4 апрель
Уҡыу көйләүҙәре
(4 апреля битенән йүнәлтелде)
4 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
4 апрель Викимилектә |
4 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 94-се (кәбисә йылында 95-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 271 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ангола: Тыныслыҡ һәм татыулыҡ көнө.
- Ҡытай Республикаһы: Балалар көнө.
- Нидерланд: Музейҙар көнө.
- Сенегал: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- 1719: Рәсәй империяһында Ладога каналын төҙөү башлана.
- 1785: Бөйөк Британия уйлап табыусыһы Эдмунд Картрайт аяҡтар ярҙамында эшләүсе туҡыу станогына патент ала.
тулы исемлек
- 1850: Лос-Анджелесҡа ҡала статусы бирелә.
- 1917: Эшсе һәм һалдат депутаттарының Ҡананикольский Советы ойошторола.
- 1945: Венгрия фашизмдан азат ителә.
- 1945: Төньяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО ойошторола.
- 1947: Туймазы — Өфө нефть үткәргесен төҙөү идаралығы базаһында «Востокнефтепроводстрой» тресы ойошторола.
- 1957: Сибай ҡала типографияһы эшләй башлай.
- 1959: АҠШ-та күп ҡулланылышлы «Челленджер» транспорт космос карабы беренсегә осорола.
- 1987: «Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы» йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеген башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әсхәҙуллин Әхмәт Мөхтәр улы (1895—27.11.1937), партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1929—1931 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы финанс, 1931—1932 һәм 1935—1937 йылдарҙа ер эштәре халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесенең икенсе урынбаҫары. 1932—1935 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында тәьминәт буйынса яуаплы сәркәтип, совет сауҙаһы бүлеге етәксеһе, өлкә комитет ағзаһы. Беренсе донъя һуғышында һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, сәйәси золом ҡорбаны.
- Тәнзилә Хисамова (1945), театр артисы. 1966—1980 йылдарҙа һәм 1990 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).
тулы исемлек
- Ибраһимов Әсхәт Ғабдрахман улы (1950), ғалим-химик органик. 1992 йылдан Өфөләге хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институтының төп ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011), Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (2003) һәм А. М. Бутлеров исемендәге премия (2009) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Күктал ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кейеков Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы (1861—19.09.1918), башҡорт мәғрифәтсе-шағиры. Ғәли Соҡоройҙың улы.
- Рудой Борис Петрович (1941—10.02.2006), ғалим-инженер-механик. 1963 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—2006 йылдарҙа эске яныулы двигателдәр кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1983—1987 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Днепр ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Новиков Фёдор Сергеевич (1927—13.08.2008), футболсы, тренер. 1960—1965 һәм 1970—1971 йылдарҙа Өфөнөң «Строитель» футбол командаһының баш тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры (1951), РСФСР-ҙың (1980) һәм Үзбәк ССР-ының (1990) атҡаҙанған тренеры. Сығышы менән Мәскәү өлкәһе Семёнково ауылынан.
- Хафизова Фәнә Дәүләтхановна (1937), хеҙмәт ветераны. 1961—1994 йылдарҙа Дүртөйлө районы Иҫке Солтанбәк ауыл клубының киномеханик ярҙамсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1977). Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Йәмәлетдинов Рәшит Хәсән улы (1942), агроном. 1957—2002 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының бүлексә идарасыһы, совхоз директоры урынбаҫары, инженер-ер төҙөүсе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1984), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982). Сығышы менән ошо райондың Атауҙы ауылынан.
