26 июль
Уҡыу көйләүҙәре
(26 июля битенән йүнәлтелде)
26 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
26 июль Викимилектә |
26 июль — григориан стиле буйынса йылдың 207-се (кәбисә йылында 208-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 158 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Эсперанто көнө.
- Куба: Милли күтәрелеш көнө.
- Либерия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Мальдив Республикаһы: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- СССР / Рәсәй Федерацияһы: Парашютсылар көнө.
- 1956: Хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат ҡалаһындағы филиалы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ниғмәтуллин Рәфиҡ Тәлғәт улы (1950), ғалим-анатом. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1990 йылдан хәҙерге «Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургияһы үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (2000) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Мишкә ауылынан.
- Иванов Александр Ильич (1960), ғалим-ветеринария табибы. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Пугачёв ауылынан.
тулы исемлек
- Алһыу Бәхтиева (1970), театр актёры, йырсы. 1993 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, 2000 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004).
- Яковлева Марина Петровна (1965), ғалим-химик. 1988 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институты ғилми хеҙмәткәре, 1999 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Рөстәм Булатов (ижади псевдонимы «Тэм»; 1980), йырсы, 1997 йылдан «Lumen», 2014 йылдан — «23» төркөмө вокалсыһы һәм йыр текстары авторы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сериков Иван Павлович (1916—5.03.1958), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкының батальон командиры. 1944 йылда Өфөлә хәрби пехота училищеһын тамамлай, һуғыштан һуң Өфө гарнизонында хеҙмәт итә, 1952 йылда запасҡа сыҡҡандан һуң Өфөлә йәшәй. Полковник. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Антонов Алексей Ананьевич (1961), хеҙмәт алдынғыһы, техник-механик. 1984 йылдан Салауат нефть эшкәртеү заводы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Петровка ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ниғмәтуллин Ғәлимйән Әмирйән улы (ижади псевдонимы Ғәлимйән Ниғмәти; 1897—4.11.1941), журналист, әҙәбиәт белгесе. 1926 йылдан «Кызыл Татарстан» гәзитенең, 1928 йылдан — Татиздаттың баш мөхәррире; 1931—1932 йылдарҙа «Яналиф» журналының яуаплы мөхөрире, бер үк ваҡытта 1929 йылдан Татар педагогия институты уҡытыусыһы, 1934—1937 йылдарҙа татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусыларҙың бөтә Союз съезы делегаты (1934). Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылынан.
- Калегин Анатолий Александрович (1952), инженер-энергетик. 1974 йылдан хәҙерге Дүртөйлө электр һәм йылылыҡ селтәрҙәренең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1994—2012 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2002). Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Калегин Юрий Александрович (1957), хәрби хеҙмәткәр, инженер-подполковник. 1974—2002 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәре хеҙмәткәре. Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Әбүбәкерова Суфия Фиҙаил ҡыҙы (1957), табип һәм йәмәғәтсе. 1999-2016 йылдарҙа Архангел район үҙәк дауаханаһының баш табибы, 2012 йылдан район Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Абдуллин Айҙар Риват улы (1962), инженер, философ-ғалим. 1984 йылдан Өфө аэропорты инженеры, 1986 йылдан ВЛКСМ дың Өфө район комитеты секретары, 1988 йылдан — Өфө авиация техникумының лаборатория мөдире, 1991—1992 йылдарҙа Өфө авиация институтының ғилми хеҙмәткәре; 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы социалогик фәндәр бүлегенең ғилми секретары, 2002 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты, 2003 йылдан — Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2002), профессор (2009).
