12 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
12 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
12 сентябрь Викимилектә |
12 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 255-се (кәбисә йылында 256-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 110 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Аңлылыҡ көнө.
- Ырғаҡ менән бәйләү көнө.
- АҠШ: Видеоуйындар көнө.
- Дәртләндереү көнө.
- Иран: Кино көнө.
- Ҡаҙағстан: Ғаилә көнө.
- Латвия: Атайҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Джипер көнө.
- Эфиопия: Халыҡ революцияһы көнө.
Төбәк байрамдары
- Ульяновск өлкәһе: Ғаиләлә аралашыу көнө.
- АҠШ: Ҡатын-ҡыҙ полицейскийҙар көнө.
- Беларусь: Алдан тикшереү органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының дәүләт һаҡлауына мохтаждарҙың именлеген тәьмин итеү подразделениелары көнө.
- 1953: Никита Сергеевич Хрущёв КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретары итеп һайлана.
- 1954: Краснодон ҡалаһында «Йәш гвардия»сыларға һәйкәл асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Брюгеман Альберт Фридрихович (1925—12.07.2010), ғалим-иҡтисадсы. 1973—2002 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973 йылдан — нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте иҡтисады, ойоштороу һәм планлаштырыу кафедраһы мөдире, 1978—1986 йылдарҙа — инженерлыҡ-иҡтисад факультеты деканы. Иҡтисад фәндәре докторы (1977), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978) һәм атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1985).
- Ғәзизов Таһир Хәсән улы (1935— 28.11.2010), ғалим-химик. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Ҡазан фәнни үҙәгенең Органик һәм физик химия институты хеҙмәткәре, 1973 йылдан — өлкән, 1986 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 1992—2002 йылдарҙа Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының бүлек начальнигы. Химия фәндәре докторы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылынан.
тулы исемлек
- Исламғолова Ынйы Әхмәт ҡыҙы (1935), педагог-методист. 1963—1973 йылдарҙа Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты методисы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1972). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Сабаҡлы ауылынан.
- Хисмәтуллин Йәмил Ғәтфән улы (1940), урман белгесе. 1963—2001 йылдарҙа Туймазы тәжрибә-урман хужалығы эшсеһе, шул иҫәптән 1974 йылдан механизацияланған отрядтың тракторсы-машинисы. РСФСР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). 2-се (1986) һәм 3-сө (1977) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Приморье крайы Кедровка ауылынан.
- Хәйруллин Шамил Фәйзи улы (1960), инженер-электрик, хужалыҡ эшмәкәре, 1993 йылдан Нефтекама район-ара электр селтәрҙәре предприятиеһының лаборатория инженеры, участка мастеры, баш инженеры, 2011 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Орлова Вера Ермолаевна (1916—2005), педагог. 1932—1971 йылдарҙа Кушнаренконың 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Миңлеғужин Ғилемдар Абдулла улы (1926—29.11.2016), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1988—2000 йылдарҙа Стәрлетамаҡ тәжрибә-етештереү хужалығының Мырҙаш бүлексәһе идарасыһы. Бер нисә саҡырылыш ауыл һәм район Советтары депутаты. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Яңы Ҡалҡаш ауылынан.
тулы исемлек
- Абдуллин Рәфил Сәйфулла улы (1946), инженер-механик-ғалим. 1968 йылдан өҙөклөк менән «Салауатнефтемаш» йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978 йылдан цех начальнигы, 2005—2008 йылдарҙа генераль директорҙың беренсе урынбаҫары; 2008 йылдан Өфөләге Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006).
- Харисов Рифат Самат улы (1946), комсомол һәм партия органдары, сәнәғәт тармағы ветераны. 1970 йылдан Өфө агрегат-етештереү берекмәһенең инженер-технологы, 1973 йылдан — ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары һәм секретары, 1980 йылдан — партком секретары, 1985 йылдан — баш инженер урынбаҫары; 1989—2010 йылдарҙа Өфө «Электроаппарат» заводының баш конструктор урынбаҫары һәм баш конструкторы, завод директоры урынбаҫары. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Ғилмийәрова Софья Григорьевна (1951), юғары мәктәп ветераны, ғалим-педагог. 1976 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты, 1987 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һатлыҡов Хәбибназар Мөхәмәткәфей улы (1862—21.06.1921), мәғрифәтсе, 20 быуат башындағы Башҡортостанда билдәле дин әһеле. Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың мөғәлим-остазы, уның әсәһе Өммөлхаят Мөхәмәткәфей ҡыҙының бер туған ағаһы.
