2 декабрь
Уҡыу көйләүҙәре
2 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
2 декабрь Викимилектә |
2 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 336-сы көнө (кәбисә йылында 337-се). Йыл тамамланыуға 29 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Ҡоллоҡто бөтөрөү өсөн көрәш көнө.
- Ер: Компьютер грамоталылығы көнө.
- Фортуна көнө.
- Моделле тимер юлы көнө.
- АҠШ: Ҡоймаҡ көнө.
- Хәүефһеҙ ҡырынғыс көнө.
- БҒӘ: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Иран: Конституция көнө.
- Куба: Революцион ҡораллы көстәр көнө.
- Лаос: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- 1409: Лейпциг университеты асыла.
- 1804: Наполеон I Бонапарт үҙен Франция императоры итеп иғлан итә.
- 1925: Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы эш башлай.
- 1930: Ҡыйғы районының бөгөнгө «Жизнь района» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
- 1939: Нью-Йоркта Фиорелло Ла Гардиа исемендәге халыҡ-ара аэропорт файҙаланыуға тапшырыла.
- 1942: Энрико Ферми беренсе тапҡыр контролдә тотолған эҙмә-эҙлекле ядро реакцияһын яһай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хисмәтуллин Фәйзрахман Шәйхитдин улы (1925—1998), партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, крайҙы өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1977—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ленин, I дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Почёт Билдәһе ордендары кавалеры. Әбйәлил районының почётлы гражданы.
- Антонова Нина Васильевна (1935), СССР һәм Украинаның кино актёры. Украина ССР-ының атҡаҙанған артисы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Баҡалы ауылынан.
- Коробов Валерий Петрович (1965), спорт ветераны, тренер. 1987 йылдан Белорет металлургия комбинаты һауыҡтырыу комплексының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, 2010 йылдан — 3-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән уҡытыусы-тренеры. Грек-рим көрәше буйынса Бөтә Союз турнирҙары еңеүсеһе (1987—1988). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2002), СССР-ҙың спорт мастеры (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Кәримов Аяз Рәфәғәт улы (1980), спортсы. Пара ски буйынса 2000 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005). Рәсәй чемпионы (2000, 2003, 2006, 2014). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Муса Абдрахман улы (1896—29.08.1937), журналист, партия һәм профсоюз органдары хеҙмәткәре. 1922 йылдан хәҙерге «Башҡортостан» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, 1924—1925 йылдарҙа «Яңа авыл» (хәҙерге «Кызыл таң») гәзите мөхәррире; 1926 йылдан — профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе, ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының матбуғат секторы мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Әпсәләм ауылынан.
- Трамбукин Иван Романович (1931—9.01.2017), хеҙмәт алдынғыһы, рационализатор. 1957—1987 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Ильинка ауылынан.
- Вәхитов Марат Ибраһим улы (1941), энергетика тармағы ветераны. 1965—2007 йылдарҙа Яңы Салауат ТЭЦ-ының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1988 йылдан баш инженер, 1999 йылдан директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
- Овчинников Вениамин Алексеевич (1941), хеҙмәт ветераны, электр менән иретеп йәбештереүсе. 1965—2002 йылдарҙа «Востокнефтезаводмонтаж» тресының Салауат ҡалаһындағы 1-се монтаж идаралығы эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Новосёлка ауылынан.
- Филоненко Александр Львович (1951), юғары мәктәп ветераны, ғалим-тарихсы. 1979—2005 йылдарҙа һәм 2010 йылдан Магнитогорск дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан сәйәси тарих кафедраһы мөдире; 2011—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Неганов Фәнил Миҙхәт улы (1956), ғалим-философ. 1992 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Ҡудашев Азат Ришат улы (1961), ғалим-психолог. 1985 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы; 1992 йылдан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының уҡыу уҡытыу-методик эштәр буйынса проректоры, бүлек мөдире, 1994 йылдан менеджмент кафедраһы мөдире. Психология фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заһиҙуллин Рамаҙан Ғарифулла улы (1907—?), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, интендант хеҙмәтенең гвардия өлкән лейтенанты. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (икеһе лә 1945) кавалеры.
- Дмитриев Геннадий Дмитриевич (1937), ауыл хужалығы эшсеһе. Мишкә районы Ленин исемендәге колхоздың элекке токаре. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Ракша Юрий Михайлович (тыуғандан һуң Теребилов Юрий Мефодьевич; 1937—1.09.1980), рәссам, кино ҡуйыусы рәссам. 1963—1978 йылдарҙа «Мосфильм» киностудияһының ҡуйыусы рәссамы. 1969 йылдан СССР-ҙың Кинематографсылар һәм 1970 йылдан Рәссамдар союздары ағзаһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан. Сәнғәт белгесе Валентина Сорокинаның ағаһы.
- Маурер Юрий Петрович (1947), төҙөүсе. «Йомағужа һыуһаҡлағысын төҙөү идаралығы» дәүләт унитар предприятиеһы директорының элекке урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003).
- Абдуллин Мәүлитбай Миңтаһир улы (1952), ғалим-агроном, уйлап табыусы, йәмәғәтсе. 1982 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты хеҙмәткәре, 1997 йылдан — уҡытыусы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2000), доцент (2003).
- Күзбәков Фәнил Тимерйән улы (1952), ғалим-тарихсы, әҙәбиәт белгесе, шағир һәм журналист. 1983—1994 йылдарҙа һәм 2013 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы; 2005 йылдан Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ректоры; 2009 йылдан «Ағиҙел» журналының бүлек мөхәррире. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар һәм 1996 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1983), филология фәндәре докторы (2001), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (2003), Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007). Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты (икеһе лә — 2017).
- Хәлилов Мәүлитбай Рамаҙан улы (1952), педагог, скульптор. 1982—1997 йылдарҙа Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы уҡытыусыһы. 1995 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2003). Дүртөйлө районының Назар Нәжми исемендәге премияһы лауреаты (2003).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гутин Илья Львович (1918—11.11.2014), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995).
- Хәбиров Камил Шәймулла улы (1933), хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1995 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресының бульдозерсыһы һәм торба һалыусы кран машинисы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1985). Ленин (1964) һәм Октябрь Революцияһы (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Әмир ауылынан.
- Шәймәрҙәнов Наил Әхмәт улы (1958), йырсы һәм композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гәрәева Клара Зыя ҡыҙы (1949), партия һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1981—1991 йылдарҙа Яңауыл район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1991—2004 йылдарҙа Яңауыл район хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Артауыл ауылынан.
- Ғәзизова Гүзәл Мостафа ҡыҙы (1954), цирк артисы, һауа гимнасы. 1973—1997 йылдарҙа Рәсәй дәүләт циркы компанияһы, шул иҫәптән 1990 йылға тиклем — Башҡортостан дәүләт циркы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1982). Бөтә Союз цирк артистары конкурсы (Свердловск ҡалаһы, 1982) һәм Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1986) лауреаты.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1859: Жорж-Пьер Сёра́, Франция рәссамы.
- 1954: Стоун Филлипс, АҠШ тележурналисы.
- 1959: Александр Кузнецов, СССР һәм Рәсәй актёры, сценарист һәм театр педагогы.
- 1969: Климент Ворошилов, СССР-ҙың хәрби етәксеһе, дәүләт һәм партия эшмәкәре.
- 1969: Василий Павлович Соловьёв-Седой, СССР композиторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).