- Ғүмәрова Зарина Азат ҡыҙы (1992), спортсы. Карате (2010) һәм кикбоксинг (2014) буйынса спорт мастерлығына кандидат. Кикбоксинг буйынса Рәсәй (2007) һәм Башҡортостан (2009) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Булат ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хохряков Виктор Иванович (1913—20.09.1986), театр актёры, режиссёр, нәфис һүҙ оҫтаһы (тасуири уҡыусы). 1962—1986 йылдарҙа Мәскәүҙең Бәләкәй театры актёры. СССР-ҙың (1973) һәм РСФСР-ҙың (1965) халыҡ артисы. Ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1949, 1951). Октябрь Революцияһы (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1983) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1945, 1950) кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Плеханов Игорь Александрович (1933—2.08.2007), спортсы. Ҡырсынташ юлда мотоциклда ярышыу буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Шәхси иҫәптә һәм Өфөнөң «Башкирия» командаһы составында ике тапҡыр донъяның вице-чемпионы, биш тапҡыр СССР чемпионы. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993) һәм «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры (2004).
тулы исемлек
- Ғәфүров Олег Гәрәй улы (1938), инженер-ғалим, нефтсе. 1962 йылдан «Башзападнефтеразведка» тресының быраулаусы ярҙамсыһы, мастеры, «Арланнефть» нефть промыслалары идаралығы инженеры; 1963 йылдан «Аксаковнефть» нефть промыслалары идаралығы инженеры, өлкән инженеры, төркөм етәксеһе; 1965 йылдан «Башнипинефть» институтының өлкән инженеры, өлкән ғилми хеҙмәткәре, лаборатория мөдире. Техник фәндәр кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының Аксёнов ауылынан.
- Исламова София Ғиззәт ҡыҙы (1948), зоотехник-ғалим. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2004), биология фәндәре кандидаты (1993), профессор. Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәре (2011), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005).
- Вәлиева Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы (1953), табип. 1990—2020 йылдарҙа Күмертау ҡала дауаханаһы терапевы. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Зиннуров Рафаил Нариман улы (1953), хоҡуҡ белгесе, дәүләт органдары хеҙмәткәре, яҙыусы, скульптор, йәмәғәтсе. 2013—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдарынан Рәсәй Федерация Советы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2003). 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев (2013) ордендароы кавалеры, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1993).
- Асҡарова Баныу Рәхмир ҡыҙы (1963), педагог. 1985 йылдан (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы. 1986 йылдан ВЛКСМ район комитеты секретары — мәктәптәр бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2007). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Ҡолбирҙе ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]тулы исемлек
- 1844: Илья Репин, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1856: Джордж Бернард Шоу, Бөйөк Британия яҙыусыһы, драматург, Нобель премияһы лауреаты.
- 1875: Антонио Мачадо-и-Руис, Испания шағиры.
- 1875: Карл Густав Юн, Швейцария психиатры, психолог һәм философ.
- 1885: Андре Моруа, Франция яҙыусыһы.
- 1890: Дэниел Дж. Каллаган, АҠШ-тың хәрби-диңгеҙ флоты эшмәкәре, контр-адмирал.
- 1900: Аделина Адалис, СССР шағиры, яҙыусы, тәржемәсе.
- 1900: Жак Феврие, Франция музыканты, пианист.
- 1920: Константин Рудницкий, СССР-ҙың театр тәнҡитсеһе һәм тарихсыһы.
- 1928: Стэнли Кубрик, АҠШ кинорежиссёры, продюсер.
- 1945: Хелен Миррен, Англия актрисаһы, «Оскар» премияһы эйәһе.
- 1955: Әсиф Әли Зардари, дәүләт эшмәкәре, 2008—2013 йылдарҙа Пакистан президенты.
- 1955: Александр Старков, СССР футболсыһы, Латвияның футбол тренеры.
- 1970: Андрей Григорьев-Апполонов, Рәсәй йырсыһы, «Иванушки International» төркөмө солисы.
- 1980: Дэйв Бэкш, Канада музыканты, «Sum 41» панк-рок төркөмө гитарисы.
- 1985: Гаэль Клиши, Франция футболсыһы, «Истанбул Башакшехир» клубы һәм ил йыйылма командаһы һаҡсыһы.
- 1970: Әхмәтзәки Вәлиди Туған, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе.
- 2013: Суң Чжә-ки, Көньяҡ Корея йәмәғәт эшмәкәре, хоҡуҡ яҡлау һәм граждандар активисы.