13 апрель
Уҡыу көйләүҙәре
(13 апреля битенән йүнәлтелде)
13 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
13 апрель Викимилектә |
13 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 103-сө (кәбисә йылында 104-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 262 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Рок-н-ролл көнө.
- Үҫемлектәргә рәхмәт белдереү көнө.
- АҠШ: Томас Джефферсон көнө.
- Италия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Меценат һәм хәйриәтсе көнө.
- Троллейбустың тыуған көнө.
- Эквадор: Уҡытыусылар көнө.
- 1830: Рәсәй империяһы закондарының тулы йыйылмаһы баҫылып сыға.
- 1902: Санкт-Петербург ҡалаһында троллейбус йөрөй башлай.
тулы исемлек
- 1925: АҠШ-та донъялағы беренсе регуляр йөк ташыу авиалинияһы асыла.
- 1956: Хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Донъя иҡтисады һәмхалыҡ-ара бәйләнештәр институты эшмәкәрлеген башлай.
- 1970: Мәскәү технология институтының Өфө филиалы (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институты) ойошторола.
- 1970: Магистраль продукт үткәргестәрҙең Урал идаралығы эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәхипова Земфира Ғизетдин ҡыҙы (1940), ғалим-педагог-методист, шағир. 2006—2015 йылдарҙа Мәғарифты үҫтереү федераль институтының (Мәскәү) әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Педагогия фәндәре кандидаты (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), Башҡортостан Республикаһының мәғариф оличнигы (1995), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010).
- Мусина Ольга Геннадьевна (1965), театр актёры, педагог. 1990 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 1990—1999 йылдарҙа һәм 2009 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1995 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәтлатипов Филор Усман улы (1946), ғалим-социолог, юғары мәктәп ветераны. 1979 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—2013 йылдарҙа хеҙмәт социологияһы һәм эшҡыуарлыҡ иҡтисады кафедраһы мөдире, 2015 йылдан — профессор-консультант. Рәсәй Социаль фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы (1994), социология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).
- Акиев Виталий Аксяевич (1956), журналист, матбуғат, комсомол һәм партия органдары ветераны, йәмәғәтсе. 1984 йылдан (өҙөклөк менән) Ҡалтасы районы «Заря» һәм «Калтасинская заря» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, мөхәррире һәм баш мөхәррире; 1985—1989 йылдарҙа КПСС-тың Ҡалтасы район комитеты инструкторы, пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире. Бер нисә саҡырылыш район Советы депутаты, шул иҫәптән бишенсе саҡырылыш район Советының рәйес урынбаҫары. СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2007). «Мәғрифәт» Бөтә Рәсәй мәғариф фондының Башҡортостан республика бүлексәһе, Мишкә һәм Ҡалтасы райондары хакимиәттәре, Мишкә районының В. И. Ленин исемендәге крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы булдырған Яныш Ялкайн исемендәге әҙәби премия лауреаты (2004). Сығышы менән ошо райондың Һаҙ ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәсәнов Рәүил Фәйзрахман улы (1937—20.04.2010), механизатор. 1955 йылдан Баймаҡ МТС-ы, 1959—2000 йылдарҙа Баймаҡ районы Салауат исемендәге колхоз тракторсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976), коммунистик хеҙмәт ударнигы. Сығышы менән ошо райондың Ниғәмәт ауылынан.
- Ғарипов Марсель Исмәғил улы (1942—27.09.2021), ғалим-педагог, комсомол, партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп эшмәкәре һәм сәйәсмән. 1981 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — проректоры, 1989 йылдан — ректоры. 2003 йылдан Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2009 йылға тиклем — өҫтәмә белем биреү буйынса проректор. Педагогия фәндәре докторы (1988), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1978) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф (2002) отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003).
тулы исемлек
- Ишемғужин Рәсүл Ғәззәли улы (1952—14.07.2004), урмансы, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1974 йылдан Сибай урман хужалығының Ишәй участкаһы урман ҡырҡыусыһы, тракторсыһы. Башҡортостан урман сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының 1968 йылда бөткән Мәтим урман участкаһы ҡасабаһынан.
- Мәжитов Рәмил Ғиниәт улы (1957—21.10.2020), педагог, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәре, ғалим. 1996 йылдан — Күгәрсен район мәғариф бүлеге мөдире һәм начальнигы; 2003 йылдан — район хакимиәте башлығы; 2008 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе; 2010—2018 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ректоры. Сәйәсәт фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт Грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы һәм почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
- Илһамов Вил Әсғәт улы (1962), педагог. 1988 йылдан Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы, уҡытыу эштәре мөдире һәм директоры. 2004 йылдан Йәнгел ауыл хакимиәте башлығы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән ошо райондың Ярлыҡап ауылынан.
