6 февраль
Уҡыу көйләүҙәре
(6 февраля битенән йүнәлтелде)
6 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
6 февраль Викимилектә |
6 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 37-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 328 көн ҡала (кәбисә йылында 329).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Саам халҡы көнө.
- Витаминлы эсемлектәр көнө.
- Кәрәкһеҙ бәйләнеш-мәнәсәбәттәрҙән баш тартыу көнө.
- Мобиль телефонһыҙ көн.
- Туңдырылған йогурт көнө.
- АҠШ: «Маҡтау һүҙе әйт» көнө.
- 1643 йыл: Абел Тасман Фиджи архипелагын аса.
- 1663 йыл: Англияла алтын гинея һуға башлайҙар.
- 1689 йыл: 16 йәшлек Пётр I һәм 19 йәшлек Евдокия Лопухинаның туйы була.
тулы исемлек
- 1788: Массачусетс АҠШ Конституцияһын раҫлай һәм илдең алтынсы штаты була.
- 1806: Наполеон һуғыштары: Сан-Доминго янында британ һәм француз эскадралары араһында алыш. Елкән быуатының һуңғы классик һуғышы.
- 1807: Гоф янында һуғыш (француз һәм рус ғәскәрҙәре араһында).
- 1840: Инглиздәр маори юлбашсылары менән Вайтанги килешеүен төҙөй, уға ярашлы, Яңы Зеландия Бөйөк Британияның колонияһына әйләнә.
- 1880: Австрия астрономы Иоганн Пализа астероидтар теҙмәһендә Медея астероидын аса.
- 1886: Германия химигы Клеменс Винклер германий элементын аса.
- 1888: Йиллис Бильдт Швецияның премьер-министры итеп раҫлана.
- 1891: Антонио Старабба Италия министрҙар советы рәйесе итеп һайлана.
- 1899: АҠШ сенаты 1898 йылғы Испания-Америка һуғышын тамамлаусы Париж килешеүен раҫлай.
- 1900: Рәсәй империяһы ғалимы Александр Попов донъяла тәүге тапҡыр радио аша диңгеҙҙә һәләкәт тураһында сигнал тапшыра («Ермак» боҙватҡысы командирына радиограмма).
- 1918: Британия парламенты 30 йәше тулған, ғаилә башлығы булған йә иһә ғаилә башлығы менән никахта торған йәки университет тамамлаған ҡатын-ҡыҙҙарға һайлауҙарға юл асҡан закон ҡабул итә.
- 1922: АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Италия һәм Япония диңгеҙ ҡоралдарын сикләү тураһында Вашингтон диңгеҙ килешеүе төҙөй.
- 1922: Кардинал Ахилл Ратти Рим папаһы итеп һайлана, Пий XI исемен ала.
- 1930: Совет Армияһының Үҙәк академия театры асыла (әле — Рәсәй Армияһының Үҙәк академия театры).
- 1936: Гармиш-Партенкирхенда IV Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1943: Ҡурған өлкәһе ойошторола.
- 1945: Лондонда I Бөтә донъя профсоюздар конференцияһы эш башлай, ул Бөтә донъя профсоюздар федерацияһы ойошторорға ҡарар итә.
- 1947: Юзеф Циранкевич Польшаның премьер-министры итеп раҫлана.
- 1956: Өфө приборҙар эшләү заводы сафҡа инә.
- 1968: Греноблдә Х ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1978: Ранасингхе Премадаса Шри-Ланканың премьер-министры була.
- 1987: «Союз ТМ-2» космос карабы осорола.
- 1991: Башҡортостан Фәндәр академияһы ойошторола.
- 1992: Башҡортостан ижади союздары ассоциацияһы төҙөлә.
- 1994: Финляндияла президент һайлауҙары үтә, Мартти Ахтисаари еңеү яулай.
- 1996: Эфиопия флагы ҡабул ителә.
- 2000: Тарья Халонен Финляндияның тәүге ҡатын-ҡыҙ президенты була.
- 2001: Ариэль Шарон Израилдең премьер-министр һайлауҙарында еңеп сыға.
- 2006: Стивен Харпер Канада премьер-министры итеп тәғәйенләнә.
- 2010: Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Президенты кубогына көрәш буйынса 1-се асыҡ республика турниры башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлимова Венера Үзбәк ҡыҙы (1950), ғалим-офтальмолог.1973 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1987 йылдан Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге хеҙмәткәре, 1990 йылдан — директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1998 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының Дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған табибы, Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1979). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Ҡолған-Даръя ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиев Хәлит Барый улы (1941—2007), хужалыҡ эшмәкәре. Төҙөлөшө 1990 йылда туҡтатылған Башҡортостан атом электр станцияһының Төҙөлөш идаралығы начальнигы. Октябрь Революцияһы һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.
