4 декабрь
Уҡыу көйләүҙәре
(4 декабря битенән йүнәлтелде)
4 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
4 декабрь Викимилектә |
4 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 338-се көнө (кәбисә йылында 339-сы). Йыл тамамланыуға 27 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Банктар көнө.
- Ер: Ҡыш Бабайға бүләктәр һорап хат яҙыу көнө.
- Конькиҙа шыуыу көнө.
- Ҡосаҡлашыу көнө.
- Гепард көнө.
- АҠШ: Ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау көнө.
- Печенье көнө.
- Иран: Страховкалау көнө.
- Ҡырғыҙстан: «Манас» эпосы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Тейендәрҙе һәм ҡоштарҙы ашатыу көнө.
Төбәк байрамдары
- Пермь крайы: Край көнө (декабрҙең беренсе йәкшәмбеһе).
- Беларусь: Юристар көнө.
- Мексика: Һөнәрселәр көнө.
- Польша: Шахтёрҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Информатика көнө.
- Таиланд: Тирә-яҡ мөхит көнө.
- Һиндостан: Хәрби-диңгеҙ флоты көнө.
Төбәк байрамдары
- Краснодар крайы: Аудитор һәм бухгалтерҙар көнө.
- 1674: Чикаго ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1707: Мәскәүҙә Николай Бурденко исемендәге хәрби госпиталь асыла.
- 1919: Мәжит Ғафури исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Башҡорт дәүләт академия драма театры ойошторола.
- 1959: Нефтекама икмәк комбинаты файҙаланыуға тапшырыла.
- 1981: Өфөлә дәүләт һәм партия эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙинға һәйкәл асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тарасенко Василий Фомич (1920—15.08.1995), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танкыға ҡаршы артиллерия гвардия полкының батарея командиры, гвардия майоры (1946). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Шәрәфетдинов Радик Хәмиз улы (1960), балет артисы, сәнғәт өлкәһе эшмәкәре. 1992—2003 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Искаков Анатолий Исляевич (1936), малсылыҡ алдынғыһы. 1952 йылдан Дүртөйлө районы «Победа» колхозы эшсеһе, 1970 йылдан — тракторсы, 1982 йылдан — рәйестең техника буйынса ярҙамсыһы; 1986 йылдан — Горшков исемендәге хужалыҡтың мал ҡараусыһы, 1993—1997 йылдарҙа — төрлө эштәр башҡарыусы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Байгилде ауылынан.
- Чарыев Курбандурды (1941—7.02.2011), театр рәссамы. 1985 йылда һәм 1988 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының, 1989 йылдан — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театрының, 1990 йылдан — Йәш тамашасы театрының художество-сәхнәләштереү бүлеге мөдире, 1995 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ҡуйыусы рәссамы, 1990—1995 һәм 1998—2000 йылдарҙа хәҙерге Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш рәссамы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004).
- Исеев Руслан Исмаил улы (1946), эске хеҙмәт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, отставкалағы медицина хеҙмәте полковнигы, табип-стоматолог. 1987 йылдан 19-сы хоҡуҡ төҙәтеү колонияһы начальнигы; 2000 йылдан Салауат ҡала стоматология поликлиникаһының баш табип урынбаҫары, 2004 йылдан — наркология диспансерының баш табибы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1987). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Хива ҡалаһынан.
- Герасимов Александр Петрович (1951), ғалим-хоҡуҡ белгесе. 2012 йылдан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1984), юридик фәндәре докторы (2001), профессор (2003).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Синицын Юрий Родионович (1917—7.04.1988), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957 йылдан Салауат ҡалаһындағы 5-се, 1959 йылдан — 10-сы мәктәп директоры; 1978—1986 йылдарҙа уҡыу-производство комбинаты уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1978). Сығышы менән хәҙерге Орёл өлкәһе Дросоково ауылынан.
- Боговазов Рафаил Ғата улы (1927—2004), банк хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1970—1982 йылдарҙа Госбанктың Башҡортостан республика контораһы идарасыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Ҡайынлыҡ ауылынан.