- Йәнғуров Олег Фәнис улы (1962), музыкант, композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яковлев Иван Яковлевич (1848—23.10.1930), педагог, яҙыусы, мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәре, яңы сыуаш алфавитын төҙөүсе, Өфө губернаһында сыуаш мәктәптәре асыуға булышлыҡ итеүсе.
- Мелентьева Анастасия Андреевна (1908—12.03.1999), малсы, йәмәғәтсе. Әбйәлил районы «Красная Башкирия» совхозының элекке ферма мөдире. Башҡорт АССР-ының бишенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Юғары Совет Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1960). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Байҡы ауылынан.
тулы исемлек
- Черданцева Милица Александровна (1908—2002), лектор-музыка белгесе, педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Гостенев Анатолий Константинович (1928—?), электромонтёр. 1960—1988 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нафть һәм газ сығарыу идаралығы электромонтёры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Сөнәғәтов Ришат Әҡсән улы (1953), механизатор. 1974—1999 йылдарҙа Әбйәлил районы Шайморатов исемендәге колхоз тракторсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Туйыш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пацков Юрий Алексеевич (1934—31.05.2001), архитектор. 1961 йылдан «Башкиргражданпроект» институты архитекторы, 1966—1986 йылдарҙа баш архитекторы, 1989 йылдан техник бүлектең баш белгесе, 1994—2001 йылдарҙа консультанты, бер үк ваҡытта 1977–1995 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 1964 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1979).
- Аслаев Нуриман Сәйетгәрәй улы (1939), нефтсе. 1970—2002 йылдарҙа Өфө быраулау эштәре идаралығының быраулау мастеры һәм комплектлаусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1994), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1986) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), 2‑се (1985) һәм 3‑сө (1976) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Иҙрисов Роберт Хәбиб улы (1944), инженер‑механик-ғалим. 1991 йылдан Өфөләге Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2011 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2002), профессор (2007). СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985) һәм уйлап табыусыһы (1980).
- Нәзифә Ҡадирова (1954), йырсы, 1971 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1987), Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Татарстандың (1996) атҡаҙанған артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2014), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2022).
- Саҙретдинов Марсель Әмирйән улы (1964), табип-ғалим, анестезиолог-реаниматолог. 2008 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2009 йылдан курс һәм кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Урыссу ҡасабаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1830: Эдуард Лассен, Дания композиторы, дирижёр һәм педагог.
- 1845: Рихард Ассман, Германия метеорологы, аэролог, психрометрҙы уйлап табыусы.
тулы исемлек
- 1885: Дьёрдь Лукач, Венгрия философы, марксист.
- 1895: Абрар Сәғҙи, Татарстан шағиры, драматург.
- 1904: Александр Жаров, СССР шағиры.
- 1906: Сэмюэл Беккет, Ирландия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (1969).
- 1930: Серджиу Николаеску, Румыния кинорежиссёры, сценарист һәм актёр.
- 1935: Михаил Гаспаров, СССР һәм Рәсәйҙең әҙәбиәт белгесе, филолог, академик.
- 1940: Владимир Косма, Франция музыканты, дирижёр һәм композитор.
- 1940: Жан-Мари Гюстав Ле Клезио, Франция яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (2008).
- 1948: Михаил Шуфутинский, СССР һәм Рәсәй йырсыһы.
- 1955: Ирина Хакамада, СССР һәм Рәсәй сәйәсмәне.
- 1960: Руди Фёллер, Германия футболсыһы, тренер.
- 1963: Гарри Каспаров, шахмат буйынса донъяның 13-сө чемпионы.
- 1965: Нина Гаврилюк, СССР һәм Рәсәй саңғысыһы, өс тапҡыр олимпия, алты тапҡыр донъя чемпионы.
- 1975: Татьяна Навка, Рәсәй фигурисы, боҙҙа бейеү буйынса ике тапҡыр донъя (2004, 2005) һәм Олимпия уйындары (2006) чемпионы.
- 1977: Александр Родимцев, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1994: Николай Афанасьевич Крючков, кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- 2001: Абдрахманов Ғәйнетдин Шәйхи улы, «Башкирэнерго» йәмғиәте бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).