6 ғинуар
Уҡыу көйләүҙәре
6 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
6 ғинуар Викимилектә |
6 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 6-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 359 көн ҡала (кәбисә йылында 360).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- 1918: Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышын таратыу тураһында декрет ҡабул итә.
- 1918: Йоматау ауыл хужалығы техникумы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Третьяков Владимир Всеволодович (1890—31.01.1970), ғалим-акушер гинеколог. 1946 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968 йылға тиклем акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире. 1946—1967 йылдарҙа Башҡортостан акушер-гинекологтар йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1942), профессор (1935). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945).
- Мәмлиев Айрат Хәбиб улы (1940), ғалим-физик. 1994 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтының ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999—2013 йылдарҙа — лаборатория мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (2004). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙал эйәһе (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Кузнецов Владимир Александрович (1950), ғалим-инженер-механик. 1998 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2011 йылға тиклем машина һәм аппараттар кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1997). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изгин Закир Искәндәр улы (1911–1961), юрист, дәүләт эшмәкәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1949 һәм 1954—1957 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы юстиция министры, 1950—1954 йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, 1957—1961 йылдарҙа БАССР Юғары Суды Рәйесе. Башҡорт АССР-ының дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Яҡшембәт ауылынан.
- Рәшит Әхтәров (Әхтәров Әхрәр Минһаж улы; 1931—26.03.1996), педагог, журналист, шағир. 1958—1963 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы хәбәрсеһе, 1963—1982 йылдарҙа Мәсетле районы мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (1995).
- Ғәйетов Рәйес Хәмиҙулла улы (1956—7.05.2017), рәссам. 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2007), халыҡ-ара күргәҙмәләр һәм конкурстар лауреаты. Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мирсәй Әмир (Әмиров Мирсаяф Мәсәлим улы; 1907—1.06.1980), прозаик һәм драматург. 1961—1968 йылдарҙа Татар АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. РСФСР-ҙың 6—8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1945) һәм Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1974). Ленин (1977), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1967) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Трубицын Василий Андреевич (1917—1994), шағир, тәржемәсе. 1950—1970 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте хеҙмәткәре. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Гай районы Воскресенка ауылынан.
- Надиров Надир Кәрим улы (1932—2021), ғалим-химик-технолог. Ҡаҙағстан Республикаһының Милли фәндәр академияһы академигы (1983), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1967), профессор (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1991), И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Әзербайжандан.
- Байрамғолова Зәлифә Ҡотләхмәт ҡыҙы (1937), малсылыҡ ветераны һәм алдынғыһы. 1953—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы Салауат исемендәге колхоз һауынсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Втюрина Зинаида Константиновна (1937), педагогик хеҙмәт ветераны. 1964—1995 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Сергеевка ауылынан (бөткән).
- Селищев Владимир Максимович (1937), ауыл хужалығы ветераны һәм алдынғыһы. Көйөргәҙе районы Калинин исемендәге колхоздың элекке водителе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Мөхәмәтов Вил Мулланур улы (1942), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1968 йылдан Белорет район үҙәк дауаханаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Шишмә ауылынан.
- Самохов Виктор Петрович (1942), хеҙмәт ветераны. Нефтекама электр селтәрҙәренең элекке директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Насиров Әлиф Ғамир улы (1952), педагогик хеҙмәт ветераны. Кушнаренко районы Иҫке Туҡмаҡлы урта мәктәбенең элекке физика уҡытыусыһы һәм директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Байрамов Леонид Анатольевич (1957), педагогик хеҙмәт ветераны. Мишкә районы Иҫке Ҡолсобай урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Крючкова Татьяна Леонидовна (1962), малсылыҡ ветераны. Мәсетле районы Ленин исемендәге хужалығының элекке машина менән һыйыр һауыу операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ганцева Лидия Ивановна (1938—3.07.2000), малсы. 1963—1976 һәм 1983—1988 йылдарҙа Өфө районы «Өфө» совхозы һауынсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән ошо райондың Чесноковка ауылынан.
- Хәсәнов Рим Тәхәүи улы (1938—18.07.2001), агроном, партия органдары хеҙмәткәре. 1962 йылдан Баймаҡ районы хужалыҡтары агрономы, 1979 йылдан «Һәүәнәк» совхозының партком секретары; 1983 йылдан «Ирәндек» совхозының баш агрономы, 1998—2001 йылдарҙа директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың Ғәле ауылынан.
- Ҡудашев Айҙар Ғүмәр улы (1953), музыкант. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының аккомпаниатор-концертмейстеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
- Платонов Валерий Игнатьевич (1953), дирижёр. 1991—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижёры, 2014 йылдан — художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1997—2000 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
- Хәитҡолов Ғәфүр Лотфулла улы (1953), педагог, мәғариф, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1998 йылдан Стәрлетамаҡ ҡала хакиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы; 2002—2010 йылдарҙа хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары; 2012 йылдан Стәрлетамаҡ химик-технология колледжы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Архангел районының Оҙондар ауылынан.
- Төхвәтуллин Фәрит Нуриәхмәт улы (1958), Ишембай районы крәҫтиән-фермер хужалығының машина-трактор оҫтаханаһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Хөснөйәров Мәғеҙәнур Мирзанур улы (1958), хәрби хеҙмәткәр, полковник. 1975—2007 һәм 2011—2019 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәре хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Нуғай ауылынан.
- Тимершин Айрат Ғафи улы (1963), ғалим-табип-педиатр. 1999 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлеге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балтас районының Иҫке Тимкә ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али Карнай (1904—16.06.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҙыусы, тәржемәсе. 1935 йылдан «Башгосиздат» мөхәррире, 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзите мөхәррире. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Хөсәйен Әхмәтов (1914—8.01.1993), композитор, йәмәғәтсе. 1946—1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе. 1948—1953 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзының идара рәйесе. 1943 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989). Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1968). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1954) ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Байрамғолов Арыҫланғәле Шәйхиғәлләм улы (1924—17.06.2006), колхозсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, снайпер һәм санинструктор, кесе сержант. 1949—1996 йылдарҙа Бөрйән районы «Ҡыҙыл таң» колхозы хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Сәйфуллин Вәзих Кашап улы (1929—2.11.2002), театр актёры, драматург, режиссёр. 1968–1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры һәм директоры, 1979–1990 йылдарҙа режиссёры. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Рәшитов Мәбрус Ҡыҙрас улы (1939), төҙөүсе. 1992—1996 йылдарҙа 21-се төҙөлөш тресының баш диспетчеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1996), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Фәттәхов Рафаэль Вәлиәхмәт улы (1949), иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1997—2004 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Социаль‑иҡтисади тикшеренеүҙәр институты директоры, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының кафедра мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1993).
- Сафин Рәлиф Рәфил улы (1954), нефтсе, эшҡыуар, сәйәсмән. 2002—2014 йылдарҙа Алтай Республикаһы закондар сығарыу власынан Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996). Дуҫлыҡ (2007) һәм Почёт (2014) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Уяндыҡ ауылынан.
- Шамсетдинова Ғәлиә Хәкимулла ҡыҙы (1959—2018), фельдшер. Ҡариҙел районының Ҡараяр участка дауаханаһының элекке фельдшеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2019: Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы, ғалим-хирург, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 1—3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- 1981: Вәлиев Ярулла Носратулла улы, яҙыусы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.