- Андреев Анатолий Михайлович (1952), сәнәғәт өлкәһе һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1973 йылдан Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге станоктар эшләү заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1981 йылдан партком секретары урынбаҫары һәм партком секретары; 1991 йылдан ҡала хакимиәте идаралығы начальнигы, 1996 йылдан — хакимиәт башлығы урынбаҫары, 2015 йылдан — Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы директоры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Шапкина Людмила Васильевна (1952), балет артисы, педагог. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1998 йылдан — педагог-репетиторы, бер үк ваҡытта 1987 йылдан Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы. 1990 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Әхмәтйәнова Татьяна Ильинична (1952), мәғариф өлкәһе ветераны. Ҡариҙел ауылындағы 1-се урта мәктәптең элекке инглиз теле уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы (1957), ғалим-табип-офтальмолог, йәмәғәтсе. 1985 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1986 йылдан бүлек мөдире, 1991 йылдан — бүлек етәксеһе, 1998 йылдан — директорҙың иҡтисади һәм фәнни производство эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары, 2006 йылдан — институт директоры. 2009 йылдан Рәсәй офтальмологтары йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2016), медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2009). Рәсәйҙең (2013) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған табибы. Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987).
- Хөрмәтуллин Раудат Ғәҙи улы (1957), хеҙмәт ветераны. 1985 йылдан Дүртөйлө районы ауыл хужалығы ойошмалары етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2016). Сығышы менән ошо райондың Атһөйәр ауылынан.
- Шәрәфетдинов Венер Тимерхан улы (1957), мәҙәниәт өлкәһе ветераны. 1978 йылдан Дүртөйлө районы Таймырҙа ауыл мәҙәниәт йорто директоры, художество етәксеһе һәм мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), төрлө ижади фестивалдар лауреаты. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Рәхмәтуллин Азат Салауат улы (1972), ғалим-табип. 2007 йылдан 2-се Республика клиник дауаханаһының баш табибы, 2018 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары, 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары, 2022 йылдың 28 мартынан — министр вазифаһын башҡарыусы. Медицина фәндәре кандидаты. Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы (1933), ғалим-иҡтисадсы, агроном, ауыл хужалығы, партия органдары һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1986—2000 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының ситтән тороп уҡыу бүлеге проректоры. РСФСР-ҙың ун беренсе, Башҡорт АССР-ының етенсе—унынсы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Рәсәйҙең Аграр белем биреү акдемияһы академигы, иҡтисад фәндәре кандидаты (1974). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1983), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993), өс Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Мәсетле районының почётлы гражданы (2005).
- Төхвәтуллин Расфар Мөхлис улы (1933), ғалим-социолог. 1965—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979 йылдан фәнни коммунизм кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы, доцент, 2000—2001 йылдарҙа философия һәм социология факультеты деканының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 2001—2004 йылдарҙа — социаль хеҙмәт теорияһы кафедраһы мөдире. Социология фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).
- Кондратьева Светлана Павловна (1963), педагог-хореограф. Күмертау ҡалаһының балалар хореография мәктәбе директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Госачинская Людмила Александровна (1949), керамика оҫтаһы, педагог. 1978—1987 йылдарҙа Өфөләге Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы, 1993—2011 йылдарҙа Иглин ауылы мәктәбе, бер үк ваҡытта 2004 йылдан алып Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡытыусыһы. 1997 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Байкал аръяғы крайы Борзя ҡалаһынан.
- Лесовой Александр Анатольевич (1959), хирург-табип. 1982 йылдан Мәләүез район үҙәк дауаханаһы хирургы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]тулы исемлек
- 1890: Антонина Колотилова, рус халыҡ йырҙарын башҡарыусы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1960).
- 1900: Юрий Васнецов, СССР рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанан сәнғәт эшмәкәре (1946) һәм халыҡ рәссамы (1966).
- 1910: Юрий Герман, СССР яҙыусыһы, киносценарист, Сталин премияһы лауреаты (1948). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1915: Мария Скворцова, СССР-ҙың кино актёры.
- 1932: Андрей Тарковский, кинорежиссёр, сценарист.
- 1960: Богдан Макуц, СССР гимнасы, олимпия (1980) һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
- 1929: Карл Бенц, Германия инженеры, уйлап табыусы, автомобиль эшләп сығарыуға нигеҙ һалыусы.
- 2012: Хәкимйән Зарипов, башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы, юрист, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1999).