- Баҡаев Михаил Иванович (1902—25.10.1962), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, контр-адмирал. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡара диңгеҙ флоты сәйәси идаралығының элекке начальнигы. Ленин, өс Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Панов Александр Иванович (1922—13.12.2012), авиатор, үҙешмәкәр скульптор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, осоусы-истребитель. Өфө моторҙар заводы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1982). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Алапаевск ҡалаһынан.
- Рахманғолов Хажғәли Хажмөхәмәт улы (1927—2.08.1989), механизатор. 1948—1987 йылдарҙа Сибай ҡалаһындағы «Дружба» ярҙамсы ауыл хужалығы предприятиеһы тракторсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Мәхмүт ауылынан.
- Даукаев Марат Фуат улы (1952), балет артисы. 1973 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1974 йылдан — Пермь опера һәм балет театры, 1977 йылдан — Ленинградтағы Мариин театры солисы. 1997 йылдан АҠШ-та йәшәй һәм эшләй. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1983) һәм М. И. Глинка исемендәге дәүләт премияһы (1977) лауреаты. Халыҡ-ара балет артистары конкурсы Варна ҡалаһы, Болгария, 1972) лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Алсынбаев Шәрифулла Сәйфулла улы (1962—17.09.2010), театр актёры. 1983 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, 1992 йылдан — баш администраторы, 1995 йылдан — директоры; 1998 йылдан Өфөләге Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры; 2009—2010 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Йомаш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Точилкин Иван Васильевич (1913—27.09.1992), механик. Әбйәлил районы «Красная Башкирия» совхозының һәм «Путь Ленина» колхозының элекке бригадиры. Ленин ордены (1957) кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың Михайловка ауылынан.
- Дашкин Рәмил Мирғәзиән улы (1928—18.05.2001), журналист, матбуғат хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1956—1967 йылдарҙа «Ленинец»-«Ленинсы», 1967—1986 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзиттәре, 1988—1998 йылдарҙа БАССР Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың редакция-нәшриәт бүлеге мөхәррире. 1969—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Журналистар союзы рәйесе. Башҡорт АССР-ының VIII-XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты, 1956—1967 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының бюро ағзаһы, комсомолдың XIII-XV съездары делегаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән Саҡмағош районының Яңы Балаҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәҙиев Фәнис Хаматнур улы (1948), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1959—2008 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Уңыш» колхозы һәм племзаводы эшсеһе, шул иҫәптән 1966—1983 йылдарҙа — тракторсы-машинисы; 1997 йылдан — инженер һәм янғын һағы начальнигы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1978), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Сығышы менән ошо райондың Ҡараласыҡ ауылынан.
- Крюков Николай Иванович (1948—2.12.2018), инженер-механик-ғалим, газ тармағы хеҙмәткәре. 1991—2016 йылдарҙа «ГазСервис» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 1—4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2004). Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе (1996), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2001). Дуҫлыҡ (1999) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) ордендары кавалеры. Сығышы менән Стәрлетамаҡ районының Любажи ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бондаренко Григорий Трофимович (1934), хеҙмәт алдынғыһы. 1957–1989 йылдарҙа «Авиаспецмонтаж» берекмәһенең слесарь-монтажсыһы, бригадиры, мастеры һәм прорабы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Сығышы менән Украинаның Одесса өлкәһе Викторовка ауылынан.
- Нуртдинова Вилә Ваһап ҡыҙы (12.09.1934), журналист, «Два выходных» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Владимир Спиваков (1944), СССР һәм Рәсәй дирижёры, скрипкасы, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1990). «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры (2019). СССР-ҙың (1989) һәм Рәсәйҙең (2012) Дәүләт премиялары лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Дилмөхәмәтов Рәмил Хөрмәт улы (1954), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2013—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең етәксе урынбаҫары, 2017-2018 йылдарҙа — «Башкирдортранспроект» институты директоры. Башҡортостан Республикаһының I һәм II саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы һәм «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992: Нәҡи Иҫәнбәт, Башҡортостандың Салауат районында тыуған яҙыусы, драматург һәм тел ғалимы. Татарстандың халыҡ яҙыусыһы һәм республиканың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.