- Ниязова Азия Хәжим ҡыҙы (1932), хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. 1964 йылдан Өфө приборҙар эшләү, 1970—1980 йылдарҙа — витамин заводы, 1982—1987 йылдарҙа Мәғариф, юғары мәктәп һәм фәнни учреждениелар хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының Башҡортостан өлкә комитеты хеҙмәткәре. 1990 йылдан Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең идара ағзһы, 2002 йылдан — рәйес урынбаҫары; бер үк ваҡытта «Аҡ тирмә» башҡорт милли—мәҙәни үҙәге һәм «Урал» башҡорт милли үҙәге идаралары ағзаһы; 1980—1998 йылдарҙа Әбйәлил районы яҡташтар ойошмаһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән Асҡар ауылынан.
- Нәсибуллин Руслан Сәғит улы (1937—14.01.2019), ғалим-радиофизик. 1978—2019 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—2018 йылдарҙа информатика курсы булған медицина физикаһы кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай ҡалаһынан.
- Ниғәмәтйәнов Мәүлитйән Сибәғәт улы (1952), малсы. Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы «Фәнгә» ауыл хужалығы кооперативының почётлы һауынсыһы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Вәрисов Альберт Әхнәф улы (1967), Өфө юл төҙәтеү–юл һалыу идаралығы водителе. Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре.
- Хәйбуллин Ишморат Нәзир улы (1977), ғәрәп теле белгесе, тәржемәсе, психолог, ислам дине әһеле. Ғәрәп теле буйынса хеҙмәттәр, ислам нигеҙҙәре буйынса аудиолекциялар авторы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлимйән Ҡарамышев (1903—20.01.1977), театр артисы. 1919—1970 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. РСФСР‑ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) халыҡ артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
- Валуев Александр Платонович (1913—06.1994), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкы командиры, гвардия подполковнигы. 1947 йылдан Туймазы районы хәрби комиссары, 1956 йылдан район советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире, 1960—1987 йылдарҙа ҡаланың коммуналь хужалығы хеҙмәткәре. Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районының почётлы гражданы (1994). Сығышы менән Каунас ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Зиннәтуллин Ғәлимйән Сәйфулла улы (1928—?), нефтсе. 1956—1984 йылдарҙа «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының электр менән иретеп йәбештереүсеһе, слесары. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Аҙнағол ауылынан.
- Сорокин Александр Леонидович (1958), тренер. 1991 йылдан Салауат ҡалаһының «Алмаз» спорт мәктәбенең шайбалы хоккей буйынса тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2013) һәм Иң яҡшы тренеры (2006). Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шенбергер Галина Афанасьевна (1939), хеҙмәт ветераны һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1988—1995 йылдарҙа Өфөләге «Мир» тегеү фирмаһының (артабан Башҡортостан сәнәғәт-сауҙа тегеү берекмәһе) генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесенең элекке урынбаҫары, 2015 йылдан — союздың идара ағзаһы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Киров өлкәһенең Слободской ҡалаһынан.
- Әхмәтшин Айрат Әкрәм улы (1949), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актёр, режиссёр, педагог. 1966 йылдан Башҡорт ҡурсаҡ театры актёры, 1991—1994 һәм 2011—2013 йылдарҙа баш режиссёр, бер үк ваҡытта 1987—1998 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) халыҡ артисы. СССР ҙа үткәрелгән Поляк (1976) һәм Венгр (1979) драматургияһы фестивалдәре дипломанты.
- Шабанов Олег Александрович (1979—1.08.2021), ғалим-педагог. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, мәҙәниәт-ара коммуникациялар һәм тәржемә кафедраһы мөдире. Педгогия фәндәре кандидаты, доцент.
- Карпова Марина Ивановна (1989), йырсы, М. Е. Пятницкий исемендәге Дәүләт академия рус халыҡ хоры солисы. Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1751: Джованни Пиндемонте, Италия шағиры.
- 1821: Эрнст Темпель, Германия астрономы.
- 1821: Николай Шелгунов, Рәсәй империяһының урмансы ғалимы, публицист, әҙәби тәнҡитсе.
- 1838: Ханна Матильда Тенгелин-Винге, Швеция рәссамы
- 1854: Васо Абашидзе, Рәсәй империяһы һәм Грузия ССР-ы артисы.
- 1922: Жерар Филип, Франция театр һәм кино актёры.
- 1939: Алексей Бартошевич, СССР һәм Рәсәй театр белгесе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996).
- 1131: Ғүмәр Хәйәм, фарсы шағиры.
- 2006: Хәйҙәршин Ғәйнанша Хәйҙәрша улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).