хисмәтуллина Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы (1927—18.02.2004), уҡытыусы, шағир һәм прозаик. 1945—1948 йылдарҙа Шишмә районының Суҡраҡлы ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1960—1980-се йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәре. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Сираева Вәзирә Фәхрәз ҡыҙы (1942), тегенсе, күп балалы әсә, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1978—1996 йылдарҙа Дүртөйлө халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү производство комбинатының тегенсе-моторисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылынан.
тулы исемлек
- Пендюхова Галина Кузьминична (1957), ғалим-педагог. 2000 йылдан Мәскәү психология-социаль институты Стәрлетамаҡ филиалының директор урынбаҫары, 2003 йылдан — директоры. Педагогия фәндәре кандидаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Йомағужа ауылынан.
- Нәбиева Әлфинә Шәйхи ҡыҙы (1962), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1986 йылдан Салауат ҡалаһы «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайының (хәҙер ял һәм ижад үҙәге) «Пигмалион» пантомима театры етәксеһе, бер үк ваҡытта 2010 йылдан – үҙәктең баш белгесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Сығышы менән ошо ҡаланан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карагичева Екатерина Ивановна (1918—?), нефть сығарыу тармағы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан «Башнефть» берекмәһе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1967—1986 йылдарҙа торлаҡ-коммуналь контораһының кадрҙар буйынса инспекторы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Грекова Анастасия Ивановна (1923—1.06.2000), иҡтисадсы-ғалим. 1972—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының фәнни эштәр буйынса проректоры. Иҡтисад фәндәре докторы (1971), профессор (1978). РСФСР-ҙың (1984) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Үмәр ауылынан.
тулы исемлек
- Хәмәев Вәғиз Хәмәй улы (1938—25.04.2003), химик-технолог-ғалим. 1962 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылдан кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Көнтүгеш ауылынан.
- Рәхимғолов Вилюр Зиннәт улы (1948), педагог, урындағы башҡарма власть һәм комсомол органдары, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1973 йылдан ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитеты секретары; 1976 йылдан — район мәктәптәрендә етәксе вазифаларҙа; 1982—1984 йылдарҙа район советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире; 1987 йылдан «Баймаҡ» халыҡ кәсептәре үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән ошо райондың Юлыҡ ауылынан.
- Уйылданов Рим Рәжәп улы (1953), нефтсе. 1974 йылдан Бөрө геология-эҙләнеү контораһының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, быраулау ҡоролмаһы машинисы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Уразай ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дьяков Анатолий Яковлевич (1924—12.06.2003), ғалим-иҡтисадсы. 1951—1995 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983—1988 йылдарҙа иҡтисад, хеҙмәтте ойоштороу һәм нормалаштырыу кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Иҡтисад фәндәре докторы (1982), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985). I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Һиҙиәтов Мансур Яҡшыбай улы (1949), хеҙмәт ветераны, яҙыусы, йәмәғәтсе. 1971—2005 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты волочильщигы, өлкән мастеры, смена начальнигы. 2013 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1980).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1632: Бенедикт Спиноза, Нидерланд философы.
- 1729: Александр Суворов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре.
тулы исемлек
- 1816: Барбу Исковеску, Румыния рәссамы.
- 1919: Вера Ацева, Югославияның дәүләт эшмәкәре, милли герой.
- 1929: Виктор Коршунов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- 1934: Альфред Шнитке, СССР һәм Германия композиторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987).
- 1934: Виктор Сергачёв, театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989).
- 1973: Николай Ильич Камов, СССР-ҙың вертолёт конструкторы.
- 1991: Фредди Меркьюри, Британия йырсыһы, «Queen» төркөмө лидеры.