- Журавлев Виктор Игнатьевич (1951—2016), журналист, эске эштәр органдары ветераны, эске хеҙмәт подполковнигы. 1978—1996 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе, бер үк ваҡытта 1990 йылдан «Версия» республика хоҡуҡи гәзитенең баш мөхәррире; 1992—1996 йылдарҙа «Версия» мәғлүмәт-хоҡуҡ агентлығының генераль директоры; 1996—2009 йылдарҙа «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сергеевка ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таңатаров Викторин Сергеевич (1922—03.2014), педагог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, миномёт взводы командиры, капитан. 1963—1971 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһының 2-се урта мәктәбе (хәҙер 1-се гимназия) директоры, «Белем» йәмғиәтенең Мәләүез район бүлексәһе етәксеһе. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың Васильевка ауылынан.
- Ҡаһарманов Мәсәбих Мәсәлим улы (1942), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1989—2005 йылдарҙа Республика ҡан ҡойоу станцияһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2002). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ужегова Нина Семёновна (1947), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1966 йылдан Балаҡатай районы Иҫке Балаҡатай фельдшер пункты мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре (1981). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Әйүпов Фәһим Иҙрис улы (1947), ауыл хужалығы, партия органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1982 йылдан КПСС-тың Илеш район комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире, 1987 йылдан — икенсе секретары; 1990 йылдан — район Советы рәйесе урынбаҫары, 2004—2012 йылдарҙа — район Советы секретары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1997), райондың почётлы гражданы (2013). Сығышы менән Түбәнге Йәркәй ауылынан.
- Шәрәфетдинов Рәмил Фәйзер улы (1952), юғары мәктәп ветераны, ғалим-геофизик. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2000), профессор (2007), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Суйынсы ауылынан.
- Ғәбдрәхимов Камил Мәхмүт улы (1962), юғары мәктәп ветераны, ғалим-урман хужалығы инженеры. 1984 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан урман культуралары кафедраһы мөдире, 2006 йылдан — ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы факультеты деканы, 2011 йылдан — Тәбиғәтте рациональ файҙаланыу институты директоры. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Ваныш-Алпауыт ауылынан.
- Лыков Сергей Владимирович (1967), хужалыҡ эшмәкәре. 2019 йылдан «БашРТС» йәмғиәте директоры. Өфө ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәров Биктимер Ғәлиулла улы (1903—1989), прокуратура, партия һәм дәүләт органдары, нефть сәнәғәте хеҙмәткәре. 1947—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, БАССР-ҙың икенсе саҡырылыш (1947—1951) Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан.
- Сыртланов Рафиҡ Шәрәфетдин улы (1928—2001), педагог, йәмәғәтсе. 1951 йылдан хәҙерге Көйөргәҙе районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм етәксеһе, шул иҫәптән 1960—1979 йылдарҙа Мораптал урта мәктәбе директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылынан.
- Алейникова Нина Николаевна (1933), педагог. 1950 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1955—1988 йылдарҙа Һамар мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Науменков Олег Александрович (1948—28.02.2004), ғалим-тарихсы. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989—1999 йылдарҙа яңы һәм өр-яңы тарих кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1992), профессор (1993).
- Ғәлишанова Әлфинә Ҡасим ҡыҙы (1953), педагог. Балтас районы мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Дауытбаева Сәриә Ҡужәхмәт ҡыҙы (1953), малсы. 1969 йылдан Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозы һауынсыһы, 1990—2003 йылдарҙа — быҙау ҡараусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән ошо райондың Күгиҙел ауылынан.
- Ҡырымғужин Зөфәр Фәйзулла улы (1958), шәхси эшҡыуар, фермер. 2007 йылдан Хәйбулла районы крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2021). Сығышы менән ошо райондың Иләс ауылынан.
- Мочалова Ирина Георгиевна (1958), табип. Өфө ҡалаһындағы 2-се республика клиник дауаханаһы рентгенологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Кирәев Олег Хөсәйен улы (1963), саксофонсы-музыкант, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вилданов Ғәбделәхәт Фазлый улы (1879—9.02.1954), башҡорт тел белгесе, фольклорсы һәм этнограф. 1925 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы башҡорт телен ғәмәлгә индереү комиссияһы инструкторы. 1927—1931 йылдарҙа Башҡортостан үҙәк төбәк музейы мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Карамова Лена Мирза ҡыҙы (1939), табип-профпатолог-ғалим, йәмәғәтсе. 1979—1997 йылдарҙа Өфө Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1992), Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), Рәсәйҙең (2006) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт санитария эпидемиалогия хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (1995). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2014) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Тришин Виктор Алексеевич (1949), педагог, композитор. Дүртөйлө балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Әхәт Мортазин (1959—13.03.2018), журналист, 1986—2018 йылдарҙа Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы һәм тапшырыуҙар алып барыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
- Сәйфуллина Эльвира Иҙрис ҡыҙы (1959), невролог-ғалим, рентгенолог. Медицина фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1855: Фёдор Куманин, Рәсәй империяһының театр тәнҡитсеһе, нәшерсе, драматург-тәржемәсе.
- 1895: Пол Брэгг, АҠШ диетологы, сәләмәт тормош хәрәкәтен башлаусы.
- 1905: Владислав Гомулка, Польшаның сәйәси эшмәкәре.
- 1911: Рональд Рейган, Америка Ҡушма Штаттарының 40-сы президенты.
- 1960: Игорь Матвиенко, СССР һәм Рәсәй музыканты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2020).