26 август
Уҡыу көйләүҙәре
(26 августа битенән йүнәлтелде)
26 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Дүшәмбе һәм Шәмбе |
---|---|
26 август Викимилектә |
26 август — григориан стиле буйынса йылдың 238-се (кәбисә йылында 239-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 127 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: «Спас башняһы» хәрби-музыка фестивале көнө.
- АҠШ: Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тик хоҡуҡлылыҡ көнө.
- Абхазия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Аргентина: Теләктәшлек көнө.
- Иран: Хеҙмәтсәндәр көнө.
- Малайзия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Көньяҡ Осетия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- 1735: Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1812: Наполеон һәм Александр I ғәскәрҙәре араһында Бородино алышы була, унда 1-се башҡорт полкы ҡатнаша.
- 1919: Башревком үҙенең Башҡортостан АССР-ы менән туранан-тура идара итә башлауы тураһында фарман сығара.
- 1936: Ырымбур башҡорт педагогия техникумы Ырымбурҙан Баймаҡ районының Темәс ауылына күсерелә.
- 1972: Мюнхендә XX Йәйге Олимпия уйындары башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Веретенников Александр Павлович (1900—16.04.1968), дәүләт эшмәкәре. 1951 йылдан Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы министры урынбаҫары, 1952 йылдан һәм 1965—1968 йылдарҙа — министры; 1956 йылдан — Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, 1962 йылдан — Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы продукттары етештереү һәм әҙерләү министры урынбаҫары. РСФСР-ҙың 5—7-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 2-се һәм 4—7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944, 1957, 1966) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Асҡаныш ауылынан.
- Зверев Геннадий Никифорович (1935), ғалим-инженер-геофизик, 1986—1998 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының информатика сараларын проектлау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1986). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1983). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Родничок ауылынан.
- Насыров Юнер Ярулла улы (1935—13.10.2002), рәссам. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996).
- Никитин Валентин Викторович (1935), ғалим-травматолог-ортопед. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—2002 йылдарҙа дипломдан һуң белем биреү институты менән травматология һәм ортопедия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1984—1988 йылдарҙа уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса проректор. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың (1983) һәм Башҡортостан Республикаһының (2010) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Чандрин утарынан.
- Рыбаков Юрий Викторович (1940—12.10.2002), режиссёр. 1968—2002 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының «Досуг» предприятиеһы директоры. РСФСР-ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР-ының (1975) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәре лауреаты. Сығышы менән Иваново ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Цветаев Александр Александрович (1896—1985), ғалим-педагог, географ. Граждандар һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939—1941 һәм 1946—1965 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1948 йылдан география факультеты деканы, 1951 йылдан физик география кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1954).
- Иванов Семён Акимович (1901—5.11.1974), хәрби эшмәкәр. 1919—1955 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла һәм Совет Армияһында хеҙмәттә, шул иҫәптән 1939—1942 йылдарҙа Алыҫ Көнсығыш фронтының дивизия штабы, 1942—1945 йылдарҙа — армия штабы начальнигы; 1945—1955 йылдарҙа яуаплы штаб вазифаларында. Генерал-майор (1943). Ленин (1945), ике Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1950) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Урта Ҡарамалы ауылынан.
- Васильев Пётр Клавдиевич (1941), нефть сәнәғәте ветераны, йәмәғәтсе. 1995—2001 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең Нефтекама нефть промыслалары ҡорамалдары заводы директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе. Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2005).
- Зөһрә Рәхмәтуллина (1961), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2004—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, 2010—2011 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. 2015 йылдан Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе. Философия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2016).
- Земфира (1976), башлыса үҙенең әҫәрҙәрен башҡарыусы рок-йырсы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Норд Лев Егорович (1847— 312.01.1894), Рәсәй империяһының хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. 1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы. 1885 йылдан Әстерхан вице-губернаторы, 1888 йылдан Таврия вице-губернаторы, 1889—1894 йылдарҙа Өфө губернаторы. Генерал-майор (1885). Башҡорт ерҙәрен айырым кешеләргә арзанға һатыуҙы тыйыу мәсьәләһен юллаусы. Изге Владимир, Изге Анна һәм Изге Станислав ордендары кавалеры.
- Дмитриев Александр Семёнович (1912—30.11.1983), ғалим-физиолог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1981 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980 йылға тиклем кеше һәм хайуандар физиологияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1959—1963 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. 1960—1980 йылдарҙа Бөтә Союз физиологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Биология фәндәре докторы (1951), профессор (1952). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Ундора ауылынан.
- Рассказов Иван Павлович (1917—28.02.1980), хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1977 һәм 1979—1980 йылдарҙа Өфө элемтә аппаратураһы заводының фрезләүсе инструменталсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының Гуровка ауылынан.
- Рәхмәтуллин Миҙхәт Хафиз улы (1932—8.08.2007), механизатор. 1954—1996 йылдарҙа Хәйбулла районы «Маҡан» совхозы тракторсыһы, комбайнсыһы, бригадиры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1974). Ленин (1976) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһы эсендә ҡалған Юрматы ауылынан.
- Коновалов Владимир Петрович (1937—1.08.2017), тимер юлсы, электровоз машинисы. 1957 йылдан Дим депоһының машинист ярҙамсыһы, 1965—2001 йылдарҙа электровоз машинисы. СССР-ҙың һуңғы саҡырылыш (1990) Юғары Советының халыҡ депутаты. СССР-ҙың почётлы тимер юлсыһы (1985), Ленин (1986) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1996). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең Борский районы Петровка ауылынан.
- Мельниченко Павел Романович (1947—15.12.1996), педагог, режиссёр. 1975 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1979 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссёры, 1983—1989 йылдарҙа — баш режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Килмөхәмәтов Олег Зөфәр улы (1952), опера йырсыһы (бас), педагог. 2007 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы директоры, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, республика конкурсы лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Иғликова Гөлнәзирә Батыр ҡыҙы (1972), педагог. 2001 йылдан Сибай ҡалаһының «Ирәндек» лицейы уҡытыусыһы, 2005 йылдан — директорҙың башҡорт теле, 2014 йылдан — фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Буранғол ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лушников Леонид Алексеевич (1929—28.06.2010), яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1960—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР‑ының Туризм федерацияһы рәйесе. Туризм буйынса спорт мастеры (1966). Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (1999).
- Алексеев Николай Васильевич (1934—7.4.2000), ғалим-инженер-төҙөүсе, 1965—2000 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1970 йылдарҙа киске факультет деканы. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Уҫаҡ ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 865: Әр-Рази (тулы исеме Әбу Бәкер Мөхәммәт ибн Зәкәрия әр-Рази; фарсы энциклопедист ғалимы, табип, алхимик, философ.
- 1676: Роберт Уолпол, Бөйөк Британияның беренсе премьер-министры.
- 1882: Джеймс Франк, Германия физигы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1907: Ғариф Ғөбәй, СССР яҙыусыһы.
- 1921: Николай Гумилёв, Рәсәй империяһы һәм СССР шағиры.
- 1983: Хәниф Кәрим, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры.